Иҡтисад

Венгрия эшҡыуарҙары Архангел һәм Благовещен райондарында 3 мең башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы төҙөргә иҫәп тота

Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн инвесторҙар 6 миллиард 200 миллион һум күләмендә аҡса һалырға ла әҙер. Комплекстар йылына 50 мең тонна һөт етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Мәсьәлә республика Хөкүмәтендә уҙған инвестиция сәғәтендә ҡаралды.

25 ғин, 02:52

Башҡортостанда ит ризыҡтары етештереү арта

Республика Хөкүмәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә “Мәләүез ит комбинаты” тәҡдим иткән проект ҡаралды. Әле ойошмала 1 мең ярым тонна ит эшкәртеп сығарыла. Киләсәктә етештереүҙе киңәйтеү планлаштырыла. Бының өсөн 1 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Ойошма етәксеһе Артем Денисов ошо турала белдерҙе.

24 ғин, 12:00

Башҡортостанда Венгрия технологияһы буйынса һөтсөлөк комплексын булдырыу планлаштырыла

Был тема Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Мордовия миҫалында инвестция проекты тәҡдим ителде. Венгрияның агросәнәғәт предприятиеһы вәкиле Габор Палфи һөйләй.

24 ғин, 11:00

Кумертау авиация етештереү предприятиеһы ҡатмарлыҡтар менән яңғыҙы ҡалмаясаҡ

Вертолеттар етештереүсе завод эшләргә һәм етештереү ҡеүәтен арттырырға тейеш. Был бик ауыр мәсьәлә . Сөнки предприятие әле ауыр хәлдә. Әммә беҙ һәр яҡлап та ярҙам итәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров ҡалаға эш сәфәре барышында.

23 ғин, 23:51

Өфөлә коммерция булмаған ойошмаларҙың ролен билдәләү буйынса түңәрәк өҫтәл үтте

Төп маҡсат – йәмғиәтте берләштереү. Өфөлә Республика башлығы мөрәжәғәтнамәһенең төп идеяларын тормошҡа ашырғанда коммерция булмаған ойошмаларҙың ролен билдәләү буйынса түңәрәк өҫтәл үтте.

22 ғин, 23:28

Саҡмағош районында ике йыл эсендә 9 кооператив хужалыҡ барлыҡҡа килгән

Уларҙың төрлө тармаҡта махсуслашыуы билдәле. Башҡортостандың ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, кооперативтар һаны буйынса республика илдә лидерҙар иҫәбендә. Быға башлыса дәүләт ярҙамы булышлыҡ иткән. Саҡмағош районы Аблай ауылында йәшәүсе Нурисламовтар ғаиләһе фермерлыҡ эше хаҡында киләһе яҙмала.

22 ғин, 21:37

Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләү суммаһы раҫланды

Ошо турала документҡа ҡул ҡуйылды. Төрлө муниципалитет өсөн хаҡтар төрлөсә. Иң ҙур сумманы Өфөлә түләйҙәр. Бала өсөн көнөнә 145 һумдан билдәләнгән.

20 ғин, 16:17

Баймаҡта йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә

Баймаҡ йылҡысылыҡ йүнәлешендә үҫешкән район һынала. Шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү, уларҙың генофондын һаҡлап ҡалыуға төрлө яҡлап булышлыҡ итеүсе төбәк булараҡ та билдәле. Башҡорт тоҡомло аттарҙың киләсәге һәм малдарға ҡағылышлы проблемалар хаҡында урындағы фермерҙар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты.

18 ғин, 22:27

Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙарын ситкә һатыу планы арттырып үтәлгән

Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың 1 декабренә 92 миллион ярым долларлыҡ аҙыҡ-түлек ситкә һатҡан. Был күҙалланғандан юғарыраҡ күрһәткес. Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары Бойондороҡһоҙ дәүләтттәр берләшмәһе илдәренә, Төркиә, Иран, Монголия һәм Балтика буйына һатыла.

