Иҡтисад

Баҫыу көнө-2018

Ер хужаларса ҡараш талап итә. Был турала бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы Артемида хужалығы нигеҙендә үткән Баҫыу көнө семинар кәңәшмәһендә билдәләнде. Бөгөн ул көньяҡ урманлы дала райондары өсөн ойошторолдо. Ауыл эшсәндәре алдында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов телмәр тотто. Тармаҡтағы төп мәсьәләргә туҡталып ул, сәсеүлектәрҙе төрлөләндереү һәм мәғлүмәтте һанлы форматҡа күсереүҙең әһәмиәтен билдәләне.

31 июл, 23:57

Игенгә талпан төшкән

Мәләүез районының "Салауат" ауыл хужалығы кооперативына быйыл сәсеүлек майҙандарын ҡоротҡостарҙан һаҡлап ҡалыу өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә. Билдәле булыуынса, талпан уңыш күрһәткестәренә ярайһы уҡ зыян килтергән. Уртаса гектар ҡеүәте хәҙер 30 центнер ғына тәшкил итә, был уҙған йыл менән сағыштырғанда, яҡынса ике тапҡырға кәмерәк.

30 июл, 23:44

Балтас районында иген урып-йыйыу комбайндарының техник торошон тикшереү буйынса төбәк семинар-кәңәшмә үтте

Баҫыу эштәре ваҡытында ҡеүәтле техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу мотлаҡ. Юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмаҫ өсөн комбайнерҙарҙың белемле, тәжрибәле булыуы талап ителә. Осрашыу барышында райондарҙан килгән хужалыҡ етәкселәрен комбайндарҙың техник торошона ҡуйылған талаптар менән таныштырҙылар. Шулай уҡ практик өлөштә төбәктең Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тиҫтәнән ашыу комбайндың эшләү ҡеүәтен ҡарап сыҡты. Семинар аҙағында иң яҡшы механизаторҙарға ведомство етәкселеге Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

29 июл, 00:00

Мәсетле районы Кесе Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводы асылды

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программаһы сиктәрендә уҙғарылған төҙөкләндәреү ғәмәлгә ашты. Мәсетле районы Кесе Ыҡтамаҡ ауылында оҙайлы реконструкциянан һуң кирбес заводы асылды. Төп төҙөлөш материалын етештереү 2005 йылда туҡтап ҡала, сөнки завод ҡорамалдары иҫкереп сафтан сыға башлай. Яңыртылғандан һуң заводта тәүлегенә 30 мең кирбес етештереү мөмкинлеге буласаҡ.

28 июл, 23:52

Баҫыу көнө баймаҡта

Баймаҡ районында көньяк төбәктәр өсөн "Баҫыу көнө" төбәк-ара семинар-кәнәшмә үтте. Сара 300- ләп тармаҡ белгесен йыйҙы. Ауыл хужалығы алдында торған мөһим бурыстар, көҙгө баҫыу эштәренә әҙерлек, яны техника һәм селекция өлгөләре менән таныштырыу, дәүләт программалары буйынса үҙгәрештәр һәм башҡа мәсьәләләр семинар эшендә ҡаралды.

27 июл, 23:40

Саҡмағоштар тәүгеләрҙән булып урып-йыйыу эштәренә тотондо

Республиканың көньяҡ урман-дала зонаһында Саҡмағоштар тәүгеләрҙән булып урып-йыйыу эштәренә тотондо. Райондың алдынғылар иҫәбендә булған "Байбулат" хужалығы быйыл 34 гектар майҙанда ужым бойҙай һуға. Әлегә контроль күрһәткестәр буйынса, гектар ҡеүәте илле центнер тәшкил итә. Урында механизаторҙарға ҡытлыҡ юҡ, баҫыуҙа дүрт ҡеүәтле техника эшләй.

27 июл, 23:36

Ер өлгөләрен өйрәнеүсе яңы ҡорамал

Ер торошон тикшереүҙә теүәл өлгөләр. Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия һәм урман хужалығы факультетында ер өлгөләре менән эшләүсе яңы ҡорамал. Автоматлаштырылған машина Данияла етештерелгән. Хаҡы миллион ике йөҙ мең һум. Уның ярҙамында сменаһына меңләгән тупраҡ өлгөләрен тикшерергә мөмкин.

27 июл, 00:35

"Рассвет" фермер хужалығы сөгөлдөр ҡаҙыуға төштө.

10 тонна яңы уңыш бөгөн үк кибет кәштәләренә, баҙарҙарға оҙатылды. Былтыр татлы тамыр гектарынан 40 тонна алынһа, йәшелсә быйыл да һөйөндөрмәксе, ти хужалыҡ етәксеһе.

24 июл, 23:52

Башҡортостан ит, һөт һәм бал етештереү буйынса тәүгеләр рәтендә

2017 йылға йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәлә, ил буйынса республика ит етештереү, шулай уҡ эре мал баштары буйынса беренсе урынға сыға.

24 июл, 12:03

Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм эшҡыуарлыҡ. Гүзәл зат вәкилдәре айырыуса матурлыҡ салондары, мода индустрияһында уңышлы эшләй. Өфөлә эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар йыйыны үтте. Форум барышында гүзәл заттар үҙ эшеңде асыу, капиталь башланғыс, килемле эшҡыуарлыҡ алып барыу буйынса фекер алышты.

23 июл, 21:57

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра

Ауыл хужалығында ҡыҙыу осор . Аграрийҙар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Баймаҡ районында ла 2900 гектар ер сабылған, 1200 тонна бесән һәм 2500 тонна сенаж әҙерләнгән.

23 июл, 21:51

Бәләбәйҙә яңы балалар баҡсаһы ҡалҡып сығасаҡ.

Бәләбәйҙә яңы балалар баҡсаһы ҡалҡып сығасаҡ. Объектты 2019 йылда сафҡа индереү ҡаралған.

23 июл, 21:44

Благовар районында мал аҙығын әҙерләү 85 процентҡа теүәлләнгән

Әлеге ваҡытта төбәк хужалыҡтары силосты тамамлап, сенажға төшкән. "Регион" хужалығында мәҫәлән, бесән йыйалар. Эш ике-өс көндә теүәлләнер тип күҙаллана. Ауыл хеҙмәтсәндәре әйтеүенсә, быйылғы уңыш былтырғынан күпкә яҡшыраҡ. Бесән рулоны сифаты, ауырлығы менән дә айырыла. Ике-өс метр һайын тиерлек ҡалдырылған бер төргәк сенаж 300 килограммға етә.

20 июл, 00:10

Ағас әҙерләүгә яңы техника

Республикала ағас әҙерләү һәм технологик сеймалды урындағы эшкәртеү предприятиеларына оҙатыу күләме артасаҡ. Ағастарҙы үҙләштереү һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән проект башланғысы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында раҫланды. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн урман хужалыҡтары заманса техникалар менән тәьмин ителәсәк.

19 июл, 23:47

Кәзә үләне сенажға

Сенаж һутланған осор. Архангел районында мал аҙығын әҙерләү дәррәү бара. Хужалыҡтар бесән йыйыу менән бер рәттән сенаж соҡорҙары ла тултырыла. Күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарында техника тауышы тынғаны юҡ. Маҡсат аяҙ көндәрҙе файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплап ҡалыу.

18 июл, 00:03

Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" проектына ярашлы, быйыл Өфөлә 52 юл участкаһы төҙөкләндереләсәк. Яңыртылған юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо һикһән километрҙан ашыу. Эш күләме былтырғы менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк. Үткән йыл программа сиктәрендә 62 саҡырым асфальт яңыртылды.

17 июл, 23:32

Йәйге cәсеү

Быйыл да Урал аръяғы төбәктәре йыш ҡабатлана торған ҡоролоҡҡа дусар булды. Ҡояшлы һәм ямғырһыҙ көндәр үләндәрҙе киптерҙе, тау биттәрендәге ҡылған һарғайып ҡатты. Шуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар әлеге ваҡытта ҡышҡылыҡҡа мал әҙерлеге әҙерләй. Яуым-төшөмдөң былтырғынан биш тапҡырға кәмерәк булыуын иҫәпкә алып, Әбйәлилдәр үлән сәсеүгә тотонған. Үҫтерелгән уңышты улар көҙгөлөккә сабып алырға ниәтләй.

17 июл, 22:29

Өфөлә еләк баҙарында 11 тонна еләк һатылған

Өфөлә ял көндәрендә еләк йәрминкәһе үтте. Башҡалаға еләк төрҙәрен республиканың ете районы алып килде. Барлығы ике миллион һумға торошло продукция һатыла. Йәрминкәлә өс меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

17 июл, 09:27

Башҡортостанда Нура йылғаһы аша күпер асылды

Белорет районында Нура йылғаһы аша күперҙе тантаналы шарттарҙа астылар. Сара ҡаланың 256 йыллығына арнала. Күперҙе асыу тантанаһында Белорецк районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Белорецк ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Поляков,Ломовский ауыл советы башлығы Сергей Федеров һәм Ломовка ауыл халҡы ҡатнашты.

13 июл, 13:56

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы 84 мең һумға тиклем артасаҡ

Башҡортостанда хеҙмәт хаҡын 84 мең һумға тиклем арттырыу күҙаллана. Рөстәм Мәрҙәнов республика киләсәге планы менән бүлеште. Хеҙмәт хаҡын 2035 йылға арттырыу күҙаллана.

13 июл, 10:13