Мөһим

Яңылыҡтар хеҙмәтенең баш операторы Рәсүл Шаһимәрҙәнов беҙҙең аранан китте

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бөгөн ауыр юғалтыу кисерҙе, 55-се йәшендә яңылыҡтар хеҙмәтенең баш операторы Рәсүл Шаһимәрҙәнов беҙҙең аранан китте. Рәсүл Вәрис улы телевидениела 20 йылға яҡын эш дәүерендә республиканы арҡырыһынан буйына йөрөп сыҡҡан, иң мөһим сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған тәжрибәле оператор, йәштәрҙең остазы ине.

11 июн, 23:41

Учалы районы ауылдарының береһенә Башҡортостандың халыҡ артисы, коллегабыҙ Әхәт Мортазиндың исеме биреләсәк

Был турала шәхестең тыуған ауылы Яңы Байрамғолда үткән Хәтер кисәһендә хәбәр ителде. Шулай уҡ мәктәптең алдынғы уҡыусыһына ғаилә премияһы тапшырылды. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

11 июн, 23:08

Нуриман районы Первомайск ауылында яңы мәктәп төҙөлә

Был турала бөгөн "Хакимиәт башлығы сәғәтендә" билдәле булды. Район етәксеһен Радий Хәбиров ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәк халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендәге проблемалар буйынса фекер алышынды.

11 июн, 22:58

"Башнефть" - Башҡортостан өсөн милли ҡаҙаныш, ғорурлыҡ һәм иҡтисади нигеҙе булып ҡала

Республика етәксеһе Радий Хәбиров был турала бөгөн нефть компанияһының акционерҙар йыйылышында белдерҙе. "Башнефть" илдә тәүгеләрҙән булып интеллектуаль система ҡуллана башланы. Башҡортостанда беренсе "Цифрлы ятҡылыҡ" барлыҡҡа килде. Радий Хәбиров компания ярҙамы менән Өфө дәүләт нефть-техник университеты нигеҙендә донъяға танылған фәнни-белем биреү үҙәге булдырылыуға ышаныс белдерҙе.

11 июн, 18:14

Нуриман районы Первомайск ауылында яңы мәктәп төҙөлә

Был турала бөгөн "Хакимиәт башлығы сәғәтендә" билдәле булды. Район хакимиәте башлығын Радий Хәбиров ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәк халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендәге проблемалар буйынса фекер алышынды.

11 июн, 16:21

Һауа торошо ҡапыл үҙгәреү сәбәпле, Өфөлә оҙайлы траспорт тығындары хасил булды

Һауа торошо республика халҡын һынай. Һалҡындарҙан һуң кинәт килгән эҫе ҡапыл ҡойма ямғыр һәм боҙборсаҡ менән алмашынды. Йәшен тиҙлегендә социаль селтәрҙә яуым-төшөм эҙемтәләрен һүрәтләгән видеояҙмалар таралды.

10 июн, 23:33

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Урал аръяғына барҙы

Санкт-Петербургтан - Баймаҡҡа. Республика етәксеһе Радий Хәбиров халыҡ-ара иҡтисади форум майҙанынан тура Урал аръяғы төбәгенә эш сәфәре менән барҙы. Районда урындағы предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышты, һабантуйҙа ауыл эшсәндәрен баҫыу эштәре тамамланыу менән тәбрикләне.

10 июн, 23:00

Башҡортостанда ике айҙа газонға автомобиль ҡуйған өсөн 14 миллион штраф һалынған

Республикала ике айға яҡын ваҡыт эсендә 20 мең тирәһе закон боҙоу осрағы теркәлгән. Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерелде. Радий Хәбиров урамдарҙа тәртип урынлаштырғандан һуң ихаталарға күсергә ҡушты. Кәңәшмәлә берҙәм транспорт картаһын индереү, автобустар паркын яңыртыу менән бәйле мәсьәләләр ҙә ҡаралды.

10 июн, 22:48

20 июндә “Владимир Путин менән тура бәйләнеш” булдырыла

Дәүләт Башлығы граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә. Беренсе канал, “Рәсәй – 1”, ”Рәсәй 24”, “НТВ”, “МИР”, “ОТР” телеканалдары был бәйләнеште тура эфирҙа күрһәтә. Уны “Рәсәй радиоһы”, “Хәбәр FM” һәм “Маяк” радиостанцияларында тыңларға була. Һорауҙар СМС йәки ММС-хәбәр рәүешендә ҡабул ителә.

10 июн, 16:00

Республиканың күпселлек ауылдары йәй етеү менән эсәр һыуһыҙ ҡала

Уларҙың ҡайһылары тәбиғи факторға бәйле булһа, бәғзеһе урындағы үҙидаралыҡтың вайымһыҙлығы арҡаһында. Бындай ауылдарҙы “Тураһын әйткән” Гүзәл Ситдиҡова барланы. Репортаж менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

08 июн, 23:26

Өфөгә «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты»ның юл инспекцияһы килде

Улар "Насар юлдар картаһы"нда билдәләнгән гарантиялы юлдарҙың һәм участкаларҙың сифатын, авария күп теркәлгән урындарҙы, үткәүелдәрҙе яҡтыртыуҙы, юл билдәләрен тикшерҙе. Рейд барышында асыҡланған етешһеҙлектәр менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

08 июн, 21:39

Башҡортостан иҡтисадына 80 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп ителде

Был килешеүҙәргә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында ҡул ҡуйылды. Ике көн эсендә республика вәкилдәре тиҫтәләгән осрашыу һәм һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Бөгөн шулай уҡ стратегия башланғыстары агентлығы илдәге ивестклимат милли рейтингын иғлан итте. Уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 16-сы урында нығынып, күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға өлгәште.

07 июн, 23:07

“Милли проекттарҙан халыҡ файҙа күрәсәк.”

Был турала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Ул Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында “Рәсәй-24” телеканалына интервью бирҙе.

07 июн, 16:04

Башҡортостанда тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлеккә ҡарата баҙар ҡағиҙәләре үҙгәрә

Етештереүселәргә кире ҡайтармаҫҡа, ташларға. Бөгөндән тиҙ боҙола торған продукция өсөн сауҙа селтәрҙәре яуаплы. Быға тиклем һаҡлау ваҡыты 30 көнгә тиклем булған аҙыҡ-түлек һатылмаһа, етештереүселәргә өҫтәмә сығымдар янай ине. Хәҙер баҙар ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

06 июн, 19:50

Башҡортостанда эре вагон ремонтлау заводы төҙөләсәк

Инвесторҙар был проектты тормошҡа ашырыуға 21 миллиард һум аҡса йүнәлтәргә әҙер. Килешеүгә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә ҡул ҡуйылды. Төнъяҡ баш ҡалала бөгөн асылған сарала Башҡортостан делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй.

06 июн, 19:42

Башҡортостандың алдынғы техник вуздары Дрезден университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Бөгөн Өфөлә республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары профессор Ханс Мюллер-Штайнхаген менән осрашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты Дрезден университетының медицина факультеты менән 20 йыл дауамында хеҙмәттәшлек итә.

05 июн, 23:05

Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форумға әҙерлек аҙағына яҡынлаша

Иртәгә асыласаҡ сарала Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Форум сиктәрендә республика вәкилдәре тиҫтәләрсә осрашыуҙар, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең эре предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөргә йыйына.

05 июн, 22:59

Оло Тәләк фажиғәһенә 30 йыл

1989 йылдың 3 июненән 4-нә ҡараған төндә 1710-сы километрҙа, Новосибирск-Адлер һәм Адлер-Новосибирск поездары осрашҡан мәлдә магистраль газүткәргестән сыҡҡан газ шартлай. Уның ҡеүәтен Хиросималағы шартлауға тиңләйҙәр. Был фажиғә Рәсәй тарихындағы иң ҙур тимер юл һәләкәте тип иҫәпләнә. Ике составта барған 1284 кешенең 600-гә яҡыны һәләк була.

04 июн, 21:19

Ураҙа ғәйете уңайынан байрам саралары Өфөнөң «Башҡортостан» сауҙа үҙәге һәм «Ватан» этно-паркы майҙандарында үтте

Килгән халыҡ былау менән һыйланып ҡалманы, хәләл йәрминкәләрҙә ҡатнашып, концерт программаһын да ҡарап кинәнде. Байрам сараһы изге Ҡөрьәндән сүрә уҡыуҙан башланды. Көндөң болоҡһоп тороуына ҡарамаҫтан, халыҡ майҙанға күпләп йыйылды. Тотош ғаиләләре менән дә килеүселәр бар. Улар өсөн күңелдәренә ятышлы ҙур программа ойошторолдо.

04 июн, 21:16

Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ураҙа байрамын билдәләй

Ошо уңайҙан республика халҡын Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне. Ҡотлау тексы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

04 июн, 21:08