18 ғин, 22:20

Башҡортостанда спорт һәм эш кейеме етештереүсе предприятие ойошторола

Унда өҫтәмә мең кеше өсөн эш урындары булдырыла. Проект бөгөн республика йортонда үткән инвестиция сәғәтендә тикшерелде.

18 ғин, 02:30

Кисә Берлинда «Йәшел аҙна-2020» 85-се халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

Рәсәй экспозицияһында Башҡортостан да ҡатнаша. Күргәҙмә ҡунаҡтары беҙҙең республикала етештерелгән кондитер изделиелары, бал һәм умартасылыҡ тауарҙары, сыр, ҡуйыртылған һөт, ит, сәй продукцияһы менән таныша.

18 ғин, 02:24

Рәсәйҙә эшһеҙлек буйынса пособиелар бер нисә тапҡырға артыуы мөмкин

Ил хөкүмәтендә ошондай тәҡдим әҙерләнгән, ул быйыл ҡарала. Әле эшһеҙҙәр өсөн айлыҡ минималь түләү суммаһы 1 мең ярым һум. Йәшәү минимумы иһә - 12 мең һумдан арта.

15 ғин, 11:52

Башҡортостанда "Күмертау" һәм "Бәләбәй" йылдам үҫеш биләмәләренә инвесторҙар килә

9 яңы резидент теркәлде. Уларҙың алтыһы проекттарын Күмертауҙа ғәмәлгә ашыра. 70 миллион һум инвестиция йүнәлтелә. Бәләбәйгә иһә 20 миллион һумлыҡ проекттар менән өс инвестор килә.

15 ғин, 10:00

Башҡортостанда быйыл ауылда бизнес үҫтереүгә 1 миллиард һум бүленә

Милли проекттар һәм грант программалары буйынса эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтелә. Былтыр республикала 108 ауыл хужалығы кооперативы һәм 129 фермер хужалығы булдырылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алдынығы урында килә. “Ауылда эшләргә теләгән йүнселдәргә дәүләт яғынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә”, - ти Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов.

14 ғин, 15:18

Башҡортостан эшҡыуарҙарын Японияға халыҡ-ара күргәҙмәгә саҡыралар

Республика тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр март айында планлаштырыла.

14 ғин, 10:05

Республика ситтән индерелгән ҡош итен үҙебеҙҙә етештерелгәне менән алмаштырасаҡ

Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов бөгөн ошо хаҡта хәбәр итте. Әле Башҡортостан ҡош итен Көнъяҡ Америка дәүләттәренән һатып ала.

13 ғин, 17:01

Башҡортостанда шәкәргә хаҡ төшөүе күҙәтелә

Был былтыр шәкәр сөгөлдөрөнөң күп булыуына бәйле. Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә үткән йылдың уңыштары һәм уңышһыҙлыҡтары менән Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов таныштырҙы.

13 ғин, 13:16

Илдә ҡара икмәк ҡиммәтләнә

Уның сәбәбе былтыр арыш уңышы насар булыу менән бәйле. Уҙған йыл 1 миллион 426 мең тонна самаһы арыш йыйып алғандар. Был 1965 йылдан алып иң насар күрһәткес тип иҫәпләнә. Ҡара икмәккә хаҡтың үҫеүе үҙ сиратында аҡ икмәктең дә ҡиммәтләнеүенә килтерәсәк тип иҫәпләй белгестәр.

13 ғин, 13:00

Өфө трамвай-троллейбус заводында яңы етештереү линияһы асыла

Электр транспорты кузовын үҙебеҙҙә эшләп сығарыу яйға һалына. Әле проект әҙерләнә, яңы техника июль айында һынау үтәсәк. Был турала хөкүмәттә "Инвестиция сәғәте"ндә белдерелде. Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан яғынан ярҙам буласаҡ тине.

10 ғин, 10:00

Өфөлә йылына йөҙ троллейбус етештереү күҙаллана

Баш ҡалала трамвай-троллейбус эшләп сығарыу тураһында проект бөгөн Хөкүмәт йортонда Инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Белгестәр билдәләүенсә, был электротранспорт төрө 90 процентҡа сафтан сыҡҡан.

10 ғин, 00:48