Һупайлы биҫтәһе "Өмә" ҡала акцияһына ҡушылды

Һупайлы биҫтәһе "Өмә" ҡала акцияһына ҡушылды https://bash.news/news/99872_upajly_bite_m_ala_akciyayna_ushyldy

Республика етәксеһенең тәнҡитенән һуң биҫтәлә күләмле төҙөкләндереү эштәре башланды. Акцияға Өфө райондарының торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған, бөтәһе 300-ләп кеше, 70 берәмек техника. Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров Һупайлыны тәртипкә килтереү өсөн бер ай ваҡыт бирҙе. Өмә барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла күҙәтте.

Халыҡтың үҙәгенә тейгән соҡорҙар, ниһайәт, таҙартыла, ямауға әҙерләнә. Асфальт ҡатламдарын урамдарҙа ла, ихаталарҙа ла тәртипкә килтереү ҡарала. Күп урында юлдың исеме генә тороп ҡалған, улар соҡор-саҡырлы баҫыу һуҡмағын хәтерләтә, саң борҡоп ята. Биҫтәлә йәшәүселәр әйтеүенсә, район ташландыҡ хәлгә ҡалып бара. Шуға хужалар бөгөн иртән күмәк бригадаларҙы күреп аптырап ҡала.

Өфө ҡалаһы совет районының төҙөкләндереү хеҙмәте директоры: “Биҫтә бөгөн бесәнлекте хәтерләтә, үлән еҫе аңҡып тора. Коммуналь хужалыҡтар йорт яндарын, ихаталарҙы баҫҡан сүп үләндәрен дә саба. Бер юлы арт-объекттар, машиналар ҡуйыу, балалар, спорт майҙансыҡтары эшләү өсөн урындар ҡарала.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, биҫтә халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итеүгә лә әҙерләнә. Ҡашҡаҙанда пляж волейболы буйынса ярыш, урындағы мәктәп базаһында дзюдо буйынса турнир үтә. Октябрь районына бөгөн генә хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнгән Сергей Плотников эш ваҡытында тамамланасаҡ тип белдерҙе.

Сергей Плотников, Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы:”Эш етерлек, әммә дөйөм көс менән биҫтәне тиҙ арала тәртикә килтерербеҙ тип ышанам. План билдәләнгән, биләмәләр бүлеп бирелгән”.

80-се йылдарҙа ныҡлы үҫеш алған Һупайлы биҫтәһе әле яңы һулыш кисерә тип әйтергә мөмкин. Әммә таҙартҡан ерҙә түгел, сүпләнмәгән урында ғына бөхтә, күркәм булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Артабан инде халыҡҡа был тәртипте һаҡлау шарт. Ә урында өлгө алырлыҡ миҫалдар бар, мәҫәлән, ҡайһы бер йорт хужалары үҙҙәренең көсө менән ихатаны сәскәгә күмгән, ағастар ултыртҡан.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Һупайлы биҫтәһе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа