Иҡтисад

Эшҡыуарҙарға 4 процентҡа кредит бирелә

“Башҡортостан микрокредит компанияһы” моноҡалаларҙа бизнес өсөн льготалы займдар бирә. Тәүге кредиттар Учалы һәм Сибай ҡалаларында тапшырылды. Эшҡыуарҙар был аҡсаға магазин төҙөргә һәм булған кредиттарын ҡаплауға тотонорға ҡарар иткән.

11 июл, 12:00

Иглин районы Меңйетәр ауылы эргәһендә һоро ҡырсынташ ҡаҙыу эштәре законлы башҡарыламы?

Әммә файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар менән тиҫтә йылдар дауамында ҡулланыусылар, карьер урынлашҡан ерҙе тәртипһеҙ харабаға әйләндергән, тип борсола ерле халыҡ. Ҡырсынташ сығарыуға тотонған сираттағы эшҡыуарҙың рөхсәте бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова эҙләне.

11 июл, 00:21

Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороу 4 миллиард һумға төшкән

Затон биҫтәһендәге спорт әҙерлеге үҙәген төҙөүгә 3 миллиард ярым һум бүленгән. Сумманың тағы ла бер өлөшө инфраструктураны яҡшыртыуға киткән. Был турала Өфө ҡала мэры Өлфәт Мостафин белдерҙе.

10 июл, 13:04

Ишембайҙа махсус иҡтисади биләмә ойоштороу буйынса ултырыш үтте

Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов алып барҙы. Ултырышта ергә документтарҙы тултырыу, инфраструктураны тәьмин итеү, шулай уҡ инвесторҙарҙы йәлеп итеү мәсьәләләре ҡаралды.

05 июл, 12:15

Банк белгестәре эшҡыуарҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

Башҡортостан Милли банкы финанс белем буйынса онлайн курстар ойоштора. Дәрестәр һәр кесаҙна үткәрелә.

04 июл, 10:03

Киләһе йылда пенсиялар арта

Айлыҡ түләү 6 бөтөн ундан 5 процентҡа күтәрелә, тип яҙа "Российская газета". Был проект Пенсия фондының махсус комиссияһы ултырышында ҡарала.

04 июл, 09:02

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн заявканы интернет аша бирергә мөмкин

Башҡортостанда бизнес һәм инвестиция порталы эшләп килә. Унда эшҡыуарҙар район һәм ҡалаларҙа ултырыштарҙа ҡатнашыуға заявка ҡалдыра ала.

03 июл, 12:00

Киләһе йыл М5 трассаһындағы алты һыҙатлы ике күпер файҙаланыуға тапшырыласаҡ

"Урал буйы" федераль автомобиль юлдары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 30 километрҙан ашыу юлды киңәйтеү сиктәрендә һыу аша сығыу объекты төҙөлә.

02 июл, 23:46

Өфөләге һөт кухняларының эш тәжрибәһе Башҡортостан ҡалаларына таратыла

Тәүгеләрҙән булып заманса комплекс Стәрлетамаҡта үҙ эшен башланы. Ул республиканың көньяҡ район-ҡалаларын хеҙмәтләндерәсәк. Сифатлы һөт продукцияһы менән 3 йәшкә тиклемге 1400 баланы бушлай тәьмин итеү ҡаралған. Цехтың етештереү ҡеүәттәре тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.

02 июл, 21:46

Башҡортостанда 25 ойошма халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү буйынса милли проектта ҡатнаша

Ошо көндәрҙә “Ҡыҙыл пролетарий” предприятиеһы һәм Республика Хөкүмәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

02 июл, 18:00

Өфөлә халыҡ-ара экспортлаусылар форумы ойошторола

Башҡортостанға Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - Финанс министры Антон Силуановтың килеүе көтөлә. 17 июлдә Өфөлә халыҡ-ара экспортлаусылар форумы ойошторола. Унда сауҙаны арттырыу, онлайн алыш-биреште йәнләндереү, ил компанияларына ярҙам мәсьәләләре ҡарала.

02 июл, 15:00

Быйыл Өфөлә 2 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылған

9 объектта 400-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Бөгөн мэрияла оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Насыртдинов.

02 июл, 12:09

Башҡортостан ауыл хужалығына быйыл федераль үҙәктән 2 миллиард ярым һумдан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелә

Аҡсаның 45 проценты хужалыҡтарға килеп еткән дә инде. Был турала Мәскәүҙә Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашыуында белдерелде.

02 июл, 10:04

Премьер-министр Дмитрий Медведев Башҡортостанда махсус иҡтисади биләмә булдырыуға хуплау белдерҙе

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәүҙә хөкүмәт рәйесе менән осрашты, Ишембай районында, өс ҡала янында махсус иҡтисади биләмә булдырыуҙың отошло яҡтары менән таныштырҙы.

02 июл, 10:00

Өфөлә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса автоматлаштырылған майҙансыҡ төҙөлә

Уны “экология” милли проекты сиктәрендә, “Рудерис” һәм “САХ” предприятиелары башҡара .Төҙөлөшкә 2,8 миллиард һум тотоноласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән ведомство-ара инвестиция комиссияһы ултырышында хәбәр ителде.

02 июл, 09:00

Ауыл хужалығы тармағы федераль бюджеттан 2 миллиард ярым һумдан ашыу ярҙам аласаҡ

Был турала Мәскәүҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашыуҙа фекер алышты. Әңгәмә барышында республиканың экспорт ҡеүәтен үҫтереү тураһында һүҙ барҙы.

01 июл, 23:41

Башҡортостанға сүп контейнерҙары алыу өсөн 1 миллиард һум аҡса кәрәк

Сүп реформаһы барышында республикала контейнер майҙансыҡтары булдырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Был ғына аҙ, федераль субсидиялар кәрәк, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу тәжрибәһен таратыу һәм халыҡтың экологик мәҙәниәтен арттырыу мөһим, тип иҫәпләй республика етәксеһе.

01 июл, 16:00

Бөгөндән илдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар арта

Һыу менән тәьмин итеү, һыу түгеү, йылылыҡ энергияһы, электр энергияһы һәм тәбиғи газ өсөн хаҡ күтәрелә. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк.

01 июл, 13:06

Торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар булмай

Бөгөндән төҙөүсе компаниялар һәм халыҡ араһында иҫәпләшеүҙәрҙең яңы системаһы ҡулланыла башлай. Яңы торлаҡ алыусыларҙың аҡсаһы төҙөлөш тамамланғансы банкта һаҡлана, ә финанс ойошма төҙөүсегә займ бирә.

01 июл, 11:00

Башҡортостанда газ яғыулығы ҡойоусы 13 станция төҙөлә

Республика Хөкүмәтендә “Инвестиция сәғәте”ндә ошондай проект ҡаралды.

28 июн, 12:04