Белорет ҡалаһында илдәге иң оҙон һаналған ағас күпер емерелгән

Белорет ҡалаһында илдәге иң оҙон һаналған ағас күпер емерелгән https://bash.news/news/99873_beloret_alaynda_ildge_i_oon_analan_aas_kper_emerelgn
04 июл 2019, 00:26

Был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителә. Билдәле булыуынса, ул 70-се йылдарҙа "Вечный зов" фильмына ла эләгә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, баҫманы ремонтлау өсөн 30 миллион һум талап ителгән.

Йәйәүлеләр күпере урындағы быуа аша 80 йыл элек төҙөлә. Рәсми документтарға ярашлы, уның оҙонлоғо 550 метр. Тарихи баҫма Белорет ҡалаһының иҫтәлеклен урындарының береһе һаналған.

Белорет ҡалаһында илдәге иң оҙон һаналған ағас күпер емерелгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна