Мөһим

Күктә әле ҡар бөтмәгән

Башҡортостандың Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, ҡар яуыуы аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк.

21 мар, 10:45

Өфө микроавтобусы Татарстанда аварияға эләккән

Татарстан автотрассаһында микроавтобус менән “ГАЗель” ҡатнашлығында авария булған. Ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

20 мар, 14:16

Иртәгә республикала +5 градусҡа тиклем йылы буласаҡ

Көтөп алынған яҙ әкрен аҙымдар менән Башҡортостанға етеп килә. Иртәгә Башҡортостандың көньяҡ райондарында һауа температураһының 0-дән күтәрелеүе көтөлә.

20 мар, 11:44

Белгестәр фекеренсә, республикала һайлау мәҙәниәте барлыҡҡа килде

Әлбиттә, ул йылдар дауамында формалашҡан һәм оҙайлы эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булып тора.

19 мар, 23:59

Владимир Путин өсөн ил буйынса 55 миллиондан ашыу кеше тауыш биргән

Үҙәк һайлау комиссияһы протоколдарҙың 99% эшкәрткәндән һуң ошондай һандар яңғыратты.

19 мар, 14:37

Владимир Путин киләһе хөкүмәтте ойоштороу эше башланыуы тураһында хәбәр итте

Ғәмәлдәге дәүләт башлығы Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса һайлаусыларҙың 76 процент тауышын йыйып ышаныслы еңеү яуланы. Һайлау штабында үткән осрашыуҙа ул барлыҡлыҡ дәғүәселәре менән дә осрашырға теләк белдерҙе. Барлыҡ сәйәси көстәрҙе ул ниндәйҙер төркөм мәнфәғәттәре өсөн түгел, ә дөйөм ил һәм халыҡ файҙаһына эшләргә саҡырҙы.

19 мар, 14:20

Социологтар, политологтар һәм философтар өсөн Владимир Путиндың ышаныслы еңеүе бер ҙә генә осраҡлы хәл булмаған

Был турала беҙҙең каналға биргән интервьюһында Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин белдерҙе.

19 мар, 14:16

Рәсәйҙә үткән Президент һайлауында Владимир Путин ышаныслы еңеү яуланы

Илдең үҙәк һайлау комиссияһы 99 процент протоколдар эшкәртелгәндән һуң иғлан иткән мәғлүмәт буйынса ғәмәлдәге дәүләт башлығы өсөн 76 проценттан ашыу һайлаусы тауыш биргән. Икенсе урында Павел Грудинин, өсөнсөлә Владимир Жириновский.

19 мар, 14:02

Бер нисә минут элек Өфөнөң «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында урынлашҡан йәмәғәт матбуғат үҙәге үҙ эшен тамамланы

Бер тәүлек дауамында журналистар алдында ете тиҫтәнән ашыу эксперт, политолог, социолог һәм башҡа белгестәр һайлауҙарға ҡағылышлы үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уҙған төндө үҙәктә минең коллегам Илдар Байбулатов та үткәрҙе.

19 мар, 08:57

Владимир Путин Мәскәүҙә Манеж майҙанында үткән митингта һайлаусыларға рәхмәт үҙҙәрен еткерҙе

Дәүләт башлығы үҙен дөйөм ил командаһы вәкиле булыуын билдәләне һәм үҙенә ышаныс күрһәтелгәне өсөн барлыҡ тауыш биреүселәргә рәхмәт тәрән һүҙҙәрен еткерҙе.

19 мар, 07:51

Рәсәй Президент һайлауҙары тамамланды

Ил буйынса һайлаусыларҙың әүҙемлеге 60 процен. Дәүләт башлығы вазифаһына 8 кандидат көрәш алып барҙы. Башҡортостанда һайлаусыларҙың 76 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашып өлгөрҙө. Уҙған төн Рәсәйҙә шул иҫәптә республикала ла һайлау бюллетендәрен иҫәпләү дауам итте.

19 мар, 07:48

Республикала һайлауҙы яҡтыртыу өсөн йәмәғәт матбуғат үҙәге булдырылды

Сараға 200-гә яҡын жураналист акредитация үтте. Төбәк телеканалдары хәбәрселәре Башҡортостан ҡала-райондарынан үҙәк менән бәйләнешкә сыҡты. Колл-үҙәктә хәбәрсебеҙ Зөлфиә Рәхмәтуллина ла эшләй.

18 мар, 19:23

«Ҡырым беҙҙеке!»

Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда ошо исем аҫтында митинг-концерт уҙҙы. Сәхнәлә Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдин кеүек танылған эстрада йондоҙҙары, ижади коллективтар сығыш яһаны.

18 мар, 19:21

Рәсәй Президентын һайлауҙа оло быуын вәкилдәре лә әүҙемлек күрһәтә

Өфөнөң Дим биҫтәһедәге 14 -се һайлау участкаһына йөҙйәшәр Татьяна Колесникова үҙе килеп тауыш бирергә ҡарар иткән. Ә үҙе йөрөй алмаған өлкәндәр һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн күсмә һайлау ҡумталары бүленгән.

18 мар, 19:17

Әбйәлил районы халҡы ла һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов та үҙенең гражданлыҡ бурысын Асҡарҙа үтәне. Һуңынан ул халыҡты ҡабул итте. Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһында ике КОИБ ҡуйылған. Комиссия ағзалары тәүге тапҡыр тауыш биреүсе йәштәргә бүләктәр тапшырҙы.

18 мар, 19:15

Рәсәй Президенты һайлауында республика төбәктәре юғары әүҙемлек күрһәтә

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы сәркәтибе Марина Долматова белдереүенсә, көндөҙгө икегә электорат вәкилдәренең 900 меңгә яҡыны тауыш биреп өлгөрҙө. Айырыуса ауыл ерендә һайлаусылар участкаларға иртәнге сәғәттәрҙән үк ағыды.

18 мар, 19:11

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, көндөҙгө сәғәт 3-кә республика буйынса һайлаусылар әүҙемлеге 51 проценттан ашҡан

Был 1 миллион 550 мең самаһы кеше тигән һүҙ. Айырыуса әүҙем төбәктәр исемлегендә Бөрйән, Хәйбулла һәм Баҡалы райондары. Бөрйәндә был ваҡытҡа һайлаусыларҙың 71,63, Хәйбуллала 71,53, Баҡалыла - 71,29 проценты тауыш биргән. Ошо минуттарҙа республика Үҙәк һайлау комиссияһында журналистар өсөн сираттағы брифинг башланып тора.

18 мар, 19:10

Башҡортостандың билдәле йондоҙҙары ла ил президентын һайлауҙа әүҙемлек күрһәтә

Тәүгеләрҙән булып 107-cе һайлау участкаһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров тауыш бирҙе.

18 мар, 19:07