Иҡтисад

Сит илгә аҙыҡ-түлек экспортлау дүрт тапҡырға арта

Был турала Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Быйыл экспортлаусы ойошмалар һанын 100-гә етеүе көтөлә. Был осраҡта сит илгә 91 миллион долларға аҙыҡ-түлек һатыласаҡ.

22 июл, 11:19

Краснокама районында бағры фермаһы төҙөләсәк

Радий Хәбиров Краснокама районы үҙәгенә эш сәфәре барышында урындағы балыҡсылыҡ предприятиеһын мотлаҡ сафҡа индереү кәрәклеген белдерҙе һәм проектты инвестиция сәғәтенә фекер алышыуға сығарырға ҡушты.

19 июл, 22:14

Башҡортостан игене Ағиҙел портынан Иранға оҙатыла

Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһына эш сәфәре барышында белдерҙе. Төҙөлөп бөтмәгән Башҡорт АЭС-ы урынында быйыл иген терминалы ҡороу тамамлана. Уға ҡорамалдар Төркиәнән ҡайтарыла. Бишәр мең тонна һыйҙырышлы ике карап Ағиҙел портынан 20 августа юлға сыға. Ситкә 10 мең тонна иген оҙатыла.

19 июл, 15:00

Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында

Ул «Башҡортостан электр селтәрҙәре» акционер йәмғиәте биләмәһе менән танышты. Төҙөлөп бөтөлмәгән атом электр станция урынында ҙур индустриаль парк төҙөлөү планлаштырыла. 30-40 йыл эсендә бар коммуналь селтәрҙәр иҫкергән. Был майҙандар менән инвесторҙар ҡыҙыҡһынһын өсөн тимер юлы тармағын да тергеҙеү кәрәк.

19 июл, 13:00

Өфөлә хәләл продукцияны тикшерергә була

Бөгөн ошо маҡсатта тәүге ветеринар лаборатория асыла. Ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. “Баҙарҙағы ит һәм ит ризыҡтары сифатына иғтибар арта”, - ти Башҡортостан Ветеринария идаралығы матбуғат секретары Рәзинә Шәрипова.

19 июл, 10:00

Август аҙағында Өфө урамдарында ГАЗ маркалы яңы автобустар йөрөй башлаясаҡ

Республика йортонда «Газ төркөмө» ойошмаһы менән Башҡортостан хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Илебеҙҙә төрлө йүнәлештәге коммерция һәм йәмәғәт транспортын етештереүҙә махсуслашҡан предприятие республикала ныҡлы эшлекле партнерҙы күрә.

18 июл, 22:29

Башҡортостан донъя баҙарына сыға

Республикала биш ай йомғаҡтары буйынса сеймал булмаған экспорт артҡан. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров “Экспортлау ваҡыты” форумында белдерҙе.

18 июл, 15:00

Был минуттарҙа Өфөләге “Торатау” конгресс холында Халыҡ-ара экспорт форумы бара

Унда 10-дан ашыу илдән белгестәр ҡатнаша. Йыйында агросәнәғәт комплексында экспорт үҫеше, электрон коммерция мәсьәләләре ҡарала. Сит ил вәкилдәре экспортҡа сығарылған Рәсәй тауарҙарының етешһеҙлеге тураһында һөйләй. Форум барышында күргәҙмәләр эшләй. Хәләл-индустрия темаһына ла ҙур ғына урын бирелгән.

17 июл, 11:00

Башҡортостанда юлдар төҙөүгә һәм ремонтлауға 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк

Транспорт сәғәтендә билдәләнеүенсә, мең саҡрымдан ашыу автомобиль юлдары тәртипкә килтереләсәк. Шулай уҡ «Тыуған урам» республика проектына ярашлы, ауылдарҙың үҙәк урамдарына асфальт һалына башланы.

16 июл, 22:45

Август аҙағына тиклем Әмзә урман комбинаты хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләп бөтөләсәк

Шулай уҡ бөлгөнлөккә төшкән предприятиены тергеҙеү бурысы ҡуйылды, әлегә потенциаль инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Был турала бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбировтың Нефтекама ҡалаһына эш сәфәре барышында билдәле булды.

16 июл, 22:43

Башҡортостанда юл һалыу һәм ремонтлауға 21,9 миллиард һум йүнәлтелә

Был турала Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Альберт Сөләймәнов “Транспорт сәғәте”ндә белдерҙе. Быйыл 1000 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы ремонтлана. Муниципаль һәм ауыл юлына ҡырсынташ, ваҡ таш һибеү эше дауам итә.

16 июл, 15:12

Әмзә урман эшкәртеү комбинаты хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләмәгән

Нефтекамаға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров комбинат эшмәкәрлеге менән танышты. Радий Хәбиров предприятие етәкселегенә август аҙағына тиклем эш хаҡын түләргә тигән күрһәтмә бирҙе. Комбинаттың 200 хеҙмәткәргә 21 миллиондан ашыу бурысы йыйылған.

16 июл, 13:00

Республика магазиндары һөт һатыу ҡанундарын боҙа

Сауҙа буйынса дәүләт комитеты тикшереү үткәргән. 1 июлдән тәбиғи һөт ризыҡтары яһалма продукциянан айырым торорға тейеш.

16 июл, 12:04

Эксперттар Башҡортостан ҡалаларында һөткә хаҡты сағыштырған

Тикшереү өсөн 2-3 процент ҡуйылығындағы ҡайнатылған һөт һайлап алынған.

16 июл, 08:09

Бөрйән районында йомшаҡ япраҡлы ағас эшкәртеү предприятиеһы барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан урман сәнәғәте ассоциацияһы бөгөн Хөкүмәт йортонда үткән «Инвестиция сәғәте»ндә юғары ҡеүәтле производство проекты тәҡдим итте. 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән программа өсөн 110 миллион һум күләмендә инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Төбәктә йәшәүсе йөҙҙән ашыу кешегә эш урыны буласаҡ.

12 июл, 23:41

Вьетнам вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары менән осрашты

Шулай уҡ Вьетнам делегацияһы бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары менән осрашып, парламент-ара хеҙмәттәшлекте, иҡтисади-социаль бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса һөйләшеү уҙғарҙы.

12 июл, 22:14

Учалы районында шәхси инвестор яңы элеватор төҙөй

1965 йылда һалынған бина реконструкциялана. Келәттә иген ҡабул итеү, таҙартыу, киптереү һәм һаҡлау урындары була.

12 июл, 16:09

Ауырғазы районы Сыуаш Ҡарамалы ауылында ит эшкәртеү цехы асылды

Проект ауыл хужалығында табышлы эшләү программаһы буйынса ғәмәлгә ашырылған. Предприятие бер сменала 300 килограмм әҙер продукция сығара ала.

12 июл, 15:03

Башҡортостан Европа һәм Азия менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкилдәре менән осрашыуында белдерҙе. Унда Бөйөк Британия, Пакистан, Ҡырғыҙстан, Никарагуа, Австрия, Абхазиянан вәкилдәр ҡатнашты. Радий Хәбиров тышҡы сауҙа әйләнешен арттырыу төп бурыстарҙың береһе тип билдәләне. Бының өсөн сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәре асыла.

12 июл, 10:00

Радий Хәбиров Бөйөк Британия, Австрия, Паҡстан, Ҡырғыҙстан, Никарагуа һәм Абхазиялағы сауҙа вәкилдәре менән осрашты

Сит илдәр менән бәйләнештәр арта. Ҡунаҡтар республиканың экспорт йүнәлешендә эшләүсе предприятиелар вәкилдәре, һуңынан республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты.

11 июл, 23:44