Иҡтисад

Радий Хәбиров 2020 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәрергә вәғәҙәләне

Был турала Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “Киләһе йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә быйылғы менән сағыштырғанда, эш хаҡы өсөн 1 миллиард 600 миллион һумға күберәк йүнәлтәбеҙ. Ә өс йылда уларҙың эш хаҡы 9 миллиард 700 миллион һумға арта. Бындай үҫеште һәр кем тоя аласаҡ”, - тип яҙған Радий Хәбиров.

06 ноя, 18:02

Пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу өсөн субсидия алырға мөмкин

Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу өсөн субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Киләһе алты йылда республикала "Демография" милли проекты сиктәрендә хаҡлы ялға сығырға йыйынған мең ярым кеше өҫтәмә белем аласаҡ.

06 ноя, 16:01

Милек һалымдарын түләү өсөн бер айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды

Иҫкәртмәләр Республикала 3 миллион ярым кешегә ебәрелгән. Иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәлиә Ғәлимова әйтеүенсә, һалымдарҙы мотлаҡ түләргә кәрәк, был аҡса бюджетты тулыландыра, башлыса социаль өлкәгә йүнәлтелә.

06 ноя, 15:52

Учалы районында инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

Силәбе эшҡыуарҙары менән берлектәге проект 2019 йылдың июлендә республика эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡаралған, газ тәьминәте менән бәйле техник мәьәләләр ыңғай хәл ителгән. Әлеге ваҡытта Учалыла яңы элеватор ҡораусыларға субсидия алыу һәм грантта ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Иген культураларын эшкәртеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.

05 ноя, 22:59

Киләһе йылдан фитнес-хеҙмәттәргә һалым ҡайтармаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Финанс министрлығы әҙерләгән закон проекты Рәсәй хөкүмәтенә тапшырылған. Документҡа ярашлы, ҡайтарма алыу мөмкин булған иң ҙур сумма 120 мең һумға тиң. Йәғни, һалым түләүселәрҙең 15 мең һумға тиклем НДФЛ-ды кире алыу, шул рәүешле фитнес-абонементҡа тотонған аҡсаһының бер өлөшөн ҡайтарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

05 ноя, 15:28

Башҡортостанда ағас ултыртыу һәм махсус техника һатып алыуға быйыл 198 миллион һум бүленә

Аҡса “Экология” милли проекты буйынса йүнәлтелә. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылғаса 15 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу планлаштырыла.

05 ноя, 13:22

Республика яңы финанс йылына 20 миллиардтан ашыу дефицит менән инә

Был турала бөгөн Өфөлә Башҡортостандың 2020-2022 йылға планлаштырылған бюджет законы проекты буйынса үткәрелгән йәмәғәт тыңлауҙарында хәбәр ителде. Алдан күҙаллау буйынса, киләһе йылда төбәк ҡаҙнаһына 194 миллиард һум аҡса килеүе, ә сығымдар иҫәбе 216 миллиард булыр тип көтөлә. Республика финанс министры Лира Иғтисамова дефицитты ҡаплау планы менән таныштырҙы.

05 ноя, 13:17

Башҡорт ҡымыҙын Фарсы ҡултығы илдәренә һата башлайҙар

Был турала Республика тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәренең Кувейттың "Алмаса" компанияһы етәкселеге менән осрашыуында килешелде.

05 ноя, 11:21

Башҡортостан аграрийҙары 2019 йыл өсөн ауыл хужалығы тармағы уңыштарын барлай

Маҡсаттар үтәлде. Төбәктә етештерелгән продукция республика граждандарын туҡландырыр өсөн етерлек кимәлдә тип баһаланды. Был хаҡта ведомство етәксеһе Илшат Фәзрахманов Стәрлетамаҡта үткән ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған тантанала хәбәр итте. Артабан киләһе яҙмала.

02 ноя, 22:11

Башҡортостандың 40-тан ашыу сәнәғәт, төҙөлөш, аграр тармаҡ предприятиеһы милли проектта ҡатнаша

Йыл аҙағына тиклем исемлеккә тағы ла 8-10 предприятие инергә тейеш. "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы, беҙҙең төбәк проекттары ла бар.

31 окт, 15:00

Республика хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу тамамлана

Шаран районында ла эштәр һуңғы гектарҙарҙа бара. Район буйынса татлы тамыр баҫыуҙарының уртаса гектар ҡеүәте 600 центнерға етә яҙа. Ә инде «Мусин» крәҫтиән-фермер хужалығында күрһәткес 600 центнерҙан да ашҡан. Әлеге ваҡытта хужалыҡта эштәр тамамланыу алдында.

30 окт, 23:38

Ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшырта

Республикала Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты "Беренсе бала өсөн 300 мең һум" программаһы үтәлеше буйынса мәғлүмәттәр бирҙе. Матди ярҙам 2017 йылдан 2018 йыл аҙағына тиклем беренсе бала тапҡан мохтаж ғаиләләр өсөн тәғәйенләнә.

30 окт, 18:07

Башҡортостанда ағас ултыртыу һәм махсус техника һатып алыуға быйыл 198 миллион һум бүленә

Аҡса “Экология” милли проекты буйынса йүнәлтелә. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылғаса 15 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу планлаштырыла.

30 окт, 12:19

Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы сығарыла һәм сояны тәрән эшкәртеү ойошторола

Республика Үҫеш корпорацияһында Ҡытай инвесторҙары менән осрашыу уҙҙы. Улар Благовещен районында соя үҫтереп эшкәртерергә ниәтләй. Илдә ауыл хужалығы техникаһына ҡытлыҡ күҙәтелә. Шуға беҙҙең республикала комбайн һәм трактор етештереү планлаштырыла.

30 окт, 10:12

Башҡортостанда 300 мең һум түләү буйынса программа аҙағына яҡынлаша

Сертификат ғаиләлә беренсе бала тыуған өсөн бирелә. Уны йәшәү шарттарын яҡшыртыуға тотонорға кәрәк. Программала ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, ул ике өлөшкә бүленгән.

29 окт, 15:30

Республикала үҙ эшен башлаусыларға ярҙам күрһәтелә

Бөгөн Ишембай ҡалаһында көньяҡ райондарҙа йәшәгән эшҡыуарҙар өсөн семинар үтә. Тәжрибәле белгестәр саҡырылған, бушлай консультациялар бирелә. Ишембай районы хакимиәте вәкиле Хәлим Хафизов һөйләй.

29 окт, 13:31

Алдағы ете ай һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан менән Тажикстан араһында тауар әйләнеше ике тапҡырға артҡан

Экспортҡа килгәндә, республиканан, тәү сиратта, сода, химия продукцияһы, көнбағыш майы, быяла оҙатыла. Иҡтисади хеҙмәттәшлек тағы ла нығыр тип көтөлә. Республика йортонда үткән эшлекле осрашыуҙа Тажикстан делегацияһы нефть коксы, авиация кәрәсиненә лә ихтыяж юғары булыуын билдәләне. Һөйләшеү барышында төбәккә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе лә күтәрелде.

28 окт, 22:34

Башҡортостанда йорт төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү өсөн 175 миллион һум бүленде

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары законға үҙгәрештәр индерҙе. Өлөшсөләргә ярҙам итеү өсөн фонд булдырыла. Бының өсөн аҡсаның байтаҡ өлөшө федераль үҙәктән бүленә.

28 окт, 11:22