Иҡтисад

Баш ҡалала туризмды үҫтереү юлдары барлана

"Туриндустрия" форумында ҡатнашыусылар халыҡ-ара компаниялар менән бәйләнештәрҙе нығытыу, туристарҙы йәлеп итерлек объекттар булдырыу мөһимлеген билдәләне.

15 ноя, 15:29

Бөгөн Бөтә донъя сифат көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан баш ҡалала «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» исемлегенә ингәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Быйыл федераль кимәлдәге конкурста ҡатнашырға теләк белдергән республиканың биш тиҫтәләп предприятиеһы еңеүсе тип билдәләнде.

14 ноя, 22:31

Бөрйән районы өсөн ҙур инвестицион проект – ҡояш электр станцияһы төҙөлөшө дауам итә

Уның яҡынса хаҡы бер миллиард һум тәшкил итә. Был станцияның аккумулятор менән булыуы – Рәсәйҙә тәүге тәжрибә. 10 мегаватлыҡ станция киләсәктә төбәктең электр хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында эшләнә. Урындағы халыҡҡа яңы эш урынын булдырып ҡына ҡалмай, район үҫешенә ыңғай йоғонто яһар тип көтөлә. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

14 ноя, 22:29

Башҡортостан Башлығының “сентябрь” указын тормошҡа ашырыу буйынса проекттар ҡаралды

Ултырышты беренсе вице-премьер - Республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов үткәрҙе. Унда яңы иҡтисадты булдырыу һәм инвестицион үҫеште тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

14 ноя, 18:00

Өфөлә "Туриндустрия" форумы бөгөн дә эшләй

Күргәҙмәнән тыш, форумда ҡатнашыусыларға эшлекле программалар ойошторолған. “Башҡортостанда туризм үҫешһен өсөн инфраструктура кәрәк. Ошо йүнәлештә яңы ҡарарҙар ҡабул ителһен ине”, - ти “Урал батыр” туроператоры етәксеһе Кинйә Кускилдин.

14 ноя, 12:09

Благовещен арматура заводында заманса мейес сафҡа инде

Ул быға тиклем дизель яғыулығында эшләгән һәм иҡтисади яҡтан ҡиммәткә төшкән. “Йәйғор” район-ара газетаһы журналисы Лира Батыргәрәева һөйләй.

13 ноя, 15:15

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем төҙөлөргә тейешле төп объекттарҙың хаҡын иҫәпләнеләр

Иҡтисади үҫеш һәм инновацион сәйәсәт, Финанс министрлыҡтары баһалауынса Радий Хәбировтың сентябрь указына ярашлы, төҙөлөш өсөн сығымдар 200 миллиард һум була. Был турала Республика хөкүмәте президиумы ултырышында белдерелде.

13 ноя, 11:34

Башҡортостанда төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү юлдары барлана

6 декабрҙә "Янғантау" шифаханаһында төбәк-ара форум уҙғарыла. Унда шулай уҡ Республика башлығы янындағы инвестиция советы ултырышы, ауыл хужалығы, урман сәнәғәте һәм туризмды үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған.

13 ноя, 10:00

2019 йылда Башҡортостан милли проекттарҙы бойомға ашырыуға федераль ҡаҙнанан 68 миллиард һум аҡса аласаҡ

Был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары , иҡтисад һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Республика 21 дәүләт программаһы, 7 федераль маҡсатлы һәм федераль адреслы инвестиция программаларында ҡатнаша.

12 ноя, 22:07

Район-ҡалалар юл төҙөлөшө өсөн бүленгән аҡсаны йыл аҙағына тиклем алып бөтөргә тейеш

Республика хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров рәйеслегендә үткән төҙөлөш һәм транспорт сәғәтендә билдәләнеүенсә, быйыл Юл фонды буйынса Башҡортостан заказы 24 миллиард ярым һум күләмендә раҫланған.

12 ноя, 22:04

Өфө һәм Прага араһы яҡыная

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Чехияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Витезслав Пивонька менән осрашты. Унда Өфө һәм Прага араһында авиабәйләнеште тергеҙеү мәсьәләһе күтәрелде. Константин Толкачев был рейстың халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыуын белдерҙе. Парламент рәйесе ике яҡлы бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү мөһимлеген билдәләне.

12 ноя, 18:00

Милли проекттар ғәмәлдә

2019 йылда Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан 68 миллиард һум аҡса ала. Был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, иҡтисад һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.

12 ноя, 15:00

Башҡортостанда инфляция 2,6 процентҡа еткән

Ун ай эсендә башлыса тауарҙар һәм хеҙмәттәр ҡиммәтләнгән, тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән. Рәсәй буйынса иһә инфляция 2,4 процент менән билдәләнгән.

12 ноя, 12:00

Башҡортостан менән Чехия 2024 йылға тиклем тауар әйләнешен ун тапҡырға арттырырға ниәтләй

Бынан тыш, милли валютала-һум һәр крондарҙа сауҙа итеү һөйләшеп килешелде. Был маҡсаттар ике республика вәкилдәренең осрашыуында билдәләнде.

11 ноя, 21:45

Абҙаҡ карьерында ҡырсынташ ваҡлау буйынса яңы ҡорамал сафҡа инде

Белорет районында етештерелгән сеймал элек-электән асфальт түшәүҙә киң ҡулланыла. Ләкин түбән ҡеүәтле булыу сәбәпле, ваҡ ҡырсынташтар күрше төбәктән һатып алынған. Яңы ҡоролманың үҙенсәлектәре тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

11 ноя, 21:06

Федераль финанслауҙы йәлеп итеү буйынса республика хөкүмәтендә эштәр әүҙем алып барыла

Аҡсаның төп өлөшө Башҡортостанда иҡтисад, социаль өлкәләрҙе һәм төбәктең инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелә. Быйыл федераль ҡаҙнанан аҡса бүлеү өсөн 119 заявка йүнәлтелгән, ти белдерҙе бөгөн Хөкүмәттә үткән ултырышта Вице-премьер - Республика Иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

11 ноя, 18:08

Башҡортостан һәм Чехия 2024 йылға тауар әйләнешен 10 тапҡырға арттырырға ниәтләй

Башҡортостан һәм Чехия 2024 йылға тауар әйләнешен 10 тапҡырға арттырырға һәм иҫәпләшеүҙәрҙе милли валюта-һумдарҙа һәм кронала башлауҙы ниәтләй. Хөкүмәт етәксеһенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Чехия делегацияһы башлығы, Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкил Витезслав Пивонька менән осрашыуында ошондай маҡсат ҡуйылды.

11 ноя, 18:00

Бөрйән районында инвестиция проекттарының үтәлеше барышын тикшерҙеләр

Комиссия ҡояш электр станцияһы һәм Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшө менән танышты. Һуңғыһын 2014 йылда уҡ эшләй башлағандар. Йыл аҙағына тиклем күпер сафҡа инәсәк, тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Азат Фәтхетдинов.

07 ноя, 13:13

Башҡортостанда "Бәләбәй" йылдам үҫеш биләмәһендә яңы резидент теркәлде

Унда ағас эшкәртеү цехы асыла. Инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу 322 миллион һумға баһалана. 150-гә яҡын эш урыны булдырыла.

07 ноя, 10:00

Башҡортостанда газ үткәреү өсөн сертификаттар 11 ноябрҙән таратала башлай

Документтар Күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул ителә. Һуғыш ветерандары, инвалидтар, ишле һәм мохтаж ғаиләләр ташламаға эйә була. Сертификат хаҡы 60-100 мең һум. Программа 4 йылға иҫәпләнгән.

06 ноя, 19:00