Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Түбәнге Новгородта "Етештереүсәнлек 360" форумында ҡатнашты

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Түбәнге Новгородта "Етештереүсәнлек 360" форумында ҡатнашты https://bash.news/news/99847_bashortostan_etksee_radij_xbirov_tbnge_novgorodta_eteshteresnlek_360_forumynda_atnashty
03 июл 2019, 21:10

Осрашыуҙа "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре күтәрелде.

Пленар ултырыш алдынан төбәк башлыҡтары ҡаланың 4-се поликлиникаһында һаҡсыл технологиялар индереү тәжрибәһе менән танышты. Һуңынан хеҙмәт етештереүселеген арттырыуға йүнәлтелгән "Һөҙөмтәле губерния" проектында ҡатнашыусы "Ҡыҙыл Сормов" суднолар эшләү заводына барҙы.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко менән иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин тәбрикләне. Улар билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәләренә ҙур иғтибар бүленеүе үҙенән-үҙе хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға килтерә. Шуға ла дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн һәр өлкәлә максималь күрһәткестәргә өлгәшеү мөһим. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров шулай уҡ төбәктәрҙә милли проекттарҙы ғәмәлғә ашырыуға арналған эшлекле һөйләшеүҙә ҡатнашты. Һуңынан форум делегаттары төп йүнәлештәр буйынса тематик төркөмдәргә бүленеп фекер алышыуҙарын дауам итте.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Түбәнге Новгородта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа