Иҡтисад

Хужалыҡтар көҙгө уңышты барлай

Быйыл Стәрлетамаҡ районы уңғандары 170 мең тоннанан ашыу иген урып алған. Малсылыҡ һәм ҡошсолоҡта ла һынатманыҡ, ти Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Фәритов.

21 окт, 16:15

Башҡортостан һөт етештереү буйынса илдә икенсе урында

Был күрһәткесте яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр бар. Республикала инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. 2024 йылға тиклем ҡуйылған планды үтәү өсөн йыл һайын заманса фермалар төҙөргә кәрәк, - ти Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.

21 окт, 16:10

Ҡаҙағстанда Башҡортостан вәкиллеге тергеҙелеүе ихтимал

Астаналағы ойошма үҙ эшен 2016 йылда туҡтатҡайны. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығының Ҡаҙағстан делегацияһы менән осрашыуында белдерелде. Унда ике республика араһындағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре лә ҡаралды.

19 окт, 23:15

Сираттағы инвестор «Күмертау» йылдам үҫеш биләмәһендә эшмәкәрлек итеүгә килешеү төҙөүгә заявка биргән

"Рацион" йәмғиәте ҡалала юғары дәрәжә әҙерлекле балалар аҙығы һәм ярымфабрикаттар етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй. Проекттың хаҡы 6 миллион ярым һум. Яңы предприятие 30 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙаллай.

18 окт, 21:04

"Ағиҙел" индустриаль паркына Мәскәү ярҙам итергә әҙер

Федераль иҡтисади үҫеш министрлығында финанслау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Нефтекама-Ағиҙел тимер юлы төҙөлөшөнә төп иғтибар булды. Уға федераль адреслы инвестиция программаһына буйынса аҡса бүлеү тәҡдим ителде.

18 окт, 16:12

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө 34 мең гектар майҙанда йыйып алынған

Пландың 4-тән өс өлөшө үтәлгән. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Әлшәй, Шишмә һәм Мәләүез баҫыуҙарында уңыш йыйыу яҡшы бара. Республиканың өс заводында әлегә 663 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө әҙерләнгән. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге”нең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радик Гәрәев.

17 окт, 16:00

Башҡортостан игене Иранға тура оҙатыла башланы

3 мең тонна йөк һыйҙырышлы тәүге баржа ошо аҙнала Илеш элеваторынан ҡуҙғала. Егерме көн эсендә тәғәйен урынға барып етергә тейеш. Быға тиклем ҙур суднолар Ағиҙел үтә алманы, шуға йылға тәрәнәйтелде. "Илеш элеваторы" директоры Валерий Иванов.

17 окт, 11:05

Илеш элеваторы тәүге тапҡыр өс мең тонна һыйҙырышлы судноны ҡаршыланы

Быға тиклем причалда ике мең тонналыҡ караптар ғына туҡтай ала ине, етмәһә, улар диңгеҙгә сығыу өсөн ҡулайлаштырылмаған була. Йылға-диңгеҙ класлы һыу транспортының ҡулланыла башлауы иген экспортында күпкә экономияларға мөмкинлек бирә. Башҡортостандан тура сит илдәргә оҙатыласаҡ ашлыҡ хаҡында киләһе репортаж.

16 окт, 23:08

Шарандар “Алтын көҙ” күргәҙмәһенән 5 алтын миҙал менән ҡайтты

Мәскәүҙә уҙған Бөтә Рәсәй агросәнәғәт форумында “Дәүләтова” шәхси предприятиеһы, “Шаранагрогаз” йәмғиәте һәм мәғлүмәт-консультация үҙәге экспозицияла үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Альберт Минлин һөйләй.

16 окт, 15:32

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаларында эшләүселәр һанын ике тапҡыр арттырыу күҙаллана

2024 йылға тиклем Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаларында эшләүселәр һанын ике тапҡыр арттырыу күҙаллана. Был турала район хакимиәттәре башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ урынбаҫарҙары менән осрашыуҙа билдәләнде.

16 окт, 13:00

Эшләп йөрөүсе ҡатындарға бала ҡарау буйынса пособие түләнмәүе ихтимал

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы социаль страховкалау тураһында законға төҙәтмәләр әҙерләгән. Декрет ялында булып та эшләп йөрөгән ата-әсәләрҙе бала өсөн йәш ярымға тиклем түләнгән пособиенан мәхрүм итергә теләйҙәр.

16 окт, 12:27

Башҡортостанда "Нефтекама" индустриаль паркы булдырыла

Республика башлығы Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Был биләмә менән Республика үҫеш корпорацияһы идара итәсәк.

16 окт, 11:00

2024 йылға тиклем Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаларында эшләүселәр һанын ике тапҡыр арттырыу күҙаллана

Был турала район хакимиәттәре башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ урынбаҫарҙары менән осрашыуҙа билдәләнде. Кәңәшмә республика хөкүмәтендә үтте. Муниципаль берәмектәрҙә йүнселдәр мәнфәғәтен яҡлаусылар өсөн айырым вазифа булдырыу тәҡдиме менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Был етәкселәргә бер талап ҡуйылды, улар район башлығының яҡындары, туған-тыумасаһы, ҡоҙа-ҡоҙасаһы булырға тейеш түгел ине.

15 окт, 22:50

Башҡортостандың рәсми вәкилдәре был көндәрҙә эш сәфәре менән Ҡытайҙа

Сычуань провинцияһында Туғандаш ҡалаларҙың халыҡ-ара хеҙмәттәшлек форумы үтә. Төп саралар бөгөн ойошторола. Башҡортостан делегацияһын вице-премьер-Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкләй.

15 окт, 11:04

Башҡортостанда милли проекттар өсөн бүленгән аҡса тулыһынса тотонолмай

Республикала ошо өлкәлә 11 айлыҡ эш һөҙөмтәләре барланды. Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров шулай тип белдерҙе.

15 окт, 10:10

Башҡортостанда 3 миллион 300 мең тонна иген йыйып алынған

Алға ҡуйылған маҡсат буйынса, 2024 йылға ул һанды дүрт миллион тоннаға еткерергә ниәт, тине Хөкүмәт ултырышнда уҙған оператив кәңәшмәлә вице-премьер, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов.

14 окт, 13:20

Башҡортостан автобустарҙы күпләп алған төбәктәр рәтенә ингән

Быйыл сентябрь айында ғына 83 берәмек транспорт килтерелгән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Мәскәү ҡалаһы һәм Краснодар крайынан ғына ҡалыша.

14 окт, 12:57

Башҡортостанда малсылыҡ комплексы төҙөлә

Федоровка районындағы объектты Италияның "Группо Кремонини" компанияһы төҙөй.

14 окт, 10:10

Бөгөн Өфөлә федераль ҡаҙнасылыҡ вәкилдәре, Башҡортостан һәм Үзбәкстан Хөкүмәттәре ағзалары ултырышы үтте

Финанс маҡсаттар. Осрашыуҙа ике республика араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, сауҙа өлкәһен үҫтереү юлдары буйынса фекер алышынды. Дәүләт кассаһы хеҙмәтләндерелеүе, бюджет иҫәбе контроле кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды.

10 окт, 22:29

Мәскәүҙә “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе дауам итә

Быйылғы сараның төп йүнәлеше – ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү.

10 окт, 13:00