Законһыҙ таш сығарыусылар менән көрәш дауам итә

Законһыҙ таш сығарыусылар менән көрәш дауам итә https://bash.news/news/99967_zakony_tash_syaryusylar_menn_krsh_dauam_it
04 июл 2019, 23:41

Ярамайға ҡарамай. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостанда дөйөм ҡулланыштағы тәбиғәт байлыҡтарын сығарыуҙа тәртип урынлаштырыу талабын ҡуйғандан һуң, рөхсәтһеҙ эшмәкәрлек туҡтатылды. Әммә айырым осраҡтарҙа тыйыуҙарға күҙ йомоп ҡараусылар ҙа бар. Беҙҙең хәбәрселәр Белорет районына сәфәре барышында геология тикшеренеүҙәренә һылтанып тәбиғәт байлығына ҡул һуҙыусыларға юлыҡты. БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Асы ауылы боролошонда республиканың ауырлыҡ контроле хеҙмәте дежурҙа тора. Таш сығарыу миҙгеле булһа ла, юлда тыныс. Ауыр йөк машиналары һирәк үтә. Уларҙың йөгө норманан артмай, документтары ла тәртиптә ти хеҙмәткәрҙәр. Күпселек карьерҙарҙа эш туҡтатылған. Ғәмәлдә бары тик лицензиялы таш сығарыу урындары. Был һүҙҙәрҙе урындағы халыҡ та ҡеүәтләй. Мулдаҡай ауылы уҙаманы Мәжит Талипов әйтеүенсә, рөхсәтһеҙ эш алып барыусылар юҡ кимәлендә.

Әммә юл ситтәрендә һатыуға әҙерләнгән таш өйөмдәре һаман да төбәккә хас күренеш булып ҡала бирә. Ихтыяж булғас, тәҡдим итеүселәре лә табылалыр тигән һығымтаға киләбеҙ һәм юҡҡа түгел.

Таш тейәлгән ике Урал автомобиле сәфәр барышында БСТ камераларына ла эләкте. Кәмендә 20 тонна самаһы тәбиғәт байлығы эшкәртелмәгән килеш күрше төбәккә юлланды. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ауыр машиналар көн һайын бер нисә рейс яһай.

Тәгәрмәс эҙенән таш сығарылған урынға юлланабыҙ. Ләмәҙ йылғаһын кисеп үтәбеҙ. Мулдаҡай урмансылығының 132 кварталында, ҡуйы урман эсендә билдәһеҙ кешелер пәйҙа була. Үҙ-ара һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, Урта Азия кешеләре. Үҙҙәрен геологтар тип таныштырҙылар. Таш ҡаҙыуҙарын да йәшермәнеләр.

Урындағы халыҡ 132-се кварталда таш сығарыу 4 йыл тирәһе дауам итә тип билдәләй. Әлбиттә, был һүҙҙәр генә, шулай ҙа уйланырға урын бар. Өҫтәүенә геология тикшереүе үткәреүгә рөхсәт күпләп таш сығарыу тигәнде аңлатмай бит әле.

Әле тәбиғәткә зыян килтереүселәр аҙ күләмдәге штраф менән генә ҡотола. Ер аҫты байлыҡтарын тәләфләүҙән килгән табыш был сығымдарҙы тулыһынса ҡаплай һәм кеҫәлә һиҙелмәй тиерлек. Шуға ла Дәүләт Думаһы депутаты законһыҙ таш ҡаҙыусыларға ҡарата административ яза күләмен дә арттырыу яҡлы. Был туралағы закон проекты өҫтөндә эште ул июль айы аҙағына тамамларға күҙаллай. Депутат фекеренсә, беҙҙән һуң туфан һыуы ҡалҡһа ла мөмкин тигән ҡараштан ҡотоларға ваҡыт.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Законһыҙ таш сығарыусылар менән көрәш дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна