Яңылыҡтар таҫмаһы

Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Тянь-Шань буйлап Сарыджаз йылғаһынан ағып төшкән

Команда Рәсәй чемпионатында ҡатнаша. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев спортсылар менән осрашып, рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

23 окт, 16:00

Рәсәй Ислам университеты студенттарына диплом тапшырылды

Тантаналы сара бөгөн Евразия гуманитар форумы сиктәрендә үтте. Дәүләкән ҡалаһынан Рәфис хәҙрәт Сафин әйтеүенсә, дини өлкәлә эшмәкәрлекте камиллаштырыу өсөн даими белем алыу кәрәк.

23 окт, 15:15

Республика халҡын "Ҙур этнография диктант"ын яҙырға саҡыралар

Бөтә Рәсәй акцияһы 1 ноябрҙә була. Республика халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Әлмирә Ҡолдәүләтова һөйләй.

23 окт, 15:13

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн “Йоматау” шифахаһында булды

Дауалау учреждениеһы 1934 йылда асылған. Шифаханала төп урында ҡымыҙ менән дауалау тора. “Йоматау” минераль һыуы микроэлементтар, тимер, бром, ортобор кислотаһына һәм башҡа органик матдәләргә бай, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа юғары наградаларға лайыҡ булған.

23 окт, 15:07

Ҡазанда башҡорт көйҙәрен өйрәнәләр

Татарстанда уҙған башҡорт мәғрифәте һәм мәҙәниәте көндәре республикабыҙҙың 100 йыллығына арнала. Сара сиктәрендә урындағы халыҡҡа йыр, бейеү, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, башҡорт фильмдары күрһәтелә. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов дәрескә килеүселәргә башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға өйрәтә.

23 окт, 13:28

“ПОЛИЭФ” предприятиеһында авария осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 8 тоннаға яҡын ҡалдыҡ Благовещен һәм Өфө урмансылығы биләмәһенә, Ҡаҙмышлы йылғаһына аҡҡан. Тәбиғәт объекттарына килтерелгән зыян 44 миллион һум менән баһалана.

23 окт, 13:26

Өфөлә Рәсәй Энергетика форумы уҙа

Унда илдең 25 төбәгенән һәм 7 дәүләттән вәкилдәр ҡатнаша. Сараның төп маҡсаты-яңы технологиялар менән танышыу, етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләү. Энергияны һаҡсыл һәм һөҙөмтәле ҡулланыу һәр өлкәлә лә мөһим, ти Башҡортостан фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов.

23 окт, 13:00

Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең аҡсаһы арта

Финанс министры Антон Силуанов белдереүенсә, киләһе йылда хеҙмәт хаҡы 5,4 процентҡа күтәрелә. Инфляция иһә 3-4 проценттан ҙур булмаҫҡа тейеш.

23 окт, 12:38

Өфөлә Бөтә Рәсәй энергетика форумы бөгөн дә дауам итә

Унда 7 дәүләттән шулай уҡ ил төбәктәренән 130-ға яҡын компания вәкилдәре ҡатнаша. Энергетика өлкәһендә төрлө мәсьәләләр ҡарала. Альтернатив сығанаҡтарға ла иғтибар ҙур. Башҡортостан хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов Республика ҡояш энергетикаһын файҙаланыу тәжрибәһе менән таныштырҙы.

23 окт, 12:29

Ағиҙел йылғаһы аша күпер киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла

Бөрйән районының Яңы Монасип һәм Иҫке Монасип ауылдарында Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр? Халыҡты ошо һорау борсой. Оҙаҡ төҙөлгән күпер хаҡында “Юлдаш” радиоһы хәбәр иткәйне.

23 окт, 12:20

Бөгөн Өфөлә Евразия гуманитар форумы эш башланы

ЮНЕСКО ҡарамағындағы абруйлы сара 2015 йылдан алып дүртенсегә үтә. Ул быйыл фәнни-мәғариф, мәҙәни белем биреү йүнәлешендә эшләй. “Ошо өлкәләрҙә дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу төп бурыс итеп ҡуйылды”, - ти Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.

23 окт, 12:12

“Тамыр” балалар телеканалы проекттары “Тэфи-төбәк” Бөтә Рәсәй телетапшырыуҙар конкурсының финалына сыҡты

“Беҙ был ярышта 2006 йылдан ҡатнашабыҙ”, ти телестудия етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина.

23 окт, 12:01

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге Затон йылылыҡ-электр станцияһында булды

Ул 2008 йылда төҙөлә башлаған, уҙған йылдың мартында файҙаланыуға тапшырылған. Был объект Өфөлә энергияға ҡытлыҡты бөтөрөгә булышлыҡ иткән, шулай уҡ 3 миллион квадрат метр торлаҡты йылы менән тәьмин итеү мөмкинлеге бар.

23 окт, 12:00

Өфө янында яңы мәктәп асыла

Чесноковка ауылындағы объект "Демография" милли проектына ярашлы төҙөлә. Ул яңы йылға тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Думаның ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты депутаты Ольга Окунева.

23 окт, 11:58

Башҡортостанда экологик белем аҙналығы уҙғарыла

Акция барышында мәктәптәрҙә экология темаһына дәрестәр була, сүп-сар реформаһы тураһында мәғлүмәттәр бирелә. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова әйтеүенсә, экологик белем биреү йүнәлешендә эште һәр яҡлап алып барырға кәрәк.

23 окт, 11:57

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн рәсми сәфәр менән Өфө районында

Ул Дмитриевка ауылында "Өфөмебель" компанияһы цехтарын ҡараны. Радий Хәбиров йорт һәм офистар өсөн мебель, мәктәптәр өсөн өҫтәл һәм ултырғыстар етештереү менән танышты, хаҡтар менән ҡыҙыҡһынды.

23 окт, 11:00

Әбйәлил районына “роботтар” эшкә килгән

“Красная Башкирия” хужалығында заманса ферма эшләй. Унда оператор, ветеринар, компрессор, һөт урынлаштырыу өсөн бүлмәләр бар.

23 окт, 10:19

Дауаханаға тиклем - бушлай

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр һаулығын тикшертеү өсөн медицина учреждениеларына бушлай йөрөйәсәсәк. Ауыл ерҙәрендә йәшәүсе 65 йәштән үткән кешеләрҙе дауаханаларға һәм кире өйҙәренә тиклем махсус транспорт алып барырға тейеш.

23 окт, 10:10

Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ кодексы булдырыла

Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин йыл аҙағына тиклем уны әҙерләргә ҡушты. Документта инвесторҙарға дәүләт яғынан бөтә ярҙам төрҙәре күрһәтелергә тейеш.

23 окт, 10:00

Әбйәлил районында Бейеш батыр иҫтәлегенә уҡ атыу буйынса турнир үтте

Беренсе тапҡыр ойошторолған бәйгегә хужаларҙан тыш, Өфө, Сибай ҡалалары, Ишембай, Бөрйән, Учалы, Белорет һәм Салауат райондары вәкилдәре ҡатнашты. Мәргән уҡсылар үҙ оҫталыҡтарын ҡатмарлы һауа шартарында һынаны.

22 окт, 23:26