Балтаста кикбоксинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Тимур Йосопов менән асыҡ күнекмәләр үтте

Балтаста кикбоксинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Тимур Йосопов менән асыҡ күнекмәләр үтте https://bash.news/news/99963_baltasta_kikboksing_bujynsa_xalyara_klasly_sport_mastery_timur_josopov_menn_asy_knekmlr_tte
04 июл 2019, 22:50

Йондоҙ менән күнекмә. Балтас районында йәшәүселәр республика акцияһына ҡушылды. 500-ҙән ашыу спорт һөйөүсене Рәсәйҙең кикбоксинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Тимур Йосопов дәртләндерҙе.

Сәләмәт тормошҡа битараф булмағандар район үҙәгендәге төп майҙанға йыйылды. Улар араһында балаларҙы, уҡытыусыларҙы, төрлө предприятиелар хеҙмәткәрҙәрен һәм етәкселәрен күрергә мөмкин ине. Спорт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған Тимур Йосопов акцияның Балтас ерендә халыҡты күпләп йәлеп итеүенә һөйөнөс белдерҙе.

Артабан акцияла ҡатнашыусылар республиканың Мәғариф отличнигы Эрик Иcимәтов етәкселегендә зарядкаға баҫты. Физкультура уҡытыусыһы көн һайын үҙенең уҡыусылары менән эшләгән күнегеүҙәрҙе эшләтте. Балтастар бар хәрәкәттәрҙе лә уның артынан ҡабатланы. Һуңынан Тимур Йосопов үҙен оло дәрәжәләргә күтәргән спорт төрөнөң бер нисә элементын ҡабатлатты. Күләмле эстафетаны урындағы халыҡ артабан мишкәләргә тапшырҙы.

Автор: Илдар Байбулатов.

Балтаста кикбоксинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Тимур Йосопов менән асыҡ күнекмәләр үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа