Өфөнөң Совет районында күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәрелә

Өфөнөң Совет районында күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәрелә https://bash.news/news/99871_fn_sovet_rajonynda_kp_fatirly_jorttara_kapital_remont_tkrel

Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы етәксеһе артынан уның ете урынбаҫары ла эшенән китте. Радий Хәбиров кисәге оператив кәңәшмәлә үҙ бурысына илке-һалҡы ҡараусыларға ҡарата ҡәтғи саралар күрергә ҡушҡайны. Республика етәксеһе билдәләүенсә, подъездарҙы ремонтлау программаһы тейешле кимәлдә башҡарылмай. Әлеге ваҡытҡа 1 меңдән ашыу подъезд ремонтланырға тейеш булһа, уларҙың яртыһы ғына төҙөкләндерелгән.

Октябрь проспектындағы 24 -cе йорт подъездарында капиталь ремонт эштәренең төп өлөшө тамамланған. Стеналар, штукатурланған, баҫҡыс таяуҙары буялған, ишектәр, лапмочкалар алмаштырылған. Электр һәм инженер селтәрҙәрен махсус ҡумталарға урынлаштырырға ғына ҡала.

Олег Койда, Төбәк операторы мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе: “Был йортта капиталь ремонт тамамланған тиерлек, электр селтәрҙәрен ҡумтаға махсус тәртип буйынса урынлаштырыу эштәрен теүәлләйһе бар. Был эште башҡарһаҡ, капиталь ремонт үткән тигән актҡа ҡул ҡуйырға мөмкин”.

Күп фатирлы йортта йәшәүселәр подъездарҙа ремонт үткәрелеүенә шат, шулай ҙа ҡайһы бер етешһеҙлектәр кәйефтәрен дә төшөргән.

Сайма Заһиҙуллина, Октябрь проспектының 24-cе йортонда йәшәүсе: “Бындай ремонтты күптән күргән юҡ ине, әммә ремонт эшләүселәр үҙҙәрен артынан ҡойолған бысраҡты таҙартмай китте, беҙҙең улар артынан йыйыштырырға хәлебеҙ юҡ”.

8 март урамының 30-сы йортонда ремонт эштәре Рафиҡ Бирҙебаев етәкселегендә башҡарыла. Уның ҡул аҫтында 100 хеҙмәткәр.Совет районында ғына уның бригадаһы 60-лап йортҡа капиталь ремонт үткәрә. Йорт старостаһы подрядсы ойошма эшендәге яҡшы яҡтарҙы ла, етешһеҙлектәрҙе лә күрһәтте.

Ремонттың икенсе этабына тотоноусылар төбәк операторы тарафынан бүленгән аҡсаларҙың уларға килеп етмәгән, шуға ла ремонт эштәрендә өҙөклөктәр күҙәтелә, йортҡа бер ҡасан да капиталь ремонт үтмәгәнгә ремонт эштәрен тәфсирләп башҡарырға тура килә тип белдерә.

Рафиҡ Бирҙебаев, подрядсы ойошмала ремонт эштәре менән идара итеүсе: “Аванс алманыҡ, ремонтты үҙ иҫәбебеҙгә башҡарабыҙ, плитка һәм электр тәьминәте буйынса етешһеҙлектәрҙе бөтөрәсәкбеҙ”.

8 март урамының 20-се йортонда илле йыл ғүмер иткән кешеләр бар. Өлкән йәштәгеләр ниһайәт үҙҙәре йәшәгән ерҙә подъездар ремонтлана, тип ҡыуанысын йәшермәй

Таймас Сәйфиев, 8 март урамының 20-се йортонда йәшәүсе: “Капиталь ремонт бара, әммә халыҡ сыбалған электр сымдары арҡаһында шаҡтай уңайһыҙлыҡтар кисерә”.

Зәнфир Хәйнуров, 8 март урамының 20-се йортонда йәшәүсе: “Электр сымдары аяҡ аҫтында, газ торбаһы өҫтөндә электр лампочкаһы янып тора. Беҙ үҙебеҙҙе сүплеккә килеп ингән кеүек тоябыҙ”.

Йорт старостаһы ярҙамсыһы вазифаһын башҡарған Валентина Семенова ла электр сымдары йыйылмауына һәм подъезды яҡтыртҡан уттың тап газ торбаһы өҫтндә урынлашыуына ризаһыҙлыҡ белдерә.

Был йортта һуңғы тапҡыр капиталь ремонт 1985 йылда башҡарылған. Сираттағыһы бында йәшәүселәр өсөн баш бәләһенә әүерелгән. Ремонт сифатһыҙ, ә электр сымдары хәүеф һәм уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, ти бында йәшәүселәр.

Совет районы торлаҡ -коммуналь хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары уңайһыҙлыҡтар яҡын арала бөтөрөләсәк тип ышандыра.

Фәһим Сәлимйәнов, Өфөнөң Совет районы Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Электр сымдары өсөн провайдерҙар яуаплы. Подрядсы ойошма уларға ремонт эштәрен тамамланыуын хәбәр итеү менән, улар бында килеп сымдарҙы тәртипкә килтерәсәк”.

Нисек кенә булмаһын, кешеләр тормошон яҡшыраҡ итеүсе подъездар ремонтлау программаһы теүәл һәм үҙ ваҡытында тамамланырға тейеш, тип белдерҙе республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Быйыл 1371 күп фатирлы йортта 4 мең подъезда ремонт эштәрен башҡарыу көтөлә. Подъездарҙы капиталь ремонтлау өсөн яуаплы төбәк операторҙары, подрядсы ойошмалар һәм провайдерҙар эше тәртипкә һалынырмы? Өфөнөң Совет районыда был һорау әлегә асыҡ ҡала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөнөң Совет районында күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәрелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд