Иҡтисад

Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 2 миллиард һум бүленә

Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров "Коммерсант" баҫмаһына интервьюла белдерҙе. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төбәк программаһы алты йылға ҡабул ителгән. Бизнес менән шөғөлләнергә теләүселәргә хоҡуҡи, финанс һәм консультацион ярҙам күрһәтелә.

11 июн, 08:00

Йәрмәкәй районында ҙур һөтсөлөк фермаһының беренсе сираты файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Йәрмәкәй районында ауыл хужалығына бүленгән инвестициялар маҡсатлы ҡулланыла. Тиҙҙән районда республикалағы иң ҙур һөтсөлөк фермаһының беренсе сираты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Башҡортостан һәм немец эшҡыуары менән берлектәге проекттың хаҡы - 3 миллиард һум. Ышаныслы инвестор баҙарға ураса хаҡ менән сифатлы һөт етештерергә,төбәктең инфраструктураһын үҫтерергә вәғәҙәләй. Йәрмәкәй районы Семен-Маҡар ауылында һөт етештереү комплексы төҙөлөшө менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

10 июн, 23:35

Петербург иҡтисади форумы Башҡортостан өсөн һөҙөмтәле булды

Ике көн эсендә 82 миллиард һумға яҡын суммаға инвестиция килешеүҙәре төҙөлгән. Был турала бөгөн республика хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Вице-премьер-республика хөкүмәте аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов.

10 июн, 11:00

Башҡортостан инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингта 16-сы урында

Беҙҙең республика уҙған йыл менән сағыштырғанда, 7 баҫҡысҡа күтәрелгән. 2019 йыл һөҙөмтәләрен Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында стратегия башланғыстары агентлығы белгестәре ишеттерҙе.

07 июн, 15:18

Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Росатом” дәүләт корпорацияһы араһында килешеү төҙөлдө

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм атом энергияһы буйынса “Росатом” дәүләт корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм дәүләт корпорацияһы генераль етәксеһе Алексей Лихачёв ҡул ҡуйҙы.

07 июн, 15:15

“Инвестициялар һалынмаһа, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылмаһа, бер нимә лә булмаясаҡ”

Был турала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Ул Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында “Рәсәй-24” телеканалына интервью бирҙе.

07 июн, 15:00

Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды Күмертауға процентһыҙ кредит бирә

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм фонд директоры Ирина Макиева ошондай килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

07 июн, 10:04

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының беренсе көнөндә Башҡортостан 70 миллиард һумға килешеүҙәр төҙөнө

Беҙҙең республика делегацияһын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләй. Форумдың беренсе көнөндә 14 килешеүгә ҡул ҡуйылды.

07 июн, 10:00

Рәсәйҙә ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеш программаһына 2 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

2025 йылға тиклем ҡабул ителгән яңы документ Башҡортостанда ла тормошҡа ашырыласаҡ. Бөгөн ошоға бәйле депутаттар һәм ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге ҡатнашлығында аудиоселектор кәңәшмә үтте.

06 июн, 23:33

Башҡортостанда аҡыллы ҡалалар була

"Ростелеком" Башҡортостанда "Аҡыллы ҡала" проектын ғәмәлгә ашырасаҡ. Бөгөн Петербург иҡтисади форумында беҙҙең республика менән "Ростелеком" араһында килешеү төҙөлдө. "Аҡыллы ҡала" проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән документҡа Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм компания президенты Михаил Осеевский ҡул ҡуйҙы.

06 июн, 19:00

Башҡортостан "КАМАЗ" менән хеҙмәттәшлек итә

Бөгөн Петербург иҡтисади форумында Республика хөкүмәте менән "КАМАЗ" йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һәм компания генераль директоры Сергей Когогин ҡул ҡуйҙы.

06 июн, 18:00

Башҡортостан хөкүмәте һәм RAILGO компанияһы араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан хөкүмәте һәм RAILGO компанияһы араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм компания идаралығы рәйесе Рахман Хәлилов имзаланы. Килешеү нефть һәм нефть продукттарын ташыған тимер юл составтары паркын яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Был иһә ташылған тауар күләмен арттырырға, яңы хеҙмәт урындары булдырырға мөмкинлек бирә. 20 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалыу күҙаллана.

06 июн, 16:00

Рәсәйҙә ауыл биләмәләрен үҫтерәсәктәр

Был турала Дәүләт программаһы ҡабул ителде. Ул биш йылға иҫәпләнгән.

06 июн, 15:16

Өфө менән Кузбасс араһы яҡыная

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Кемеров өлкәһе губернаторы Сергей Цивилёв осрашты. Улар хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында фекер алышты.

06 июн, 15:05

Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда Башҡортостанда "сүп-сар реформаһы" барышы менән таныштырҙылар

Беҙҙең республикала был өлкәлә үҙгәртеп ҡороуҙарға 500 миллион һум бүленгән. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, эшкәртеү һәм утилләштереү тәжрибәһе тураһында һөйләне. Октябрьский ҡалаһы өлгө булараҡ күрһәтелде.

06 июн, 10:04

Башҡортостан вәкилдәре Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша

Сара бөгөн рәсми асыла. Беҙҙең делегацияны Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкләй. Ул пленар ултырышта һәм бер нисә фекер алышыу майҙансығында ҡатнаша.

06 июн, 10:00

Борай районында 9 мең 600 башҡа иҫәпләнгән эре мал һимертеү майҙансығы төҙөлөшө башланды

Проект Рәсәй-Италия партнерлығы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Инвестиция күләме ярты миллиардтан һумдан ашыу буласаҡ. Төҙөлөш дүрт этапҡа иҫәпләнгән, тәүгеһе быйыл көҙ тамамлана. Проектҡа ярашлы, комплекс 2022 йылда тулы ҡеүәттә эшләй башлай.

05 июн, 23:02

Башҡортостан Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ҡабул итә

Форумда әлегә 500-ҙән ашыу бизнес вәкиле ҡатнашырға теләк белдергән. Экология, туризм, транспорт инфратруктураһы үҫеше, уңайлы ҡала мөхите булдырыу темалары ҡарала, төрлө күргәҙмәләр ойошторола.

05 июн, 18:03

Башҡортостанда быйыл 17 ауыл хужалығы кооперативы булдырылған

Мәскәүҙә фермерлыҡты үҫтереүгә арналған кәңәшмә үтте. Унда Республика Хөкүмәте вице-премьеры - Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов ҡатнашты.

05 июн, 13:13