Иҡтисад

Башҡортостан халҡы 10 млрд. һумлыҡ микрозаймдар алған

Республикала тиҙ ваҡытта бурысҡа аҡса алыу сараһы популярлығын юғалтмай. 2017 йыл эсендә 10 млрд. һум үтескә бирелгән.

26 фев, 09:31

Бәләкәй эшҡуарлыҡҡа – бәләкәй ставкалар

Бөгөндән “Башҡортостан микрокредит компанияһы” кесе эшҡуарлыҡ өсөн микрозаймдар ставкаларын кәметә. Был хаҡта Башҡортостандың Эшҡуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

01 мар, 11:47

Мосолман кредиты

Банктарҙың халыҡты ислам ҡанундары буйынса хеҙмәтләндереү проекты Өфө, Ҡаҙан һәм Грозный ҡалаларында һынау үтәсәк.

01 мар, 11:46

Юлһыҙлыҡҡа нөктә ҡуйылды

Былтыр йәй Борай районында Яңы Мостафа, Силасау һәм Ҡаратамаҡ ауылдарына илткән юлдарға асфальт түшәлә башлай. «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Әйткәндәй, 2011 йылдан алып тап ошо программаға ярашлы, республикала йәмғеһе 62 юл участкаһын капиталь ремонтлауға бер миллиард ярым һум аҡса бүленгән. Был финанстар ярҙамында төпкөлдәргә юлдар һалынған.

28 фев, 20:59

«Уралсиб» банкы бөгөндән «Уралкапиталбанк»тың зыян күргән аҡса һалыусыларына түләүҙәр ҡайтара башланы

Исемлектә 10 меңләп кеше иҫәпләнә. Страховкалау агентлығы белдереүенсә, һаҡлыҡтар буйынса 5 миллиард 900 миллион һумлыҡ аҡса ҡайтарыу ҡаралған. Аҡсаларын ҡайтарырға теләүсе граждандар иртә менән «Уралсиб» банкы офистарына килеп сират алды. Финансистар хафаланырға урын юҡ, һәр клиентҡа аҡса ҡайтарыласаҡ, тип тынысландыра.

28 фев, 20:47

Өфө агломерацияһы юлдарын төҙөкләндереүгә ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Росавтодор федераль юл агентлығы менән килешеү төҙөнө.

28 фев, 11:16

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан эшҡуарлығы тураһында һөйләне

Рәсәй төбәктәре араһында кесе һәм уртаса эшҡуарлыҡ әүҙемлеге индексы буйынса Башҡортостан беренсе урында, бының турала Рәсәй сәнәғәт форумының пленар ултырышында Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

28 фев, 09:36

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың урта һәм бәләкәй предприятиеларына экспортҡа сығыу бурысын ҡуйҙы

Был турала Республика башлығы бөгөн Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында белдерҙе. Абруйлы сара машиналар, станоктар эшләү, ағас эшкәртеү, Өфөнөң инновация ҡеүәте йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Форумда Рәсәй һәм Себер фәндәр академияһы ғалимдары, Рәсәйҙең18 төбәгенән һәм 8 сит илдән ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнаша. Өс көн эсендә түңәрәк өҫтәлдәр, тематик секциялар эшләйәсәк.

27 фев, 23:25

Сибай, Ағиҙел һәм Межгорье моноҡалалар булып танылды

Башҡортостан президиумы ултырышында монопрофилле ҡалаларҙы билдәләгән критерийҙар ҡаралды.

27 фев, 11:28

Башҡортостанға йәлеп ителгән инвестициялар күләме артыуын дауам итәсәк, бер үк ваҡытта ивесторҙар менән эшләүҙе камиллаштырыу мотлаҡ

Был эш һис шикһеҙ дөйөм иҡтисади үҫешкә йоғонто яһаясаҡ. Ауыл хужалығы һәм юғары технологиялы сәнәғәт тармаҡтарына яңы проекттар йәлеп итеү ҙә ҡаралған. Был турала Республика Башлығы «Эксперт Урал» журналына биргән интервьюһында белдерҙе.

26 фев, 23:47

Уҡыусыларға - уңайлы йәшәү урындары

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы урта мәктәбе янында 120 урынға иҫәпләнгән интернат сафҡа инде.

26 фев, 20:02

Башстат Өфө фатир баҙарының уртаса хаҡын иҫәпләне

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан бүлеге хәбәр итеүенсә, яңы төҙөлгән йорттарҙа бер квадрат метр 52,2 мең һумға барып еткән, 2017 йыл башында был һан 51,5 мең ине.

26 фев, 15:18

Башҡортостан ике ауыл хужалығына байыясаҡ

“Туҡмаҡ” агрофирмаһы Хәйбулла районында һөт һәм сырҙар производствоһын асырға, ә Шишмә районында ҡуян аҫрарға йыйына.

26 фев, 14:40

Өфөлә автомобилдәр аукционы үтәсәк

Башҡортостан Республикаһы буйынса суд приставтарының Федераль хеҙмәте идаралығы хәбәр итеүенсә, 12 март, арест һалынған автомобилдәр аукционы ойоштороласаҡ.

26 фев, 09:43

Яҡташтарға сәксәк һәм эш урындары

Ошо ниәт менән Федоровка районы Өсбүләк ауылында тыуып үҫкән Зөлфиә Насирова сәксәк етештереү цехы асҡан.

23 фев, 21:01

Баймаҡ районының урман хужалығы комплексында бөгөн 60 эшҡыуар үҙ хеҙмәтен булдырған

Уларҙын һәр алтынсыһы ағас эшкәртеү менән булыша. Бынан бер нисә йыл элек районда урман сәнәғәтселәре берлеге ойошторолдо. Ул эшҡыуарҙарға яңы мөмкинлектәр асты. Ошо көндәрҙә Башҡортостан урман хужалығы тармағы белгестәре төбәктең урман эшкәртеү сәнәғәте менән танышты.

23 фев, 19:47

Ауыл ерҙәрендә янғын һүндереүсе машиналарға айырыуса ихтыяж ҙур

Ошоно иҫәпкә алып Йылайыр районы үҙәгендә республиканың 100 йыллығына яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлә. Эш әле тамамланыуға табан бара. Төҙөүселәр эске биҙәкләү эштәре менән мәшғүл. Төбәктәге заманса янғын һүндереү депоһы үҙенсәлектәре менән хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин яҡындан танышты.

22 фев, 22:00

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа фонтанлы парк барлыҡҡа киләсәк, ә Борайҙа урындағы скверҙы төҙөкләндереү мөмкинлектәре ҡарала

«Уңайлы ҡала мөхите» программаһында быйыл республиканың күпселек район-ҡалалары ҡатнаша. Төбәктәрҙә ихаталар, урамдар һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы эшкә федераль, республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә финанслана. Программала ҡатнашырға теләүселәр проекттарын тауыш биреүгә сығарыла. Рейтинг һөҙөмтәләренән сығып аҡса бүленәсәк. Бөгөн «Уңайлы ҡала мөхите» программаһын ғәмәләгә ашырыуға әҙерлек барышы республика хөкүмәтендә үткән ведомство-ара кәңәшмәлә ҡаралды. Ултырыш хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов рәйеслегендә үтте.

22 фев, 21:03

Башҡортостанда бурыслыларҙың күсемһеҙ милеген һатыу ойоштороласаҡ

Республиканың суд приставтары хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 6 март арест һалынған фатирҙар һатыласаҡ.

22 фев, 14:44

Башҡортостандың юстиция хәлдәре буйынса дәүләт комитетының ултырышында үткән йылға һығымта яһанылар

2017 йылда, комиссия ағзалары тарафынан административ тәртип боҙоу буйынса 54 230 ғариза ҡаралған.

22 фев, 10:55