Мөһим

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 999 янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең боҙолоу осрағын теркәгән

Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа үҙәгендәге янғындан һуң республикабыҙҙың күпләп халыҡ йыйылған урындарында янғын хәүефһеҙлеге буйынса тикшереүҙәр үтте. Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙғарылған кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министырлығының БР буйынса идаралығы етәксеһе Марат Латыпов теүәл 999 хоҡуҡ боҙоу осрағы тураһында хәбәр итте.

02 апр, 10:46

Шартлатҡыс тураһындағы мәғлүмәт өсөн ике сауҙа үҙәген эвакуациялағандар

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы полицияһына ике сауҙа үҙәгендә һалынған шартлатҡыс тураһында мәғлүмәт килгән.

03 апр, 15:00

Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле Евгений Шевченко Башҡортостанда ил президентын һайлау компанияһы барышы мәсьәләләре буйынса Өфөлә кәңәшмә үткәрҙе

Дөйөм алғанда, Евгений Шевченко төрлө кимәлдәге һайлау комиссияларына юғары баһа бирҙе. Ул шулай уҡ компания барышында хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән Совет һәм Ленин райондары участкаларында ла булды. Уларға хоҡуҡи баһа бирелгәндән һуң, ғәйеплеләр язаға тарттырылған.

02 апр, 23:59

Исем-шәриф, тыуған көндәр тап килә икән, тимәк, бурыс та уртаҡ!

Өфөнән 60 йәшлек Владимир Тараканов икенсе йыл һалым инспекцияһы менән низағта. Пенсионерҙың бер ниндәй күсемһеҙ милеге юҡ, шуға ҡарамаҫтан уға Мәскәү өлкәһендә теркәлгән фатир һәм ер участкаһы өсөн һалым түләүҙәре буйынса белдереү ҡағыҙҙары килә. Суд приставтары икенсе төбәктә йәшәүсе аҙашының башҡа штрафтары өсөн яҡташыбыҙҙың автомобиленә арест та һалған.

02 апр, 23:40

НТВ каналының «Һин-супер!» проекты ойоштороусылары башҡорт ҡыҙы өсөн тәүге тапҡыр ҡағиҙәне үҙгәртте

Проектың беренсе турында Әбйәлил районынан 15 йәшлек Зарема Шәйхетдинова «Titanium» йыры менән сығыш яһаны. Әммә яҡташыбыҙҙың моңло тауышы баһалама ағзаларының барыһының да күңелен әсир итә алманы. Шулай ҙа мәктәп уҡыусыһы телевизион проектың киләһе турына сыҡты.

02 апр, 21:05

Өфөлә оло йәштәгеләргә ярҙам телефоны эшләй башланы

Проектты ғәмәлгә ашырыуға Рәсәй Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән грант аҡсалары файҙаланылған. Маҡсат хаҡлы ялдағыларҙың мәсьәләләрен хәл итеү, яңғыҙҙарға аралашыу даирәһе булдырыу.

02 апр, 20:39

Башҡортостанда +8 градусҡа тиклем йылытасаҡ

Башгидромет үҙәге мәғлүмәте буйынса, иртәгә, 3 апрелдә, республикала һәм Өфөлә көндөң йылыныуы көтөлә. Төнөн термометр билдәһе -10 градусҡаса түбәнәйә.

02 апр, 14:39

Аҙна яңылыҡтары. Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто киңәйтеләсәк

Рөстәм Хәмитов медицина учреждениеһына яңы төкәтмә төҙөү кәрәклеген белдерҙе. Яңы корпус ун мең квадрат метрҙы биләйәсәк. Шулай уҡ иҫкергән биналар ҙа төҙөкләндереләсәк.

01 апр, 23:47

Аҙна яңылыҡтары. Кемеров шаңдауы

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтерәбеҙ, юғары технологиялы медицина булдырабыҙ, ғүмер оҙонлоғон һикһәндән дә аштырасаҡбыҙ, балалар үлемен кәметәбеҙ тип өмөтлө һүҙҙәр һөйләйбеҙ. Һуҡыр тингә лә тормай бындай белдереүҙәр, әгәр беҙ шул уҡ балаларыбыҙҙы ла яҡлай алмайбыҙ икән. 41 бала... 41 бала ут эсендә янып һәләк булды. Шул уҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләүсе өлкәндәр ғәмһеҙлеге арҡаһында. Уйында тик табыш, аҡса ғына булыусылар, ҡомһоҙҙар арҡаһында. Кемдер арзанға янғын хәүефһеҙлеге сараларын эшләткән, ә кемдер аҡса алып быға күҙ йомған, берәүҙәр ришүәткә ҡыҙығып файҙаланыуға рөхсәт биргән. Һөҙөмтәлә бер ғәйепһеҙ йәндәр ҡыйыла. Күпме дауам итер ошолай? Нишләп бәлә килгәс кенә ҡуҙғалабыҙ?

01 апр, 22:58

Аҙна яңылыҡтары. Роспотребнадзор социаль селтәрҙәр аша өйҙә бешерелгән торттарҙы һатып алмаҫҡа кәңәш итә

Йәнәһе лә, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлмәгән кондитерҙар тикшереү үтмәй. Билдәһеҙ шарттарҙа етештерелеп, һаҡлау, транспортлау, һатыу талаптары үтәлмәгән, сәнәғәт күләмендә етештерелмәгән ризыҡтар шикле. Санитар-эпидемиологик хәүефе лә юғары, тиелгән ведомство сайтында. Сәнәғәт күләмендә етештерелмәгән... Миңә ҡалһа, тап шул cәнәғәт күләмендә етештереү сифатты кәметә лә инде. Ә бына үҙ ҡулың менән күңелеңде һалып бешерелгән ашамлыҡтарҙың йәнһеҙ конвейерҙарҙа сыҡҡандарына ҡарағанда тәмһеҙерәк булыуына икеләнәм.

01 апр, 22:45

Аҙна яңылыҡтары.Әбйәлилдә сир-сырхауҙан арынам тип бөжәктәр ашайҙар

Ябай бөжәк түгел, экзотика. Ашатырһың Әбәйәлилдәрҙе ябай ҡуңыҙҙы. Ә Аргентинанан килгәнен хатта тереләй йоталар. Йәнәһе лә түшәккә йығылғанды ла аяҡҡа баҫтыра. Ярай ҙа файҙаһы булһа. Иң мөһиме зарары булмаһын. Ә быныһын инде Рәмзиә Кәримова асыҡларға тырышты.

01 апр, 22:15

Махсус репортаж. Финанс революция эшләгән Сергей Мавроди үлеп ҡалды

Ул үлде, ә эше һаман йәшәй. Юҡ, Ленин бабай түгел. Илебеҙҙә революция башлығынан да данлыраҡ шәхестәр бар. Ул финанс революция эшләне. Сергей Мавроди. Донъялағы иң бейек, ҙур пирамиданы төҙөй алды. Ләкин ҡоролма ни тиклем ҙур, шул тиклем көслө ҡолауын беләбеҙ. Финанс пирамида ла ҡоланы. Кемдер өлгөрҙө унан файҙа алырға, ә кемдер төп башына ултырҙы. Кемдер уны аллаға тиңләй, ә кемдер иблес менән сағыштыра. Урталыҡ юҡ. Хәйер, был пирамиданы ойошторорға ярҙам итеүселәрҙе урталыҡ тиергә мөмкиндер.

01 апр, 21:47

Йылайыр ҡыҙы Нурзилә Нәҙерғолова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды

Бөгөн Өфөлә ике аҙна дауамында барған төбәк-ара конкурс еңеүселәре билдәләнде. Быйыл абруйлы исем Өфөнөң 5-се лицейы уҡытыусыһына тапшырылды. Бәйге еңеүсеһе булараҡ Нурзилә Нәҙерғолова «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» исеме бирелде.

31 мар, 23:48

Билдәһеҙ юғалған яугирҙар исемлеге кәмей

Һуңғы арала һуғыш яланында ятып ҡалған өс тиҫтәгә яҡын яҡташыбыҙҙың ерләнгән урыны асыҡланған.

31 мар, 21:47

Өфө «Тере Еңеү. Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә» Бөтә Рәсәй проектына ҡушыла

28-30 апрелдә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына ҡараған архив фотоһүрәттәр тергеҙелә. Проектҡа ҡушылыр өсөн 25 апрелгә тиклем экранда күрһәтелгән сайтҡа ғариза һәм ғаилә альбомынан ике фотоһүрәт ебәрергә кәрәк.

31 мар, 21:06

Әбйәлил эшҡыуары «Әсәлек капиталы» иҫәбенә йорттар төҙөй башлаған

Иҙел Әхмәтҡужин был алым йәш ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен күпкә еңеләйтер тип иҫәпләй. Тәүге өс заказ бар ҙа инде. Өй һалғанда хужаларҙың теләктәре лә иҫәпкә алына.

30 мар, 22:59

Кемеров ҡалаһындағы фажиғәнән һуң сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрендә ойошторолған прокуратура тикшереүҙәре тағы ла ике аҙна дауам итәсәк

Халыҡ күпләп йыйылған башҡа объекттар ҙа күҙәтеү аҫтына эләгәсәк. Был хаҡта бөгөн янғын хәүефһеҙлегенә арналған түңәрәк өҫтәлдә билдәләнде. Унда төрлө ведомство вәкилдәренән тыш, депутаттар һәм эшҡыуарҙар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе - 2016 йылда индерелгән күҙәтеү каникулдарынан һуң бәләкәй бизнес субъекттарына планлы тикшереүҙәр өс йылға бер генә уҙғарыла. Етмәһә, был хаҡта эшҡыуарҙарға алдан иҫкәртмә лә ебәрелә. Башҡортостан парламентарийҙары федераль законға үҙгәрештәр индереп, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының вәкәләттәрен арттырыу яҡлы.

30 мар, 22:47

Башҡортостанда тағы һыуыта

Иртәгә, 31 мартта, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы, төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

30 мар, 14:52

Өфө вольеры дүрт айыу балаһы менән тулыланды

Тайыштабандар ғинуар айында уҡ донъяға килгән. Әммә хәҙер айыуҙар ҡышҡы йоҡонан уянғас, балаларын инәләренән айырып алғандар, бәләкәстәр йылы вольерға урынлаштырылған. Айыу балалары нимә менән туҡлана һәм үҙҙәрен нисек тота?

29 мар, 23:29

Республика сауҙа үҙәктәре янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирәме?

Кемеров ҡалаһындағы фажиғәнән һуң Башҡортостанда ла халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен тикшереү дауам итә. Бөгөн прокуратура һәм янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторҙарының сираттағы профилактик сараһы Өфөнөң «Аркада» сауҙа комплексында үтте.

29 мар, 23:20