Иҡтисад

Башҡортостан Рәсәйгә килгән сит ил туристары араһында 11-се урында

ТурСтат аналитик агентлығы Рәсәйгә килгән сит ил туристары араһында иң популяр төбәктәрҙе билдәләне.

06 мар, 12:38

Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында электр һәм йылылыҡ энергияһына ихтыяж тулыһынса ҡапланды

Был турала бөгөн Рөстәм Хәмитов Затон йылылыҡ-энергетика үҙәген файҙаланыуға тапшырыу мәлендә белдерҙе. Станция 440 мегаватт электр энергияһы һәм сәғәтенә 290 гикакалорий йылылыҡ бүлеп сығарыуға иҫәпләнгән. Йәғни йылылыҡ менән 2 миллион ярым - 3 миллион квадрат менән торлаҡты тәьмин итергә мөмкин. Киләсәктә яңы төҙөлөштәргә бәйле энергияға ихтыяж артасағы ла күҙ уңында тотолған.

13 мар, 23:49

Агросәнәғәт комплексында заманса технологиялар

Бөгөн Өфөлә «АгроКомплекс-2018» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә эшләй башланы. Сирек быуаттан ашыу ваҡыт эсендә ул республиканың төп агросәнәғәт форумдарының береһенә һәм ил, халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараға әүерелде.

13 мар, 22:47

Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проекттар өсөн тауыш биреү 18 март - Рәсәй Президентын һайлау көнө сиктәрендә үтә

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө программаһында ҡатнашырға республиканың 24 районы теләк белдергән. Тауыш биреү исемлегенә төҙөкләндереү талап ителгән 109 йәмәғәт урыны индерелгән. Проектта Өфөнән генә тиҫтәләгән парк-сквер һәм урамдар бар.

13 мар, 21:02

Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы аукционға 153 лот сығарҙы

Кесе һәм урта эшҡуарлыҡ өсөн дөйөм күләме 87,3 мең куб.м. урман һатыла.

13 мар, 16:59

Рәсәй уҡыусылары өсөн йәйге сәйәхәттәр ҡулайлаштырыла

Рәсәй тимер юлдары 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә 50% ташлама яһай. Билеттар бөгөндән үк һатыуҙа.

13 мар, 16:58

Башҡортостандың йөҙ йыллығына - йөҙ объект

Бер быуатлыҡ юбилей сиктәрендә республикала 100 объект проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Был исемлеккә Ҡалтасы район үҙәгендәге мәҙәниәт йорто ла ингән. Юбилей объектын реконструкциялау өсөн 124 миллион һум аҡса бүленгән. Хеҙмәткәрҙәр бинаның тышҡы эштәрен тулыһынса тамамлаған, әле эске биҙәүгә күскәндәр.

12 мар, 21:03

Аҙна яңылыҡтары. Дәүләт кимәлендә кооперативлашыу

Аяҡҡа баҫҡан йүнселдәргә үҙ эшен тағы ла киңерәк йәйелдереү мөмкинлеге бирһә, яңы башлап тороусыларға, ябай халыҡҡа ла тиҙ арала бизнесты яйға һалыу форсаты. Ҡурҡырлыҡ, икеләнерлек әйбер түгел кооперация. Сөнки тәжрибәле эшҡыуар белеме, сауҙа бәйләнештәре менән дә бүлешергә әҙер. Ә өйрәнсеккә юлға һалынған эшкә үҙ өлөшөн генә индерергә ҡала. Ҡайһы бер төбәктәрҙә берҙәм эштең был алымы күптән ҡулланыла. Дәүләт кимәлендә кооперативлашыу башланғас, уны рәсми теркәп тә ҡуйҙылар. Борай районында йәшәүсе Әхләф Зарипов та шундай фермерҙарҙың береһе. Йүнсел күптән инде үҙ эшенә ауылдаштарын йәлеп иткән. Ә хәҙер улар рәсми теркәлгән кооператив.

11 мар, 22:47

Борай районында ҡарама бәшмәге үҫтереүсе Альберт Арыҫланов ауылдаштарын кооперацияға туплай

Ике меңенсе йылдар башында асып ебәргән кәсебе хәҙер ярайһы уҡ яҡшы уңыш бирә. Ләкин республикала бәшмәккә булған ихтыяжды был күләм менән генә ҡапларлыҡ түгел. Етештереү ҡеүәтен арттырыу көн талабы. Был эште башҡа йүнселдәр менән берләшеп кенә атҡарып сығып була, ти Альберт. Эшҡыу

08 мар, 20:58

Киләһе шишәмбе республикала агросәнәғәт форумы старт ала

16 мартҡа тиклем дауам иткән күләмле сара Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙән дә аграр өлкә белгестәрен берләштерәсәк. Чехия, Австрия, Германия делегациялары килеүе көтөлә. Форум сиктәрендә тәжрибә уртаҡлашыу, эшлекле һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған. «Экологик продукттар. Органик ауыл хужалығы», «Агросәнәғәттә яңы технологиялар», «Малсылыҡтың киләсәге», «Техник һәм технологик яңыртыу»ға бәйле айырым секциялар эшләйәсәк. Шулай уҡ фермерҙар сауҙа мәктәбендә белемен камиллаштыра ала.

08 мар, 19:57

Башҡортостан малын кем һимертә?

Республика хөкүмәте Gruppo Cremonini Италия компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

06 мар, 17:36

Башҡортостанда төбәк лизинг компанияһы бәләкәй эшҡыуарҙарға һәм бизнесмендарға булышлыҡ итә

2018 йылдың тәүге кварталында компания бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа 150 млн һум кимәлендә ярҙам күрһәтергә әҙер. Әлеге ваҡытта льготалы лизингҡа төрлө технологик ҡорамалдар алыу өсөн 33 ғариза ҡарала. Белорет районындағы үлсәү завод ҡоролмаһы тәүгеләрҙән булып ҡатнашҡан предприяларҙың береһе. Был ярҙамға кемдәр дәғүә итә ала?

05 мар, 22:45

Бөгөн Өфө районында 180 килограмдан ашыу балыҡ юҡ ителде

Улар республика биләмәләрендә законһыҙ тотолған. Документтары булмаған йылға-күлдәр байлығы уҙған аҙнала баш ҡала урамдарында ойошторолған рейд барышында асыҡланған.

05 мар, 21:05

Аҙна яңылыҡтары. Йыл һайын кәм тигәндә биш миллион ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тейеш

Был турала Владимир Путин федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Ил башлығы әйтеүенсә, былтыр Рәсәйҙә 3 миллион ғаилә йорт туйлаған. Беҙҙең был күрһәткесте күпкә арттырыу мөмкинлеге бар, тине дәүләт етәксеһе. Бының өсөн йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Ә иң мөһиме халыҡтың килеме , һатып алыу мөмкинлеге лә артыуы шарт. Путин квадрат метрҙар тураһындағы хыялды тағы ла яҡыныраҡ ите-ү өсөн ипотека ставкаларын да кәметеү бурысы ҡуя. Банктар тәҡдим иткән проценттар һигеҙ, хатта етенән дә артмаҫҡа тейеш, тине ул.

04 мар, 22:58

Баймак районы Икенсе Этҡол ауылында 60 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы сафка инде

Ул бынан ике йыл элек файҙаланыуға тапшырылған социаль мәғариф комплексының икенсе сираты.

03 мар, 12:47

Башҡортостан илдең «Электрон тыуым сертификаты» пилот проектында ҡатнашасаҡ

Был турала бөгөн Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе ойошторған төбәктең төрлө ведомстволары ҡатнашлығындағы Координация советы ултырышында билдәләнде.

02 мар, 19:47

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында киңәйтелгән кәңәшмә үтте

Ултырышта йыллыҡ эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

01 мар, 22:47

Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыласаҡ

3 һәм 4 март баш ҡалабыҙҙың дүрт майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк.

01 мар, 16:55