Мөһим

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе тип Эльвира Айытҡолова һайланды

Был вазифаға Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Эльвира Айытҡолова һайланды. Ҡоролтайҙа башҡорт халҡының 2050 йылға тиклем үҫеш стратегияһы билдәләнде. Олуғ йыйында 512 делегат ҡатнаша, уларҙың 288-е Башҡортостан ҡала райондарынан, 157-һе Рәсәй төбәктәренән, ә 49 кеше сит илдәрҙән килгән.

28 июн, 22:10

Өфөлә 12 йәшлек Миленә Мөхәмәҙиева юғалған

"Лиза Алерт.Башҡортостан" төркөмө хәбәр итеүенсә, ҡыҙ 28 июнь өйөнән урамға сыҡҡан һәм кире ҡайтмаған. Унан әле һаман хәбәр алына алмаған, яҙмышы билдәһеҙ. Миленаның билдәләре. Буйы 158 сантиметр самаһы,урта кәңҙәле, ҡуйы-ҡуңыр төҫтәге оҙон сәсле , һоро күҙле.

29 июн, 23:30

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында йәмәғәт ойошмаһының уставына үҙгәрештәр индерелде

Бығаса устав буйынса президиум юҡ ине. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә киләһе биш йыллыҡҡа президиум составы раҫланды. Был вазифаға Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Эльвира Айытҡолова һайланды. Ҡоролтайҙа башҡорт халҡының 2050 йылға тиклем үҫеш стратегияһы билдәләнде.

29 июн, 23:23

Өфө 5-се бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡабул итте

Ер шарының төрлө ҡитғаларынан милләттәштәребеҙҙе йыйған мәртәбәле йыйын бөгөн иртән милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскә һалыу менән башланды. Ҡунаҡтарҙы һәйкәл янында башҡаланың “Мираҫ” йыр-бейеү фольклор ансамбле “Салауат” йыры менән ҡаршы алды.

28 июн, 22:05

Өфөгә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары килде

Милләт киләсәге. Республикала үҙғарылған бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезына делегаттар йыйыла башланы. Эшлекле һәм етди осрашыуға төрлө илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ - сәйәсмәндәр, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм төрлө өлкәләрҙә танылыу яулаған милләттәштәребеҙ саҡырылған. Съезд һөҙөмтәләре буйынса башҡорт халҡының киләсәк үҫеше буйынса стратегияһы билдәләнәсәк.

27 июн, 23:39

Рәсәй ауыл хужалығы баҫыуҙарҙа ауырыу барлығына мониторинг ойоштора

Уңышҡа тағы кемдәр дәғүә итә?! Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең төбәк филиалы белгестәре республика баҫыуҙарында хәүефле ҡоротҡостар һәм үҫемлектәрҙә ауырыу барлығына мониторинг ойоштора. Ауыл эшсәндәренең тырышлығын юҡҡа сығарыусы бөжәктәр хаҡында киләһе яҙма.

27 июн, 22:41

73-сө йәшендә Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ауыр сирҙән вафат булды

Башҡортостандың мосолман йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. 73-сө йәшендә 27 йыл дауамында Башҡортостан мосолмандары диниә назаратын етәкләгән, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ауыр сирҙән вафат булды.

26 июн, 22:59

Австрияның баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре уҙҙы

Республиканың рәсми делегацияһын Радий Хәбиров етәкләне. Сәфәрҙең эшлекле программаһында, Австрияның власть һәм бизнес даирәһе вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторолдо. Радий Хәбиров Венаның үҙәк вокзалында ла булды.

26 июн, 22:54

Өфөнөң телеүҙәк алдындағы майҙанында күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡорола башланы

Статуяның авторы Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Шәйехзада Бабич һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең исемдәрен «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» проекты сиктәрендә мәңгеләштерергә тәҡдим ителә.

25 июн, 23:00

«Башҡортостан лидерҙары» проектында ҡатнашыу өсөн анкеталар ҡабул ителә

"Башҡортостан лидерҙары" проектында еңеүселәргә етәксе вазифалары тәҡдим ителәсәк. Әле унда ҡатнашыу өсөн анкеталар ҡабул ителә. Бер аҙна эсендә генә проектҡа 3 мең ярым документ килгән. Был турала Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин бөгөн журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.

25 июн, 22:49

«Алға» транспорт картаһы һатыуға сыҡты

Уны ғәмәлгә индереү барышы бөгөн Республика йортонда Радий Хәбиров етәкселегендә үткән транспорт сәғәтендә ҡаралды. Буш карта үҙе 50 һум тора, уны электрон янсыҡ тип атарға мөмкин. "Алға" картаһын 1 июлдән ҡуллана башларға була, уның менән транспорт сараларында иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ.

24 июн, 22:44

1 июлдән тотош ил күләмендә коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар арта

Республикала хаҡтар уртаса кәмендә 2 процентҡа күтәрелер тип күҙаллана. Был Волга буйы федераль округына ингән төбәктәр араһында иң түбән күрһәткестәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Был турала бөгөн Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк белдерҙе.

24 июн, 22:37

Бөгөн - Хәтер һәм ҡайғы көнө, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 78 йыл

Был дәһшәтле йылдар тарихҡа ҡан ҡойғос алыш мәле булараҡ инеп ҡалған. Советтар Союзы фронт һыҙығында 27 миллионлап һалдатын юғалта. Һуғыш шаңдауы әле булһа ла тынмай, меңдәрсә яугир бөгөнгә тиклем хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнә.

22 июн, 22:18

Республика етәксеһе Сибайҙа Хәтер митингында ҡатнашып мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 300 меңдән ашыу яҡташыбыҙ яу яланында башын һала. Ул ваҡытта Сибай ҡасабаһы фронт һыҙығында 350 аҫыл ул һәм ҡыҙын юғалта. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемдәрен асыҡлау әле булһа ла дауам итә.

22 июн, 22:18

Өфө халҡы «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» өсөн тауыш бирә

Өфө халҡын Башҡортостандың баш ҡалаһына «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем биреү буйынса йәмәғәт фекер алышыуында ҡатнашырға саҡыралар. Был исем хеҙмәт батырлыҡтары һәм ҡаҙаныштары менән фашизмды Еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалаларға бирелә.

21 июн, 22:18

Башҡортостан башлығы вазифаһына 11 сәйәси партия вәкиле дәғүә итә

Уҙған төндә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы республика етәксеһенә кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы.

21 июн, 22:12

Радий Хәбиров «Йәш һөнәрмәндәр» 7-се милли чемпионат финалында еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашты

Эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандалаған, үҙ һөнәренең йәш оҫталарын асыҡлаған милли чемпионатта 60 илдең вәкилдәре ҡатнаша. Ярыш йөҙгә яҡын йүнәлеш буйынса бара, улар араһында иретеп-йәбештереү, кирбес һалыу кеүек классик компетенциялар ҙа, заман технологияларына ҡағылғандары ла бар.

21 июн, 22:08

Башҡортостанда 390 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

"Сәләмәтлек" милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә шул иҫәптән Башҡортостанда ла 390 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә, мең ике йөҙө ремонтлана. Был турала бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ менән тура элемтә барышында белдерҙе.

20 июн, 23:41

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Сибайҙағы хәлгә аңлатма бирҙе

Республика етәксеһе был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡалалағы экологик хәл уның шәхси күҙәтеүендә ҡала. Күсмә лабораториялар эшләүен дауам итә. Тикшереүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

20 июн, 22:48

Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы юғары вәкилдәрҙең 10-сы халыҡ-ара осрашыуы тамамланды

Тыныслыҡ өсөн бөтә донъя менән. Бөгөн Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы юғары вәкилдәрҙең 10-сы халыҡ-ара осрашыуы тамамланды. Өс көн дауамында йөҙҙән ашыу илдең именлек һағында тороусылар тотош Ер шарында тыныслыҡ тәьмин итеү, экстремизм һәм замандың башҡа хәүефенә ҡаршы тороу юлдарын өйрәнде.

20 июн, 22:46