Өфө дауаханаһындағы яңы ҡоролма кеше организмын бер нисә секундта тикшерә

Өфө дауаханаһындағы яңы ҡоролма кеше организмын бер нисә секундта тикшерә https://bash.news/news/99958_f_dauaxanaynday_yay_orolma_keshe_organizmyn_ber_nis_sekundta_tiksher
04 июл 2019, 22:42

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында яңы нейрохирургия микроскопы ярҙамында әмәлиәттәр яһала башланы. Учреждение оптик ҡоролма менән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә тәьмин ителә. Юғары технологиялы операция барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Операция өҫтәлендә - илле йәшлек ҡатын. Баш мейеһе аневризмаһы асыҡланғас та, табиптар уға ҡан һауыуҙы булдырмаҫ өсөн, киңәйгән тамырҙарҙы хирургик юл менән ҡыҫырға тәҡдим итә. Пациент шунда уҡ ризалаша. Әмәлиәттең яңы ҡоролма менән башҡарылыуы ла уның хирургтарға ышанысын арттыра. Заманса нейромикроскоп аша нәҙек кенә ҡан тамырҙарын да күрергә мөмкин. Ул анатомик структураларҙы ун биш тапҡыр яҡынайтып күрһәтә.

Марсель Мостафин, Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире: “Беҙ был медицина ҡорамалы ярҙамында баш мейеһендә генә түгел, умыртҡа һөйәгендә лә ҡатмарлы операциялар эшләйбеҙ. Линзалар системаһы яҡшы эшләнгән. Микроскопты компьютерлаштырылған эш урыны тип тә атайбыҙ, ошонда уҡ пациенттың әмәлиәткә тиклем яһалған компьютер томографияһы, рентген, ангиография тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен ҡарарға мөмкин”.

Йылына дауаханала ете йөҙгә яҡын нейрохирургия операцияһы яһала, уларҙың өстән бер өлөшө тап микроскоп ҡулланып башҡарыла. Әмәлиәт яҡынса дүрт-алты сәғәт дауам итә. Юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткәндә оптик приборҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Микроскопты хирургтың күҙҙәре һәм ҡулдарының дауамы тип әйтергә мөмкин. Бында ювелир теүәллеге менән әмәлиәт башҡарыла. Белгестәр билдәләүенсә, пациенттың хәүефһеҙлеге юғары кимәлдә тәьмин ителә.

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында быға тиклем дә микроскоп булған, әммә ул иҫке версияла эшләй. Яңы оптик приборҙың иһә функциялары күберәк. Уны бер урындан икенсе урынға күсереүе лә еңел. Әйткәндәй, медицина учреждениеһы микроскопты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә ала. Тармаҡ алдында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан яфаланған пациенттарға күрһәтелгән ярҙамды камиллаштырыу бурысы ҡуйылған.

Ирина Карамова, Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы баш табибы, медицина фәндәре докторы: “Милли проектҡа ярашлы, дауаханаға тағы ла яңы медицина ҡорамалдары килеүен көтәбеҙ. Мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоуын, киҫкен миокард инфарктын үткәреүселәргә ребалитация ойоштороу өсөн заманса шарттар булдырыласаҡ. Киләһе йыл ангиография ҡоролмаһын да аласаҡбыҙ”.

Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем компьютер, магнит-резонанс томография аппараттары ла яңыртыласаҡ. Әлегә медицина хеҙмәткәрҙәре ун йыл элек булдырылған ҡоролмалар ярҙамында тикшереүҙәр уҙғара.

Диләрә Зәйҙуллина, Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы лаборанты: “Былары иҫкергән инде, яңы аппараттарҙа пациенттарҙы яңыса тикшерә башларбыҙ тибеҙ. Бөтә организмды бер секунд эсендә тикшерә, баштан аяҡҡа тиклем төшөрөргә мөмкин, ул яңы аппараттарҙа бик тиҙ эшләнә”.

Рауил Дәүләтов, табип-рентгенолог: “Яңы аппарат килһә, күберәк кешене ҡарарға булыр. Нур көсөргәнеше аҙыраҡ булыр. Кеше өсөн файҙалы”.

Башҡортостанға "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Маҡсат бер - 2024 йылға тиклем уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш. Проект буйынса яман шеш, ҡан әйләнеше системаһы һәм башҡа ауырыуҙарҙан үлем күрһәткестәрен кәметеү бурысы ҡуйылған.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфө дауаханаһындағы яңы ҡоролма кеше организмын бер нисә секундта тикшерә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд