Киләһе йыл М5 трассаһындағы алты һыҙатлы ике күпер файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Киләһе йыл М5 трассаһындағы алты һыҙатлы ике күпер файҙаланыуға тапшырыласаҡ https://bash.news/news/99778_kile_jyl_m5_trassaynday_alty_yatly_ike_kper_fajalanyua_tapshyrylasa
02 июл 2019, 23:46

"Урал буйы" федераль автомобиль юлдары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 30 километрҙан ашыу юлды киңәйтеү сиктәрендә һыу аша сығыу объекты төҙөлә.

2017 йылдың октябрь айында. Сәрмәсән йылғаһы аша һалынған күперҙән микроавтобус пассажирҙар менән 9 метр бейеклектән ҡолап төшә. Бәхеткә, барыһы ла иҫән ҡала. Авария боҙлауыҡ юлда ҡаршы һыҙатҡа сығыу һөҙөмтәһендә теркәлә.

Әгәр күпер тар булмаһа, йәмәғәт транспорты аварияға тарымаҫ та ине. Ғөмүмән, трасса аша тәүлегенә 20 меңдән ашыу машина үтә. Шул иҫәптән, ауыр йөк тейәгән техникалар ҙа. М5 юлының тап был участкаһында бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында 2013 йылда юл киңәйтелә башланы.

Рәиф Әбдрәхимов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Биш йыллыҡ эшкә 68 миллиард һум бүленгән. Ул ҙур күләмдәге проект. 100 километр юл мәҫәлән, беренсе категория талаптарына яуап бирәсәк тип көтөлә”.

Федераль трасса бөгөн Бүздәк һәм Благовар райондары сигендә төҙөкләндерелә. Бында бер нисә кимәлдәге боролош эшләү күҙаллана. Бүздәк-Дүртөйлө йүнәлешендәгеһе мәҫәлән, киләһе йыл башында файҙаланыуға тапшырыла. Федераль трассаны төҙөкләндереү 2022 йылға тиклем дауам итәсәк тип көтөлә. Подрядсы ойошма мәғлүмәттәренә ярашлы, нефть һәм газ трассаһы хужалары менән алып барылған һөйләшеүҙәргә бәйле, объектта эштәр тотҡарлана.

Азамат Илембәтов, "Урал буйы" автомобиль юлының федераль идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: “Әлеге ваҡытта Газпром, Траснефть кеүек компаниялар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Газ селтәрҙәрен күсереү ҙә, әлбиттә ҡатмарлыҡтар килеп сығасаҡ, шуға ҡарамаҫтан объекты ваҡытында тапшырырбыҙ тип ниәтләйбеҙ”.

Ғөмүмән, федераль трасса дүрт һыҙатлы булыр тип көтөлә. Был яңылыҡ еңел автомобиль һәм ауыр йөк тейәгән машиналар хәрәкәтен яйға һаласаҡ тигән өмөт бар. Ә инде әлеге ваҡытта М5 трассаһының республика сигенән башлап Туймазы районына тиклем, М7 трассаһы һәм Мәләүез - Стәрлетамаҡ араһы иң проблемалы юл участкаһы булып ҡала.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Киләһе йыл М5 трассаһындағы алты һыҙатлы ике күпер файҙаланыуға тапшырыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна