Әбйәлил районында спорт фестивале ойошторолдо

Әбйәлил районында спорт фестивале ойошторолдо https://bash.news/news/99962_bjlil_rajonynda_sport_festivale_ojoshtoroldo
04 июл 2019, 22:47

Урал риүәйәте Яҡтыкүлде яуланы. Тауға йүгереүҙә, күлде йөҙөп сығыуҙа, һуңынан 500 метр бейеклекте үҙ эсенә алған киҫешкән урындарҙы үтеүҙә иң етеҙҙәр асыҡланды. Үҙенсәлекле бәйгелә өлкәндәр менән бергә балалар ҙа көс һынашты.

Иң беренсе спортсылар ике километр бейеклектәге тауға йүгереүҙә ярышты. Эңер төшөп барыуын иҫәпкә алып һәр кемдең башында яҡтыртыу ҡоролмаһы. Ҡатмарлы участканы тәүге булып Пётр Тихинов үтте. Был фестивалгә ул махсус рәүештә әҙерләнгән. Икенсе көндө спортсылар Яҡтыкүлде йөҙөп сыҡты. Һалҡынса һыуҙа фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында сараны ойоштороусылар араны гидрокостюмдарҙа һәм шар бәйләп үтергә тәҡдим итте. Шулай ҙа ҡайһы "морждарға" ташлама яһалды. Алты тиҫтәгә яҡын спортсы ике һәм дүрт километр дистанцияла еңеүселәрҙе билдәләне.

Киҫешкән урындар спортсыларға айырыуса ауыр бирелде. Улар 25 километрға тиклем араны йырып үткән ваҡытта бик күп ҡаршылыҡтарға тарыны. Атап үткәндә, тау һырттары һәм кисеүҙәр. Әммә һалҡынса һыуҙа ҡойоноп сыҡҡандан һуң икенсе һулыш асылыуын тойҙоҡ, ти бәйгеселәр.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса финишҡа беренсе булып ир-аттарҙан Эдгар Килмәтов менән ҡытын-ҡыҙҙарҙан Алена Астахова килде. Уларға ҡармарлы дистанцияны үтеп сығыу өсөн сәғәт ярым самаһы ваҡыт талап ителде.

Автор: Илдар Байбулатов.

Әбйәлил районында спорт фестивале ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд