Иглин районында 16 йәшлек үҫмер "ВАЗ-2109" автомобилендә 79 йәшлек ҡатынды бәрҙергән

Иглин районында 16 йәшлек үҫмер "ВАЗ-2109" автомобилендә 79 йәшлек ҡатынды бәрҙергән https://bash.news/news/99849_iglin_rajonynda_16_jshlek_mer_vaz2109_avtomobilend_79_jshlek_atyndy_brergn
03 июл 2019, 21:13

Иглин районы Түбәнге Ләмәз ауылының Йәштәр урамында үҫмер ҡатнашлығында юл осрағы теркәлгән. Автоинспекциянан хәбәр итеүҙәренсә, 16 йәшлек үҫмер "ВАЗ-2109" автомобилендә 79 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Өлкән йәштәге пенсионер дауаханала вафат булған.

Ведомствонан белдереүҙәренсә, IX класс уҡыусыһының водитель таныҡлығы булмаған, ул былтыр уҡ теркәүҙән алынған транспортҡа идара иткән. Осраҡ буйынса тикшереү бара. Төбәк автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған тәүлектә республика юлдарында 16 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм 20-һе йәрәхәтләнгән.

Иглин районында 16 йәшлек үҫмер

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа