Иҡтисад

Өфөлә йылына 160 мең квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөү ҡеүәтенә эйә булған комбинат барлыҡҡа килеүе ихтимал

Инвестиция проекты Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа тәҡдим ителде. Бындай башланғыс менән эре панелле йорттар төҙөү менән шөғөлләнгән төбәк компанияһы сығыш яһай. Инвесторҙар фекеренсә, яңы завод республикала стандарт класлы торлаҡ төҙөлөшө мохажлығын тулыһыса ҡапларға мөмкинлек бирәсәк. Иҫәпләүҙәр буйынса, йәлеп ителәсәк инвестициялар күләме ике миллард һум самаһы.

27 июн, 23:29

Быйыл Өфөлә 2 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылған

9 объектта 400-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Бөгөн мэрияла оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Насыртдинов.

02 июл, 12:09

Башҡортостан ауыл хужалығына быйыл федераль үҙәктән 2 миллиард ярым һумдан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелә

Аҡсаның 45 проценты хужалыҡтарға килеп еткән дә инде. Был турала Мәскәүҙә Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашыуында белдерелде.

02 июл, 10:04

Премьер-министр Дмитрий Медведев Башҡортостанда махсус иҡтисади биләмә булдырыуға хуплау белдерҙе

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәүҙә хөкүмәт рәйесе менән осрашты, Ишембай районында, өс ҡала янында махсус иҡтисади биләмә булдырыуҙың отошло яҡтары менән таныштырҙы.

02 июл, 10:00

Өфөлә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса автоматлаштырылған майҙансыҡ төҙөлә

Уны “экология” милли проекты сиктәрендә, “Рудерис” һәм “САХ” предприятиелары башҡара .Төҙөлөшкә 2,8 миллиард һум тотоноласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән ведомство-ара инвестиция комиссияһы ултырышында хәбәр ителде.

02 июл, 09:00

Ауыл хужалығы тармағы федераль бюджеттан 2 миллиард ярым һумдан ашыу ярҙам аласаҡ

Был турала Мәскәүҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашыуҙа фекер алышты. Әңгәмә барышында республиканың экспорт ҡеүәтен үҫтереү тураһында һүҙ барҙы.

01 июл, 23:41

Башҡортостанға сүп контейнерҙары алыу өсөн 1 миллиард һум аҡса кәрәк

Сүп реформаһы барышында республикала контейнер майҙансыҡтары булдырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Был ғына аҙ, федераль субсидиялар кәрәк, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу тәжрибәһен таратыу һәм халыҡтың экологик мәҙәниәтен арттырыу мөһим, тип иҫәпләй республика етәксеһе.

01 июл, 16:00

Бөгөндән илдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар арта

Һыу менән тәьмин итеү, һыу түгеү, йылылыҡ энергияһы, электр энергияһы һәм тәбиғи газ өсөн хаҡ күтәрелә. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк.

01 июл, 13:06

Торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар булмай

Бөгөндән төҙөүсе компаниялар һәм халыҡ араһында иҫәпләшеүҙәрҙең яңы системаһы ҡулланыла башлай. Яңы торлаҡ алыусыларҙың аҡсаһы төҙөлөш тамамланғансы банкта һаҡлана, ә финанс ойошма төҙөүсегә займ бирә.

01 июл, 11:00

Башҡортостанда газ яғыулығы ҡойоусы 13 станция төҙөлә

Республика Хөкүмәтендә “Инвестиция сәғәте”ндә ошондай проект ҡаралды.

28 июн, 12:04

Берҙәм транспорт картаһы проекты 700 миллион һумға баһалана

Инвестиция 2021 йылғаса ҡаралған. Оператор пассажир ташыусылар килеменән процент алырға ниәтләй. Проектта ҡатнашыусылар иһә карта менән иҫәпләшеү өсөн махсус терминалға эйә була. “Алға” Берҙәм транспорт картаһы һатыуға сығарылды ла инде. Уның хаҡы – 50 һум. Картаны интернетта “Һаҡлыҡ банкы” онлайн-сервисы аша тулыландырып торорға мөмкин.

28 июн, 10:05

Башҡортостан һәм “Альфа-Банк” хеҙмәттәшлек итергә килеште

Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм финанс ойошма президенты Олег Сысуев ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, банк инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙә ҡатнаша.

28 июн, 10:04

Илдә халыҡ тормошон яҡшыртыуға триллион һум тотонола

2022 йылға тиклем социаль өлкәгә тап шунса сумма ҡаралған, тип хәбәр итәләр Финанс министрлығынан.

28 июн, 09:00

Башҡортостан һәм Альфа-банк хеҙмәттәшлек итәсәк

Ул инфраструктура үҫеше, торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге дәүләт программаларын һәм инвестиция проекттарын берлектә ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тота. Документҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Альфа-банк президенты Олег Сысуев ҡул ҡуйҙы.

27 июн, 23:33

Башҡортостан беренсе ярты йыллыҡты яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров был турала “Интерфакс” агентлығына интервьюла белдерҙе. “Инвестициялар йәлеп итеү – 4 процентҡа, сәнәғәт етештереү индексы – 3 процентҡа үҫешкән. Һалым йыйыу яҡшы ойошторолған. Төҙөлөш тармағы айырыуса алға киткән. Былтырғы менән сағыштырғанда күрһәткес 31 процентҡа күберәк” – тине Радий Хәбиров.

27 июн, 18:00

Күсмә фельдшер-акушер пунктары өсөн 142 миллион һум бүленә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 20 дауахана өсөн медицина комплексы һатып алырға йыйына. Ошоға бәйле аукцион июлдә үткәрелә.

26 июн, 12:25

Мәләүездә яңы ойошма эшләй башланы

Районда мал һуйыу предприятиеһы асылды. Сусҡа итен эшкәртеү өсөн инвестор 201 миллион һум йәлеп иткән. Мал салыу урыны элекке ит комбинаты бинаһында урынлашҡан.

26 июн, 11:05

Инвесторҙарға ярҙам була

Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Интерфакс” агентлығына интервью бирҙе. Унда инвестициялар йәлеп итеү һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүгә бәйле һорау булды. Радий Хәбиров ҙур ойошмалар һәм бәләкәй бизнес менән дә әүҙем эш алып барылыуын билдәләп үтте.

26 июн, 11:00

Балалар өсөн пособие 200 тапҡырға артты

Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев ошоға бәйле закон проекты әҙерләргә ҡушты. Йәш ярымдан өс йәшкәсә сабыйҙар өсөн түләнгән пособие 50 һумдан 10 мең һумғаса еткерелә.

26 июн, 10:04

Күмертауға яңы инвестор килә

Ҡалала ҡорос һәм суйындан ҡойолған әйберҙәр етештереләсәк. Бының өсөн инновациялы технология ҡулланыла. Инвестор яңы ойошма өсөн 20-25 миллион һум йәлеп итергә ниәтләй.

26 июн, 09:00