Яңылыҡтар таҫмаһы

Өфөнөң Дим биҫтәһендә абилитация үҙәге эшләп килә

Етлекмәй тыуғандар, сәләмәтлеге буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар бында дауалау курстары үтә. Сабыйҙар менән логопед, психолог һәм башҡа белгестәр шөғөлләнә һәм иң мөһиме, ата-әсәләргә уҡыуҙар үткәрелә. Үҙәккә тотош республиканан киләләр.

19 фев, 23:53

Өфөлә үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса «Ихата лигаһы» тамамланды

Хоккей спортын үҙ итеүсе үҫмерҙәр сәкән һуғып, алдынғылыҡ өсөн көс һынашты. Турнирҙы билдәле комментатор Азамат Моратов алып барҙы. Хоккей майҙансығында командалар араһында уйындар ғинуарҙа старт алғайны, сараға өс йөҙҙән ашыу бала йәлеп ителгән.

19 фев, 23:57

Күгәрсен районында "Тере шишмәләр" республика фольклор фестивале үтте

Бәйгелә утыҙҙан ашыу үҙешмәкәр коллектив ҡатнашты, улар араһында сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары ла булды. Халыҡ ижадын өйрәнеүселәр төрлө милләттәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо йолаларын сәхнәләштерҙе.

19 фев, 23:56

Өфөлә күреү һәләте насар булғандар өсөн спектакль күрһәтелде

Сара "Нур" татар дәүләт театрында үтте. Тамашасылар өсөн "Килмешәк" спектакле ҡуйылды. Сәхнәлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия театры артистары уйнаны.

19 фев, 23:55

Әбйәлил районында Таһир Кусимовҡа таҡтаташ асылды

Таһир Кусимовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бәйле саралар дауам итә. Генерал-майорҙың тыуған яғы Әбйәлил районында легендар яҡташтарына арнап смотрҙар ярышы, асыҡ дәрестәр ойошторола. Таһир Кусимов исемен йөрөткән Асҡар ауылы гимназияһында таҡтаташ асылды.

19 фев, 23:54

Быйыл көҙ Иглин районы үҙәгендә мәктәп һәм балалар баҡсаһы сафҡа инер тип көтөлә

Мәктәп 640 уҡыусыға иҫәпләнһә, балалар баҡсаһы 160 урынлыҡ. Ике учреждение ла бер бинала эшләйәсәк. Төҙөлөш "Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект" проекты сиктәрендә бара. Әлегә балалар баҡсаһы стеналары тулыһынса күтәртелгән, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре башланған.

19 фев, 23:52

Өфөлә законһыҙ сүп-сар эшкәртеүҙә ғәйепләнеүселәр эше тикшерелде

законға ярашлы, яуаплы органдар алдында 2030 йылға тиклем ҡалдыҡтарҙың кеше һаулығына, тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү бурысы тора. Ошо уңайҙан Өфөлә законһыҙ сүп-сар эшкәртеүҙә ғәйепләнеүселәр эше тикшерелде. Операцияны Бөтә Рәсәй халыҡ фронты һәм район-ара прокуратураның тәбиғәтте һаҡлау буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе. Берлектәге рейд баш ҡаланың Октябрь һәм Калинин районында ойошторолдо.

19 фев, 23:51

Мәскәүҙә былтыр августа яна башлаған самолетты ултыртып өлгөргән пилоттар тәбрикләнде

Летчиктарға наградаларҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән Республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Роман Симандуев тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Red Wings" авиакомпанияһының Өфө - Сочи рейсы буйынса һауаға күтәрелгән Ту- 204 пассажир самолетына ут тоҡана.

19 фев, 23:50

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров махсус кәңәшмәлә Сибайҙағы экологик хәлде тикшерҙе

Тулы хоҡуҡлы вәкил фекеренсә, урындағы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡала етәкселеге менән берлектә һауаға көкөрт диоксиды бүленеп сығыуын туҡтатыу ваҡытын билдәләнгән. Ул 20 мартҡа тәғәйенләнгән. Әлеге мәлдә карьерҙы һыу менән тултырыу дауам итә.

19 фев, 23:49

Башҡортостанда төбәк милли проекттарын ғәмәлгә ашырыуға 180 миллиард һум аҡса йүнәлтелә

Сумма 5 йылға иҫәпләнгән. Был турала бөгөн Радий Хәбиров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу иҫәбе менән төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашты. Игорь Комаров Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә, "ПЭТ технологиялар" ядро медицинаһы үҙәгендә булып заманса эш алымдары менән танышты.

19 фев, 23:48

Өфө районында «Геройҙар уҙышы» тип исемләнгән ярыш уҙҙы

Федераль кимәлдәге сарала 27 ҡаршылыҡ һыҙаты әҙерләнгәйне. Йүгереү, шина покрышкаларынан яһалған тар тоннель аша үтеү, трамплиндан һикереү һәм башҡа һынауҙар. Ярыштарҙа яңғыҙ ҙа, алты-ете кешенән торған команда менән дә сығыш яһарға мөмкин ине. Спорт байрамы “Йүгер йәки туңып ҡал” девизы аҫтында үтте.

19 фев, 20:17

Сибайҙа тыуып үҫеп, әле Санкт-Петербургта йәшәгән һәм ижад иткән рәссам Валериус - Валерий Иванов атайсалына ҡайтты

Ул ҡасандыр үҙе ҡулына тәүге тапҡыр буяу тотҡан, беренсе һүрәттәрен төшөргән Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Питер рәссамының тыуған ҡалаһына ҡарата һөйөүе сикһеҙ. Ул, мәҫәлән, Сибай карьерын йөрәк рәүешендә эшләп, уны төрлө төҫтәргә буяған. Шул рәүешле тыуған ҡалаһына һөйөүен белдергән.

19 фев, 20:16

Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Заһир Вәлитовты һуңғы юлға оҙатты

Мәрхүм менән хушлашыу Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры фойеһында үтте. Заһир Суфиян улы 1940 йылда Күгәрсен районында тыуған. 1964 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын, 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

19 фев, 20:15

Өфө ҡотҡарыусылары юлда ҡазаға тарыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса ярыш үткәрҙе

Юлда һаҡ бул йәки һәр минут ҡәҙерле! Ҡышҡы миҙгелдә юл йөрөү икеләтә ҡатмарлы – трассаларҙың торошо, машиналар ағымы, тотороҡһоҙ һауа торошо хәүеф тыуҙырыусы төп факторҙар иҫәбендә.Ҡазаланыусыларҙы ҡотҡарыу эше, хәүефһеҙлек сараларын иҫкәртеү - яуаплы органдар иңендә.

19 фев, 20:13

Рәсәй транспорт полицияһына 100 йыл тулды

Транспорт полицияһының бер быуатлыҡ тарихы йәки бынан 100 йыл элек 1919 йылдың 18 февралендә РСФСР-ҙың үҙәк башҡарма комитеты тарафынан «Тимер юл милицияһын һәм тимер юл һағын ойоштороу» тураһындағы декретҡа ҡул ҡуйыла. Ошо көндән башлап был өлкәләге эшмәкәрлек үҙенә хас бай тәжрибә туплай.

19 фев, 20:08

Ейәнсура районы Абҙан һәм Үтәғол ауылдарында автозаправкалар бикле тора

Халыҡ йыл дауамында яғыулыҡты район үҙәгенән һәм Ырымбур өлкәһенән ташырға мәжбүр. Халыҡ ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелерме, автозаправкалар тулы ҡеүәтенә эшләй алырмы? Һорауға яуапты БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова эҙләне.

19 фев, 20:05

Башҡортостанда хакимиәт башлыҡтары подъездар торошо менән таныша

Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров урындарҙағы етәкселек алдында ремонт эшләнәсәк подъездарҙы барып күреү, унда йәшәүселәрҙең фекерҙәрен өйрәнеү бурысын ҡуйғайны.

19 фев, 20:03

Игорь Комаров Өфөлә милли һәм федераль проекттарҙы бойомға ашырыу әҙерлегенә арналған кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2024 йылға тиклем милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн төбәккә 180 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡарала. Дөйөм сумманың өстән бер өлөшө бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан бүленә. Бөгөнгә 12 проекттың да раҫланған паспорты бар. Стратегик бурыстарҙы иһә 55 төбәк проекттары сиктәрендә хәл итеү ҡаралған.

19 фев, 20:02

Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән осрашты

Унда төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре һәм милли проекттарҙы ашырыу барышы буйынса фекер алышынды. Игорь Комаров Башҡортостанда Рәсәй Президентының май указдарын ғәмәлгә ашырыу буйынса бай тәжрибә тупланыуын билдәләне.

19 фев, 19:57

Башҡортостанда ғаиләлә тыуған тәүге сабый өсөн 300 мең һум күләмендәге ярҙамды юллау ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Ағымдағы йылдың алтынсы февраленән тәүге бала өсөн социаль түләүҙе юллау вәкәләттәре башҡа органға йөкмәтелә.

19 фев, 17:45