Иҡтисад

Быйыл республикала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 1 миллиард 400 миллион һум аҡса бүленгән

"Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бөрө ҡалаһы һәм Бишбүләк районында ла халыҡҡа ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн яңы урындар барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш эштәре барышы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

03 июн, 23:21

"Урал аръяғы-2019"

Кесе бизнес проблемалары, уларҙы хәл итеү юлдары, эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре "Урал аръяғы-2019" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡарала. Һабантуйҙың тәүге өлөшө Сибайҙа була, аҙаҡ инвесторҙар Әбйәлил районына күсә.

03 июн, 15:05

Республиканың агросәнәғәт комплексында яңы концепция ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ

Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы нигеҙендә үткән ултырышта төрлө ведомство етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар төбәктең ауыл хужалығын юғары кимәлгә сығарыу юлдарын барланы. Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн агросәнәғәт комлексында фермерҙар үҙҙәре етештергән продукцияны урында уҡ эшкәртеп, бренд кимәленә еткереп һатырға тейеш.

03 июн, 13:00

Башҡортостанда газдарҙы еҫле углеводородтар итеп эшкәртеү буйынса Рәсәйҙәге тәүге завод барлыҡҡа килеүе ихтимал

Был проект Радий Хәбиров рәйеслегендәге инвестиция сәғәтендә хупланды. Эшҡыуарҙар Радий Хәбировты ил ғалимдарының асышы менән таныштырып, яңы ҡоролманың мөмкинлектәре хаҡында һөйләп үтте. Был технология ярҙамында нефть эшкәртеүҙән сыҡҡан ҡалдыҡтарҙан файҙа алырға була. Һалынасаҡ инвестициялар күләме ике миллиард һум.

31 май, 23:38

Башҡортостан Молдоваға автобус, троллейбус һәм ауыл хужалығы техникаһы оҙатасаҡ

Республика Кишинев менән тауар әйләнешен арттырырға әҙер. Был турала эшлекле даирәләр менән орашыуҙа Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

31 май, 13:00

Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла

Ошо маҡсатта ҡаҙнанан 1 миллиард ярым һум бүленә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.

31 май, 11:00

Башҡортостанда һөтсөлөктө 60 миллиард һумға үҫтерәләр

Программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡытта һатыу өсөн тәғәйенләнгән һөт етештереү күләмен йылына миллион ярым тоннаға еткереү планлаштырыла.

30 май, 10:06

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡаҙылма байлыҡтар табыуҙан бюджет һиҙелерлек тулыланды, тип белдерҙе

Биләмәләрҙә эш алып барған өсөн түләүҙәр -22, һалымдар 27 процентҡа артҡан. Законһыҙ эшмәкәрлек алып барыусылар ҙа бар. Уҙған йылда республикаға 30 миллион һумдан ашыу суммаға зыян килгән.

29 май, 10:02

Башҡортостан ҡыҙы «Таврида» форумында 300 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды

Ҡырымдан - еңеү менән! Cудаҡ ҡалаһында үткән "Таврида" мәғариф форумында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәре Наҙгөл Ғәлиева 300 мең һум грант менән бүләкләнде. Бөтә Рәсәйҙән йыйылған 200 ҡатнашыусы араһынан жюри ағзалары 15 еңеүсене һайлап алды.

28 май, 23:26

Ҡаҙнала аҡсаға ҡытлыҡ юҡ

Башҡортостандың тупланма бюджеты, йәғни, бөтә муниципалитеттар ҡаҙналарын иҫәпкә алғанда, 1 майға ҡарата 76 миллиард 640 миллион һум булған. Сығымдар 8 миллиардҡа аҙыраҡ.

28 май, 11:11

Башҡортостанда яғыулыҡ ҡиммәтләнгән

"Башнефть" компанияһы станцияларында 92-се бензиндың литры 41 һум 15 тингә һатыла, башҡа маркаларына ла хаҡ артҡан.

28 май, 11:03

Башҡортостанда коммерция булмаған ойошмаларҙы финанслауға бүленгән гранттар күләме артасаҡ

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында үткән 5-се Граждандар форумында ошо хаҡта белдерҙе. Ултырышта ҡатнашыусы республика район-ҡалаларынан йыйылған социаль хеҙмәткәрҙәр, коммерция булмаған ойошма вәкилдәре шулай уҡ гражданлыҡ институттарын үҫтереү, йәмәғәт ойошмаларын борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдары хаҡында фекер алышты.

27 май, 23:40

Муниципаль хакимиәттәрҙә яңы вазифа барлыҡҡа килә

Һәр башлыҡтың эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булырға тейеш. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

27 май, 11:29

Башҡортостанда бизнес үҫешенә иғтибар арта

Республика етәксеһе Радий Хәбиров эшҡуарҙарға һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе. Башҡортостанда Инвестиция картаһы ла булдырылды. Унда бизнес өсөн объекттар тураһында мәғлүмәттәр тупланған.

27 май, 10:05

Башҡортостан вәкилдәре "Волга - Янцзы" форумында ике килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Чебоксар ҡалаһында Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Ҡытайҙың Янцзы йылғаһы провинциялары араһында ултырыш үтте. Республика делегацияһын вице-премьер - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев етәкләне.

24 май, 12:03

"Инвестиция сәғәте" ултырыштарында 80-дән ашыу проект ҡаралған

Башҡортостан Хөкүмәтендә Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендә былтырҙан Инвестиция комитетының 21 ултырышы үткәрелде. Унда 210 миллиард һумлыҡ 84 проект ҡаралған, алты килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ҙур проекттар араһында Өфө районында агро-логистик үҙәк, ел һәм ҡояш электр станциялары, Кушнаренко районында малсылыҡ комплексы бар.

24 май, 11:21

Сибай инвестиция һабантуйы халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк

Әле Европаның алты иленән форумда ҡатнашыу теләге белдергәндәр. "Төбәктәр эшләргә теләй" девизы аҫтында үтәсәк йыйынды ойоштороу комитеты Мәскәүҙә тәүге ултырышын уҙғарҙы.

23 май, 23:02

Күмертау ҡалаһында гитара яһау оҫтаханаһы эшләй

Шәхси эшҡыуарҙарға ярҙам. Күмертау ҡалаһында үткән Инвестиция сәғәте үҙ эшеңде киңәйтергә мөмкинлектәр аса. Республикала берҙән-бер гитара яһау оҫтаханаһын үҫтереүгә бүленгән сығымдар ҙур булмаған майҙансыҡтан музыкаль инструменттар етештереү фабрикаһын асырға булышлыҡ итер тип күҙаллана.

22 май, 23:44

Башҡортостанда эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн мәғлүмәт порталы эшләй башланы

Йүнселлекте үҫтереүҙең, булышлыҡ күрһәтеүҙең барлыҡ институттарын үҙ эсенә алған проект менән бөгөн Республика етәксеһе лә танышты. Мәғлүмәт порталын Башҡортостанда бизнес сағылышы тип атарға мөмкин.

22 май, 23:40

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Берләшкән авиатөҙөлөш корпорацияһының директорҙар советы етәксеһе Анатолий Сердюков менән осрашты

Улар эшсе комиссия булдырыу тураһында килеште. Комиссия республикалағы авиация предприятиелары эшмәкәрлеген көйләү менән шөғөлләнәсәк. Был заказдарҙы арттырыу һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген тыуҙыра.

22 май, 15:00