Мөһим

Өфөнөң өсөнсө бала табыу йортонда яңы корпус төҙөләсәк

Медицина учреждение менән танышҡан ваҡытта Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов шундай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты.

29 мар, 17:56

Бөгөн Рәсәйҙә матәм көнө

Кемеров ҡалаһының «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә һәләк булыусылар өсөн тотош ил ҡайғыра. Матәм иғлан ителеүгә бәйле, дәүләт флагтары төшөрөлдө. Кемеров өлкәһендә һәләк булыусыларҙы һуңғы юлға оҙаталар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе аяуһыҙ янғын 64 кешенең ғүмерен өҙҙө. Уларҙың күбеһе балалар.

28 мар, 23:59

Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары башланды

Өфөлә генә 12 күҙәтеү посы, 28 штаб ойошторолған. Бөгөн баш ҡаланың Ленин районына ҡараған биләмәләрҙә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек кимәле тикшерелде.

28 мар, 22:15

Быйыл Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркы һәм «Тулҡын» скверы биләмәләре тәртипкә килтереләсәк

«Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы проекты сиктәрендә был объекттар өсөн баш ҡаланың 103 меңдән ашыу кешеһе үҙ тауышын биргән. Был хаҡта бөгөн ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов белдерҙе.

28 мар, 20:57

Кемероволағы фажиғә сәбәбе – балаларҙың “ҡоро” бассейны яныуы

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы “Ҡышҡы сейә” сауҙа комплексында янғын сығыу сәбәбен асыҡланы. Фажиғә ут төртөүҙән башланған.

28 мар, 15:11

Өфөләге “Меркурий” сауҙа үҙәгендә эвакуация уҙғарылды

Өфөнөң Орджоникидзе биҫтәһендәге “Меркурий” сауҙа үҙәгендә, 28 мартта, иртәнсәк ашығыс эвакуация уҙғарылды.

28 мар, 12:48

Һауа торошо боҙолоуы сәбәпле Башҡортостан халҡын иҫкәртәләр

Бөгөн Башҡортостанда көслө ҡар яуа. Шул сәбәпле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә.

28 мар, 11:07

Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа үҙәгендә вафат булғандарҙы һуңғы юлға оҙаталар

Бөгөн 13 кешене ерләйҙәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын ваҡытында 64 кеше һәләк булды, уларҙың күбеһе балалар.

28 мар, 09:40

Кемеров ҡалаһындағы фажиғәгә яуаплы органдарҙың битарафлығы һәм илке-һалҡылығы булышлыҡ иткән

Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлекте көйләү буйынса комиссия ултырышында белдерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы фажиғә коррупцияның ниндәй эҙемтәләргә килтереүен асыҡ күрһәтте. Ришүәт ярҙамында төрлө һорауҙарҙы хәл итергә тырышыу ошондай ҡурҡыныс ваҡиғаларҙың төп сәбәбе, тине Рөстәм Хәмитов.

27 мар, 23:55

35 кешенән күберәк иҫәпләнгән һәр предприятие-ойошма ике процент эш урынын инвалидтарға бирергә тейеш

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында белдерелде. Элек был талап 100 хеҙмәткәре булған учреждениеларға ғына ҡағыла ине. Ултырышта шулай инвалидтарға стажировка, йәш ғаиләләргә психологик ярҙам хаҡында ла һүҙ барҙы.Сараны Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы.

27 мар, 23:47

Кемеров ҡалаһындағы фажиғәнән һуң Өфө сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре тикшерелә

Бөгөн прокуратура һәм янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторҙары халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшерҙе.

27 мар, 23:35

Беҙҙең телерадиотапшырыуҙар теҙмәһендә үҙәгерштәр

“БСТ”, “Ҡурай”, “Тамыр” телеканалдары, шулай уҡ “Юлдаш”, “Спутник ФМ”, “Ашҡаҙар” һәм “Юлдаш plus” радиостанциялары 2018 йылдың 28 мартында иғлан ителгән матәм көнөнә ярашлы тапшырыуҙар теҙмәһен үҙгәртә. Был көндө эфирҙа реклама һәм күңел асыу программалары булмаясаҡ.

27 мар, 16:15

Владимир Путин матәм көнө иғлан итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин, 28 мартта, Кемероволағы фажиғагә бәйле илдә траур көнөн иғлан итеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был турала Кремль матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә.

27 мар, 15:25

Кемерово фажиғәһенән файҙаланып аҡса эшләргә тырышыусы мутлашыусылар бар

Мутлашыусылар социаль селтәрҙәрҙә халыҡ ҡайғыһында аҡса эшләргә тырыша.

27 мар, 14:52

“Салауат Юлаев” һәм “Трактор” уйынды тынлыҡ минутынан башлаясаҡ

Кемерово ҡалаһындағы фажиғағә бәйле, Көньяҡ конференцияһының етенсе ярым финал уйыны матәм минутынан башланасаҡ. Бындай ҡарарҙы “Салауат Юлаев” һәм “Трактор” уйынсылары ҡабул итте.

27 мар, 12:34

Кемеров өлкәһендә өс көнлөк матәм иғлан ителде

Сауҙа-күңел асыу үҙәгендә сыҡҡан янғында һәләк булыусыларҙың яҡындарына берәр миллион һум компенсация түләнәсәк. Төбәк губернаторы Аман Тулеев ошо турала белдерә. Кемеровтағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә фажиғә кисә көндөҙ булды. Ут балаларҙың уйын майҙанында сыға һәм бина буйлап тарала, түшәм ишелеп төшә.

26 мар, 23:25

Стәрлетамаҡта сусҡа киҙеүенән ҡыҙ бала вафат булған

Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларына сусҡа киҙеүенән вафат булған алты йәшлек ҡыҙ тураһында билдәле булды.

26 мар, 22:33

Өфө юлдарында соҡорҙарҙы ямау башланды

Был яуаплы һәм кәрәкле эштә ҡала халҡы интерактив тауыш биреү аша ҡатнаша ала. Улар айырыуса ныҡ таушалған, соҡорҙар ҙурайған юл өлөштәре хаҡында хәбәр итә. Мәғлүмәттән сығып, ремонт маршруттары һайлана.

26 мар, 21:48

Бер быуатлыҡ юбилейға республикала 100 объект проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Программала Туймазы ҡала-районы ла ҡатнаша. Төбәктең Ҡандра ауылында мәҫәлән, тиҙҙән өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Эш барышы менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

26 мар, 21:06