Нефтекамала ҡаршылыҡтар менән йүгереү буйынса ярыш уҙҙы

Нефтекамала ҡаршылыҡтар менән йүгереү буйынса ярыш уҙҙы https://bash.news/news/99860_neftekamala_arshylytar_menn_jgere_bujynsa_yarysh_uy
03 июл 2019, 21:28

Күтәренке кәйеф менән. Нефтекамала йәшәүселәр ҡаршылыҡтар менән йүгереүҙә көс һынашты. Тәүге тапҡыр үткәрелгән сарала йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар төркөмдәргә бүленеп 3 километр алыҫлыҡҡа һуҙылған һынауҙарҙы үтте. Бәйгелә ҡатнашыусы йәштәр һыу гиҙеп, бейек кәртәләр аша сыҡты, ауыр йөктәр күтәреп төрлө дистанцияларға йүгерҙе. Һәр ҡатнашыусы бәйге һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт ҡалды, сөнки иң мөһиме призлы урын түгел, ә үҙеңдең рухи сыҙамлығыңды һынап ҡарау. Спортылар әйтеүенсә, бындай ярыштарҙа команда берҙәмлеге лә тикшерелә, сөнки кәртәләрҙе яңғыҙ үтеү мөмкин түгел.

Илья Әбсәлихов, бәйгелә ҡатнашыусы: “Минең өсөн ярыш шарттарын үтәү ауыр булманы, сөнки күнекмәләргә оҙаҡ ваҡыт әҙерләндем. Киреһенсә, ярышта ҡатнашыу көс, дәрт өҫтәне. Икенсе йылға ла бәйгелә ҡатнашырға теләйем.

Автор: Флорида Ким.

Нефтекамала ҡаршылыҡтар менән йүгереү буйынса ярыш уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа