Мөһим

Юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметергә һәм иҡтисади үҫеште тәьмин итергә

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә май указдарын ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде.

14 май, 20:42

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙа

Сәйәси партияның төбәк бүлексәһе был мәғлүмәтте раҫланы. Улар аңлатыуынса, фирҡәнең абруйын төшөрмәү һәм һайлауға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ижтимағи-сәйәси көстәрҙе бергә туплау өсөн дә праймеризда төбәк һәм муниципаль власть органдарының күп кенә вәкилдәре ҡатнаша.

16 май, 23:00

Бөгөн Һарытау ҡалаһында Рәсәй Хәүефһеҙлек советы секретары менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле күсмә кәңәшмә үткәрҙе

Сара сиктәрендә Волга буйы федераль округындағы төбәк етәкселәре, федераль министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре менән уҡыусы йәштәр араһында деструктив ҡараштар һәм ағымдар таралыуын булдырмау, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә юл ҡуймау мәсьәләләре ҡаралды.

15 май, 23:22

Дон буйлап... Башҡорт атлылары эҙенән.

Апрель аҙаҡтарында Волгоград һәм Ростов өлкәләренда 112-се башҡорт атлылар дивизияһының яу юлы буйлап автосәйәхәт үтте. Сара Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дон буйында башын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналды. Ростов өлкәһен фашистарҙан азат итеүгә 75 йыл тулыу уңайынан ҡанлы һуғыш үткән ерҙәрҙә төбәк-ара “Хәтер вахтаһы” ла асылды. Эҙәрмәндәр башҡорт атлылары алышҡан урындарҙа ҡаҙыныу эштәре башҡарҙы.

15 май, 15:27

Май указдары

Республикала һәр һигеҙенсе кеше фәҡирлек сигендә йәшәй. Йәғни, 500 мең тирәһе халыҡтың килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк. Был турала бөгөн Республика Башлығы май указдарын үтәүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Стратегик документта 12 тармаҡ буйынса маҡсаттар билдәләнгән, бөгөнгө кәңәшмә биш йүнәлеш ҡаралды.

14 май, 23:17

Рәсәй - Ҡаҙағстан дуҫлығы

Рәсәй ислам университеты менән Ҡаҙағстан республикаһы мосолмандары тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барасаҡ.

11 май, 21:41

Лайыҡлы киләсәк

Һәләтле балалар менән эшләү системалы алып барылырға тейеш. Был турала бөгөн Республика башлығы граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытында белдерҙе.

11 май, 01:46

Башҡалала йылытыу миҙгеле ябылды

Ҡала хакимиәте йылытыу миҙгеленең ябылыуы хаҡында хәбәр итә. Нормативтарға ярашлы,биш көн дауамында уртаса һауа температураһының +8 градус һаҡланған осраҡта, йорттарға йылы биреү туҡтатыла.

10 май, 16:46

Үлемһеҙ батырлыҡҡа дан!

Бөгөн илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләй. Өфөлә байрам саралары "Еңеү паркы"ндағы мемориалға сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Республика Хөкүмәте ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

09 май, 21:34

"Һалдат бутҡаһы" акцияһы

Йөрәктәрҙе дәртләндереп 73-сө Еңеү яҙы яҡынлаша. Һәр йылдың иң ҡәҙерле һәм көтөп алған байрамына "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы бик күп тапшырыуҙар әҙерләгән. Иртәгә улар эфир тулҡындары аша миллиондарса йорттарға ауаз һаласаҡ.

08 май, 22:00

Йәш быуынды ветерандар миҫалында илһөйәр итеп тәрбиәләү мотлаҡ

Был турала бөгөн Республика Башлығы Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. Сараға һуғыш һәм тыл ветерандары, төрлө министрлыҡ- ведомство етәкселәре, депутаттар саҡырылды.

08 май, 21:17

Республикала ҡырау төшөүө ихтимал

Башҡортостанда 10-11 май көндәре төндә һәм иртәнге ваҡытта ҡырау төшөүө һәм һауа температураһының 2 градусҡаса һалҡынайыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

08 май, 16:56

Инаугурация тантанаһы

Бөгөн Кремлдә Владимир Путин 4-се тапҡыр Рәсәй Президенты вазифаһына аяҡ баҫты.

07 май, 21:17

Дарыуҙар ҡайҙа?

Башҡортостанға бушлай дарыуҙар өсөн федераль ҡаҙнанан 75 миллион һум ғына аҡса бүленгән. Тәү ҡарашҡа "ғына" тиерлек түгел. Тик бына кәрәк сумманың етенән бер өлөшө генә икенән белһәң, аҙ икәне күренә, әлбиттә. Башҡортостанға йәмғеһе ауырыуҙарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн 510 миллион һум талап ителә. Был ҡоро һандар, ә уларҙың артында кеше ғүмерҙәре, селпәрәмә килгән яҙмыштар, һүнгән өмөттәр тороуын күҙ уңында тотһондар ине был аҡсаларҙы бүлеүселәр.

05 май, 22:54

Ростов өлкәһендәге хәтер вахтаһы барышында 41 яугирҙың һөйәктәре күтәрелгән

Ростов, Волгоград өлкәләренең һәм Башҡортостан эҙәрмәндәренең йыйылма отряды Бөйөк еңеүҙең 73 йыллығына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәре буйлап үтте. Әлеге ваҡытта табылған 41 яугир араһынан унауһының шәхестәре асыҡланған.

04 май, 21:45

Өфөнән Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәренә тура рейстар асыласаҡ

Был турала бөгөн Республика Башлығы менән "Внуково" аэропорты етәкселеге араһындағы осрашыу барышында белдерелде. Компания Башҡортостандың баш ҡалаһы менән Дондағы Ростов, Краснодар һәм Симферополь араһында авиабәйләнеште үҫтерергә иҫәп тота.

03 май, 22:54

Иғтибар, һауа торошо боҙола

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә республикала елдең тиҙлеге секундына 22 метрғаса етеүе ихтимал.

03 май, 20:44

9 май уңайынан Рәсәй Президенты Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә хаттар ебәрә

Башҡортостанда быйыл дәүләт башлығы открыткаһын 45 меңләп кеше - һуғыш, хеҙмәт ветерандары һәм уларға тиңләштерелгәндәр көтә.

02 май, 21:30

Өфөлә сығарылған яңы двигатель дәүләт һынауын уңышлы үтте

Башҡортостанда Су-57 бишенсе быуын истребителдәре өсөн двигатель етештерелә.

02 май, 21:16

Башҡортостан Башлығы республика халҡын байрам менән ҡотланы

Бөгөн Рәсәйҙә Яҙ һәм хеҙмәт көнө билдәләнә.

01 май, 20:54