Иҡтисад

Өфөлә йылына 160 мең квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөү ҡеүәтенә эйә булған комбинат барлыҡҡа килеүе ихтимал

Инвестиция проекты Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа тәҡдим ителде. Бындай башланғыс менән эре панелле йорттар төҙөү менән шөғөлләнгән төбәк компанияһы сығыш яһай. Инвесторҙар фекеренсә, яңы завод республикала стандарт класлы торлаҡ төҙөлөшө мохажлығын тулыһыса ҡапларға мөмкинлек бирәсәк. Иҫәпләүҙәр буйынса, йәлеп ителәсәк инвестициялар күләме ике миллард һум самаһы.

27 июн, 23:29

Башҡортостан һәм “Альфа-Банк” хеҙмәттәшлек итергә килеште

Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм финанс ойошма президенты Олег Сысуев ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, банк инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙә ҡатнаша.

28 июн, 10:04

Илдә халыҡ тормошон яҡшыртыуға триллион һум тотонола

2022 йылға тиклем социаль өлкәгә тап шунса сумма ҡаралған, тип хәбәр итәләр Финанс министрлығынан.

28 июн, 09:00

Башҡортостан һәм Альфа-банк хеҙмәттәшлек итәсәк

Ул инфраструктура үҫеше, торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге дәүләт программаларын һәм инвестиция проекттарын берлектә ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тота. Документҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Альфа-банк президенты Олег Сысуев ҡул ҡуйҙы.

27 июн, 23:33

Башҡортостан беренсе ярты йыллыҡты яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров был турала “Интерфакс” агентлығына интервьюла белдерҙе. “Инвестициялар йәлеп итеү – 4 процентҡа, сәнәғәт етештереү индексы – 3 процентҡа үҫешкән. Һалым йыйыу яҡшы ойошторолған. Төҙөлөш тармағы айырыуса алға киткән. Былтырғы менән сағыштырғанда күрһәткес 31 процентҡа күберәк” – тине Радий Хәбиров.

27 июн, 18:00

Күсмә фельдшер-акушер пунктары өсөн 142 миллион һум бүленә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 20 дауахана өсөн медицина комплексы һатып алырға йыйына. Ошоға бәйле аукцион июлдә үткәрелә.

26 июн, 12:25

Мәләүездә яңы ойошма эшләй башланы

Районда мал һуйыу предприятиеһы асылды. Сусҡа итен эшкәртеү өсөн инвестор 201 миллион һум йәлеп иткән. Мал салыу урыны элекке ит комбинаты бинаһында урынлашҡан.

26 июн, 11:05

Инвесторҙарға ярҙам була

Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Интерфакс” агентлығына интервью бирҙе. Унда инвестициялар йәлеп итеү һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүгә бәйле һорау булды. Радий Хәбиров ҙур ойошмалар һәм бәләкәй бизнес менән дә әүҙем эш алып барылыуын билдәләп үтте.

26 июн, 11:00

Балалар өсөн пособие 200 тапҡырға артты

Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев ошоға бәйле закон проекты әҙерләргә ҡушты. Йәш ярымдан өс йәшкәсә сабыйҙар өсөн түләнгән пособие 50 һумдан 10 мең һумғаса еткерелә.

26 июн, 10:04

Күмертауға яңы инвестор килә

Ҡалала ҡорос һәм суйындан ҡойолған әйберҙәр етештереләсәк. Бының өсөн инновациялы технология ҡулланыла. Инвестор яңы ойошма өсөн 20-25 миллион һум йәлеп итергә ниәтләй.

26 июн, 09:00

Шишмә районының шәкәр заводында яңы цех эшләй башлаясаҡ

Бының турала Сибайҙа үткән Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Яңы цех нимә етештереләсәк һәм яңыртыу эштәренә күпме талап ителә? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

25 июн, 23:35

Шишмә шәкәр заводында яңы цех асыла

Сибайҙа үткән Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Быға тиклем шәкәр сөгөлдөрөнөң ҡалдыҡтары ергә күмелгән. Ә 2016 йылдан уларҙан мал аҙығы етештерелә башлаған. Башта уның күләме әҙ булған.

25 июн, 15:04

Башҡортостанға сүп контейнерҙары алыу өсөн 1 миллиард һум аҡса кәрәк

Сүп реформаһы барышында республикала контейнер майҙансыҡтары булдырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Был ғына аҙ, федераль субсидиялар кәрәк, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

25 июн, 15:00

“Башҡортостан тауары” сит илдәрҙә танылыу яулай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәк брендын киңерәк танытып белдертеү планын раҫланы. Документҡа ярашлы, республика етештереүселәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә күргәҙмәләр, форумдарҙа ҡатнашасаҡ. Тауарҙарҙы һатыу өсөн каталог һәм интернет-майҙансыҡ булдырыла.

25 июн, 11:04

Ауылдар үҫешенә 15 миллиард ярым һум бүленеүе ихтимал

Башҡортостан дәүләт программаһы буйынса федераль бюджеттан субсидияға дәғүә итә. Вице-премьер - Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, һыу, газ, электр үткәреү, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, халыҡҡа эш биреү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү ҡарала. Иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе – ауылда йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү.

25 июн, 11:00

Башҡортостанда төҙөкләндереү эштәре йәнләнә

Ил төбәктәренә милли проекттырҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн өҫтәмә аҡса бүлеү планлаштырыла.

24 июн, 18:06

Сибай яңы тарих башлай

“Беҙҙең ҡаланы хәҙер сил илдә лә таныйҙар. Ҡала йәшәй, яңы эш урындары булдырыла”, - тип белдерҙе ҡала хакимиәте ултырышында Сибай мэры Рөстәм Афзалов.

24 июн, 16:00

1 июлдә Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар арта

Республикала хаҡтар уртаса 2 процентҡа күтәрелеүе күҙаллана. Был Волга буйы федераль округына ингән төбәктәр араһында түбән күрһәткестәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Ошо турала бөгөн Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк белдерҙе.

24 июн, 13:02

Бөтә Рәсәй Инвестиция форумы бөгөн Әбйәлилдә дауам итә

Форум ҡунаҡтары, сит ил вәкилдәре район һабантуйында ҡатнаша. Республиканың 25 районы тирмәләр ҡорҙо, ихата ойошторҙо. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов һөйләй.

23 июн, 10:30

Сибайҙа Бөтә Рәсәй Инвестиция һабантуйында 70 миллиард һумға килелешеү һәм ниәттәргә ҡул ҡуйылған

Иң ҙур проект ер аҫты мәғдән усағына бәйле булды. “Урал тау-металлургия компанияһы” Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын үҙләштерергә ниәтләй. Бының өсөн 50 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм компания директоры Андрей Козицын ошо проектҡа бәйле ниәттәр килешеүенә ҡул ҡуйҙы.

23 июн, 10:00