Өфөләге һөт кухняларының эш тәжрибәһе Башҡортостан ҡалаларына таратыла

Өфөләге һөт кухняларының эш тәжрибәһе Башҡортостан ҡалаларына таратыла https://bash.news/news/99766_flge_t_kuxnyalaryny_esh_tzhribe_bashortostan_alalaryna_taratyla
02 июл 2019, 21:46

Тәүгеләрҙән булып заманса комплекс Стәрлетамаҡта үҙ эшен башланы. Ул республиканың көньяҡ район-ҡалаларын хеҙмәтләндерәсәк. Сифатлы һөт продукцияһы менән 3 йәшкә тиклемге 1400 баланы бушлай тәьмин итеү ҡаралған. Цехтың етештереү ҡеүәттәре тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Һыуытҡыс тулы сифатлы продукция. Һөт, кефир, эремсек - Стәрлетамаҡта был йыйылма аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балаларға бушлай таратыла башланы. Ата-әсәләр совет осоронда уңышлы эшләп килгән һөт кухняларының тергеҙелеүенә оло ҡыуанысын белдерҙе.

Гүзәл Әбүбәкирова, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе: “Быға тиклем дауахананан ҡатышма, бутҡалар ала торғайныҡ. Балалар бит инде һөт күп эсә, эремсек ярата, шуға бындай кухня асылғанға шатбыҙ”.

Индира Килмөхәмәтова, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе: “Балама бер йәш. Беренсе тапҡыр һөт продукцияһы алырға килдек. Тештәре үҫеп килә, витамин булыр”.

Төбәктең сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының пилот проектын тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 19 миллион һум аҡса бүленә. Стәрлетамаҡтағы комплекста Өфөләге балалар һәм диетик туҡланыу үҙәгенең эш тәжрибәһе ҡулланыла. Бында аҙнаһына ике тапҡыр мең ярымға яҡын баланы һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин итеү планлаштырылған. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған бина көнөнә биш мең тонна һөт эшкәртеүгә махсуслашҡан, ун биш төрлө продукция сығарыласаҡ. Әлегә ойошма етәкселегенә формаль һорауҙарҙы ғына хәл итәһе ҡалған, шуға кәштәләргә ваҡытлыса баш ҡала комбинатынан һөт ризыҡтары ҡуйыла.

Рима Исраилова, «Һөт кухняһы» хеҙмәткәре: “Ғаиләләр өсөн ҙур ярҙам тип һанайым. Бала бит ғәзиз йән, һәйбәт ашаһын, тәмле, сифатлы булһын, баланың таҙа булып үҫеүен теләйбеҙ бит инде. Беҙ барыбыҙ ҙа бит һөттә үҫкән кешеләр, унда витаминдар, минералдар бар”.

Тиҙҙән фабрика коммерция нигеҙендә лә эш башлай. Ойошма республиканың көньяҡ зонаһында йәшәүсе өс йәшкә тиклемге ун алты мең баланы һөт ризыҡтары менән тәьмин итәсәк. Ишембай, Мәләүез, Салауат ҡалаларында продукцияны таратыу пункттары булдырылған.

Эльдар Сәйғәфәров, Башҡортостандың «Һөт кухняһы» учреждениеһы директоры вазифаһын башҡарыусы: “Йыл аҙағына тиклем ошондай уҡ кухняларҙы Белорет, Сибай, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларында асырға планлаштырабыҙ. Маҡсат - тағы ла күберәк балаларҙы экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция менән тәьмин итеү”.

1 ғинуарҙан төбәктә һөт кухнялары селтәре тулы ҡеүәттә эш башлаясаҡ. Был башланғысты Радий Хәбиров та ҡеүәтләп сыҡҡайны. Республика кимәлендә балаларҙың туҡланыуына иғтибар юғары. Милләт сәләмәтлеген нығытыу бурысы ҡуйылған. Был төр продукцияның һаҡлау ваҡыты сикле, шуға күҙәтеү органдарына ла тармаҡ эшмәкәрлеген контролгә алыу бурысы ҡуйылды. Цехтарҙа шулай уҡ ҡорамалдарҙың да заман талаптарына яуап биреүе мотлаҡ.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Мы возвращаем доброе старое, что было в Советском союзе - молочные кухни. Это большое, очень серьезное дело. Я прошу всех в рамках своих зонах ответственности этот вопрос поддерживать. Об этом нужно подробно рассказывать, чтобы наши мамочки понимали, что есть такая возможность, приходили и заключали договора”.

Ата-әсәләр килешеү төҙөгәндә махсус Qr-код ала, уның ярҙамында артабан продукцияны алыуы ла еңелерәк. «Һөт кухняһы» учреждениеһының рәсми сайты ла эшләй, унда таратыу пункттарының эш режимы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирелгән. Бер ниндәй ҡушылмаларһыҙ етештерелгән һөт ризыҡтары кескәйҙәрҙең үҫешенә ыңғай тәьҫир итер тип көтөлә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөләге һөт кухняларының эш тәжрибәһе Башҡортостан ҡалаларына таратыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа