Мөһим

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәләр графигы үҙгәрә

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғо менән хәҙер ул һәр шәмбе көндөҙгө сәғәт 1-ҙә үтә. Кәңәшмәлә хөкүмәт ағзаларынан тыш, район-ҡала етәкселәренә лә ҡатнашыу бурысы ҡуйыла. Уларға видеконференция режимын ҡулланыу тәҡдим ителә.

16 окт, 21:03

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үҙгәрештәр

Башҡортостан башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың указы менән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыу министрҙың беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаровҡа йөкмәтелде.

15 окт, 23:06

Онкология диспансеры төҙөлөшөн тиҙләтеү өсөн ауырыуҙарҙың ғаиләләрен барып күрегеҙ

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың медицина өлкәһе етәкселәренә ошондай кәңәш бирҙе. Яңы вазифала тәүге тулы эш көнөн башлап республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһының һөҙөмтәһеҙ эшләүен билдәләне.

15 окт, 21:45

Дүшәмбенән барыһы ла башҡаса буласаҡ

Тапшырыуҙар сағыуыраҡ, күпкә мауыҡтырғыс буласаҡ. 15 октябрҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы миҙгел башлай. Күңел асыу программалары, викториналар, конкурстар, балалар өсөн тапшырыуҙар, спорт һәм, әлбиттә, яңылыҡтар.

13 окт, 23:34

Көстәрҙе бергә тупларға

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Радий Хәбиров бөгөн республика йәмәғәтселеге алдында шундай бурыс ҡуйҙы. Республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итеү өсөн тәү сиратта барыбыҙға ла бер йүнәлештә эшләү мөһим тип билдәләне ул. Вазифаһындағы тәүге указы менән Радий Хәбиров республиканың элекке башлығы Рөстәм Хәмитовты "Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән бүләкләне.

13 окт, 20:44

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Иртәгә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа таныштырыу сараһы үтә. Ул сығышы менән Ишембай районынан. Радий Фәрит улы һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округын етәкләне. Власть даирәләренең бөтә баҫҡыстарын үткән тәжрибәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән яңы вазифаға тәғәйенләнгәс тә Рәсәй президенты ышанысын аҡлау һәм Башҡортостан халҡы тормошон яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы.

12 окт, 23:13

Радий Хәбировтың тәүге интервьюһы

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң, Мәскәү өлкәһенең "360 градус" телеканалына тәүге интервью биргән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, уның алдында президент ышанысын аҡлау, тупланған эш тәжрибәһе һәм белемен Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтеү бурысы тора.

12 окт, 21:54

Радий Хәбиров Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Кисә кис Владимир Путин Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләне. Быға тиклем Рөстәм Хәмитов үҙ вазифаһын бушатыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Указ, ҡул ҡуйған мәлдән, үҙ көсөнә инә.

12 окт, 09:54

Рөстәм Хәмитов ваҡытынан алда вазифаһын бушатыу тураһында белдерҙе

Был минең шәхси ҡарарым. Ул һәр яҡлап та уйланылған. Мин 2019 йылда республика Башлығы һайлауында ҡатнашмаясаҡмын, тине ул. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, оло йәштәге төбәк етәкселәре эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ваҡытында хәл итә белергә һәм лайыҡлы китергә тейеш.

11 окт, 22:47

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы

Рәсми тәбрикләү хаты менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

11 окт, 20:56

Затон йылылыҡ һәм энергетика үҙәге быйыл тәүге тапҡыр ҡышлатыу миҙгелен башланы

Яңы һәм заманса предприятие күп ҡатлы 77 йортто, тиҫтәләп социаль объектты йылы менән тәьмин итә. Быға тиклем биҫтәлә эшләгән ҡаҙанлыҡтар иһә резервҡа сығарылған, йә эҫе һыу биреү пункты режимына күсерелгән.

10 окт, 22:40

Тырыштарға - дәүләт наградалары

Башҡортостандың төп байрамы-республика көнө алдынан эшһөйәр ватандаштарбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалау матур йолаға әйләнде. Бөгөн дә төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, юғары исемдәр тапшырҙы. Алты тиҫтәгә яҡын кешенең хеҙмәттәге ҡаҙанышы ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

10 окт, 20:39

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

09 окт, 23:42

Баш ҡаланың иң боронғо белем усаҡтарының береһенә яңы һулыш өрөлдө

Өфөнөң 1-се лицейы реконструкциянан һуң бөгөн файҙаланыуға тапшырылды. Белем усағы Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Уны сафҡа индереү өсөн республика адреслы программаһы сиктәрендә 476 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Был бина заманса мәғариф учреждениеһының сағылышы, һуңғы нормативтар буйынса бар белем усаҡтары ла ошолай булырға тейеш, тине Республика башлығы.

09 окт, 21:31

Рөстәм Хәмитов "Цифрлы ауыл хужалығы" милли проекты буйыса кәңәшмә үткәрҙе

Унда хөкүмәт ағзалары, предприятиелар етәкселәре, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙар ҡатнашты. Кәңәшмәлә видеоконференция формаһында Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәре Ирина Ғәниева сығыш яһаны.

06 окт, 21:12

Йыл уҡытыусылары

Уҡытыусылар көнө уңайынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Константин Толкачев "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы еңеүселәре һәм лауреаттары менән осрашты. Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлау тантанаһында уларға рәхмәт хаттары тапшырылды.

05 окт, 21:47

Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербург ҡалаһындағы 8-се халыҡ-ара газ форумында ҡатнаша

Был сара нефть-газ тармағындағы актуаль мәсььәләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, үҫеш юлдарын билдәләү буйынса төп майҙан булып тора. Унда ҡеүәтле нефть-газ компанияларының топ менеджерҙары, дәүләт власы органдары вәкилдәре, ғалимдар, эксперттар ҡатнаша. Форумдың төп маҡсаты - газ индустрияһы лидерҙары араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу. Үҫеш йүнәлештәре хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

04 окт, 23:11

Республика парламентының яңы депутаттарына башҡараһы эштәр күп

Йәмғиәттә хоҡуҡи нигеҙҙә көйләнмәгән йүнәлештәр байтаҡ. Һәм был етешһеҙлектәр хәл ителергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет рәйестәре һәм урынбаҫарҙары менән осрашыуҙа.

03 окт, 23:01

"Көмөш" ирекмәндәр өсөн гранттар булдырыла

Был турала Башҡортостан Башлығы Рәсәй Президентының йәмәғәт проекттары идаралығы етәксеһе Сергей Новиков менән осрашыу барышында билдәләнде. Өфөгә ул "Көмөш ирекмәндәр"өсөнсө Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыу маҡсатында килгән. Сергей Новиков Республика Башлығына илебеҙ өсөн әһәмиәтле сара ойоштороуға индергән өлөш өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

02 окт, 23:38

Ныҡлы ғаилә – Рәсәй терәге

Рөстәм Хәмитов бөгөн Мәскәүҙә ғаилә эшҡыуарҙары форумында сығыш яһаны. Йыйын илдең сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған. Башҡортостан Башлығы республика ғаилә министрлығы ойошторолған тәүге төбәк булыуы тураһында һөйләп үтте.

02 окт, 23:26