Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һөҙөмтәләре буйынса эшлекле осрашыуҙар үтә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һөҙөмтәләре буйынса эшлекле осрашыуҙар үтә https://bash.news/news/99956_bt_donya_bashorttary_oroltajy_mtlre_bujynsa_eshlekle_osrashyuar_t
04 июл 2019, 22:34

Бөгөн Ҡаҙағстан делегацияһы менән кәңәшмә ойошторолдо. Ҡаҙағстан башҡорттар иң күп йәшәгән сит ил иҫәпләнә, әле был республикала 16 мең милләттәшебеҙ йәшәй. Уларҙың 1 меңе Нур-солтан ҡалаһында. Шуға күрә 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына иң ҙур сит ил делегацияһының тап Ҡаҙағстандан килеүе осраҡлы түгел, бөтәһе 13 кеше.

Башҡортостандың милли музейында ойошторолған осрашыуҙа һүҙ ике төбәк араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу хаҡында барҙы. Йәғни, йышыраҡ күрешеү, Ҡаҙағстан башҡорттары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, мәҙәни саралар ойоштороуҙа, телде өйрәнеүҙә булышлыҡ күрһәтеү, уҡыу әсбаптары менән ярҙам итеү. Әле иһә милләтәштәребеҙгә күп осраҡта телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, мәҙәниәттте интернет аша ғына өйрәнергә тура килә. Осрашыуҙа Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайына бүләк итеп башҡорт милли кейемдәре, сувенирҙар ҙа тапшырылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумының тәүге эш ултырышы ла үтте. Хәбәр итеүебеҙсә, уның составы ҡоролтай мәлендә иғлан ителгәйне. Тәүге кәңәшмәлә иһә ҡоролтай ҡарамағында эшләйәсәк комиссияларға етәкселәр һәм ағзалар тәҡдим ителде.

Бөтәһе 7 комиссия төҙөлөр тип күҙаллана, улар мәғариф, мәҙәниәт, биләмәләр менән эшләү, тарих, эшҡыуарлыҡ, йәштәр һәм спорт, демография һәм сәләмәтлек йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Бынан тыш, ҡоролтай граждандар йәмғиәте үҫеше буйынса Республика башлығы гранттары конкурсында актив ҡатнашырға ниәтләй, беренсеһе «Айыҡ Башҡортостан», икенсеһе республиканан ситтә эшләгән башҡорт ҡоролтайҙарына булышлыҡ итеү буйынса.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һөҙөмтәләре буйынса эшлекле осрашыуҙар үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа