Медицина университетында абитуриенттарҙы ҡабул итеү еңелләштерелә

Медицина университетында абитуриенттарҙы ҡабул итеү еңелләштерелә https://bash.news/news/99957_medicina_universitetynda_abiturienttary_abul_ite_eellshterel
04 июл 2019, 22:37

Башҡортостанда уҡыу йортон уңышлы тамамлаған абитуренттарҙың ситкә уҡырға китеүе күҙәтелә. Улар күбеһенсә Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа төбәктәргә уҡырға инә.

Медицина өлкәһен һайлаған студенттарҙы республикала ҡалдырыу өсөн ҡабул итеү кампанияһын еңелләштереү күҙалланған. Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында олимпиадалар еңеүселәре һәм химия фәненән Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балға тапшырыусылар менән осрашыу үтте. Абитуриенттар ҡабул итеү кампанияһы үҙенсәлектәре менән танышты, араларынан олимпиадалар еңеүселәре билдәләнде.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры: “Уҡырға ҡабул иткәндә Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусы һәм олимпиадаларҙа ҙур ҡаҙаныштарға ирешеүселәргә айырым өҫтөнлөк бирелә. Тәүге исемлектәр август башында билдәле була, 8 августа уҡырға ҡабул итеү тураһында беренсе приказ сығасаҡ”.

Медицина университетында абитуриенттарҙы ҡабул итеү еңелләштерелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд