Мөһим

Салауат ҡалаһында быяла етештереү линияһы, ә Ишембайҙа ял зонаһы барлыҡҡа киләсәк

Яңы объекттарҙы сафҡа индереү менән бәйле һорауҙар бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендәге инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Унда профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, муниципаль берәмектәр етәкселәре лә ҡатнашты.

19 июн, 23:30

Владимир Путин халыҡтың кредиттар иҫәбенә йәшәүен таныны

Президент менән тура бәйләнеш тапшырыуында дәүләт башлығы халыҡтың килеме кәмеүе мәсьәләһенә туҡталды. Был күренештең сәбәптәрен Президент донъя углеводород сеймалы баҙарында хаҡтарҙың тотороҡһоҙ булыуына бәйләне. Әммә килем күләме яйлап булһа ла элекке кимәлгә күтәрелә бара.

20 июн, 22:45

Был минуттарҙа Владимир Путин менән тура элемтә бара

Эш хаҡы артмауы, түбән булыуы күптәрҙе борсоған һорауҙарҙың береһе. Ил президенты энергетика баҙарындағы хәлдәргә бәйле иҡтисадта һәм социаль сферала “күңелһеҙ элемент” булыуы тураһында белдерҙе. Әммә килемдәр яйлап күтәрелә.

20 июн, 16:00

Бөгөн Рәсәй президенты Владимир Путин халыҡ һорауҙарына яуап бирә

Ил етәксеһенә бирелгән беренсе һорау милли проекттар хаҡында булды.

20 июн, 15:02

Легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу билдәләнә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Республика Хөкүмәтенә юбилей саралары планын төҙөү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелә.

20 июн, 15:00

Бөгөн Владимир Путин халыҡ һорауҙарына яуап бирә

Президент менән тура элемтә Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә башлана. Тапшырыуҙы төп федераль телеканалдар тура эфирҙа күрһәтә, шулай уҡ үҙәк радиостанцияларҙа тыңларға була. Былтырғы кеүек үк дәүләт башлығы халыҡ һорауҙарына яуап биргән осраҡта, министрҙар һәм төбәк етәкселәре менән тура элемтәгә сығырға йыйына. Һорауҙар телефон һәм интернет аша ҡабул ителә.

20 июн, 12:00

Республикала 2000 йылдарҙан алып халыҡ һаны 68 меңгә кәмегән

Был һан бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа төбәктең демография үҫешенә арналған түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә яңғыраны. Халыҡтың кәмеүе төрлө факторға бәйле булыуы билдәләнде. Башҡортостандың Юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары кәмеүе мәҫәлән, 88 меңгә яҡын перспективалы абитуриенттың ситкә күсеп китеүенә килтергән.

19 июн, 23:03

Республикала «Башҡортостан лидерҙары» конкурсы башланды

Яңы быуын командаһы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә "Башҡортостан лидерҙары" конкурсына старт бирелеүе тураһында иғлан итте. Махсус белемле хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайҙан табырға һәм квалификацияһы булмаусыларҙан нисек ҡотолорға? Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн республика проектына кандидаттар һайлау башланды.

18 июн, 22:57

Өфөлә террорға, экстремизмға ҡаршы көрәш, хәүефһеҙлек тәьмин итеү йүнәлештәре буйынса форум башланды

Заман алға барған һайын кешелек донъяһына янаған хәүеф тә күп ҡырлыға әйләнә бара. Һәм уны иҫкәртеү ҙә ҡатмарлаша, алдынғы алымдар талап итә. Бөгөн Өфөлә йөҙҙән ашыу илдән хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы юғары вәкилдәр осрашыуы башланды. Был форум илдә унынсы тапҡыр уҙғарыла һәм тотош донъяла террорға, экстремизмға ҡаршы көрәш, хәүефһеҙлек тәьмин итеү йүнәлештәрен билдәләүсе абруйлы сараға әйләнгән. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

18 июн, 22:56

Мәскәүҙә милли батырыбыҙ Салауат Юлай улы иҫтәлегенә сара үтте

Мәңге хәтерҙә. Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ милли герой Салауат Юлаев иҫтәлегенә арналған сараға йыйылды. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт халҡының билдәле улы тураһында тарихи йырҙар башҡарып, Салауат Юлаев шәхесенә бағышланған эҙләнеү эштәре менән сығыш яһаны.

17 июн, 23:38

Башҡортостан делегацияһы Татарстанда уҙғарылған Төбәк-ара һабантуйҙа ҡатнашты

Ыҡ йылғаһы буйындағы 14 район халҡын берләштергән байрам быйыл өсөнсөгә үтте. Элек был биләмәләр Миңзәлә өйәҙенә ҡараған һәм Өфө губернияһының көнбайыш өлөшө һаналған. Сара сиктәрендә яҡташтарыбыҙ Аҡтаныш районынан сыҡҡан билдәле башҡорт шәхестәре - Тимер һәм Илдархан Мутиндарҙы хөрмәтләп иҫкә алып, мемориаль таштарына сәскә һалды.

17 июн, 22:47

“Владимир Путин менән тура бәйләнешкә” әле 600 меңдән ашыу мөрәжәғәт ебәрелгән

Һорауҙарҙың күп өлөшө телефон аша ҡабул ителгән, 160 мең самаһы смс хәбәр килгән. Социаль селтәрҙәр аша ла һорау биреүселәр бихисап.

17 июн, 16:00

Алһыу Сафинаға Башҡортостандың халыҡ артисы бирелде

Билдәле йырсы Алһыу Сафинаға Башҡортостандың халыҡ, "Пицца" төркөмөн ойоштороусы Сергей Приказчиковҡа һәм Арғымаҡ этно төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙановҡа республиканың атҡаҙанған артисы исемдәре бирелде. "Евразия йөрәге" фестиваленең өсөнсө көнө бай йөкмәткеле һәм сағыу концерт программаһы, меңдәрсә төҫ менән балҡыған пиротехник шоу менән генә түгел, бүләкләү указдары менән дә иҫтә ҡалды.

15 июн, 01:22

Өфөлә сираттағы «Digital Ҡоролтайҙа» форумы үтте

Һанлы революцияға, социаль селтәрҙәрҙең үҫешенә арналған конференцияның дискуссия майҙансығы булараҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һайлана. Сарала ҡатнашыусылар алдында илдең билдәле блогерҙары, журналистары менән бергә республика етәксеһе Радий Хәбиров та сығыш яһаны.

14 июн, 22:11

Республика етәксеһе Радий Хәбиров интернеттың роле тураһында фекерен белдерҙе

Бөгөн ул Өфөлә һанлы технологиялар ҡулланыуға бәйле конференцияла сығыш яһаны.

14 июн, 18:00

Шишмә шәкәр заводы сит илдәргә гранулалы һығынды оҙатасаҡ

Әле предприятиела был эште яйға һалыу бара. Проект бөгөн Радий Хәбиров үткәргән Инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Әле завод 500 мең тамыраҙыҡ эшкәртә. Уның ни бары 15 проценты шәкәргә эшкәртелһә, ҡалған өлөшө крахмал шәрбәте һәм һығынды рәүешендә ҡала. Һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә мең тонна һығынды сығарып ырғытыла. Уның ни бары 25 проценты ғына гранулаларға әйләндерелеп мал аҙығы итеп ҡулланыла.

14 июн, 00:30

Республика кардиология диспансерын төҙөкләндереү киләһе айҙа башлана

Был турала медицина учреждениеһы нигеҙендә үткән сәләмәтлек сәғәте кәңәшмәһендә билдәләнде. Проекттың дөйөм хаҡы 6 миллиард һум самаһы. Был аҡсаларҙың яртыһын федераль бюджеттан йәлеп итеү ҡарала. Яңы хирургия корпусының макетын дауахананың баш табибы Радий Хәбировҡа күрһәтте.

13 июн, 22:42

12 июнь - Рәсәйҙә янғын һағы системаһы ойошторолоуға 370 йыл

Ә Башҡортостан буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәт асылыуға 22 йыл тула. Өфө идаралығы ла үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Халыҡтың именлеге һағында тороусылар иҫтәлекле даталарҙы парад менән билдәләне. Янғын һүндереүселәрҙе Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та тәбрикләне.

12 июн, 22:00

Башҡортостан халҡы бөгөн бер юлы өс байрам билдәләй

Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты декларацияһын ҡабул итеүгә 29, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 445 һәм милли геройыбыҙ-Салауат Юлаевтың тыуыуына - 265 йыл.

12 июн, 21:59

101 бала «Тамыр» телеканалында оҫталыҡ дәрестәре алды

Республиканың башҡорт гимназиялары уҡыусылары "ТАМЫР СЕЛТӘРЕ"ндә. Бөгөн 101 бала телеканалда оҫталыҡ дәрестәре алды. Улар биш төркөмгә бүленеп эшләне. Төркөмдәр "Тамыр", "Юлдаш" каналдары, "яңылыҡтар" хеҙмәте һәм "Бәхетнамә" тапшырыуҙары эшмәкәрлеге менән танышты.

11 июн, 23:48