Мөһим

Майҙың тәүге көнө ниҙәр әҙерләй

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә лә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана. 1 майҙа көн аяҙлы-болотло буласаҡ. Урыны менән ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа яуым-төшөмдөң көсәйеүе, күк күкрәүе көтөлә.

30 апр, 20:16

Бөйөк Еңеүгә арнап

Өфөлә "Тере Еңеү. Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә" тип аталған проект дауам итә. Ойоштороусылар өсөнсө көн рәттән һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙы, шул йылдарҙа йәшәгән кешеләрҙе кәүҙәләндереү өҫтөндә эшләй.

30 апр, 21:10

Башҡортостандың Юғары суды Артем Таһировҡа ҡарата ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 апрелдә 17 йәшлек үҫмер Стәрлетамаҡта ике балаға һәм уҡытыусыға бысаҡ менән ташланып, уҡыу бүлмәһенә ут төрткәйне. Бөгөн туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Стәрлетамаҡтағы изоляторҙа һаҡ аҫтында. Артем Таһировтың яҡындары, адвокаты менән әңгәмәне беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

28 апр, 21:15

Илдар Абдразаҡов - Салауат Юлаев ордены кавалеры

"Донъяның алтын басы"- яҡташыбыҙҙың республика тормошона индергән өлөшө юғары исем менән баһаланды.

27 апр, 23:11

Башҡортостанда һауа торошо боҙола

Республикала йәнә һауа торошо боҙола. Ғәҙәттән тыш хәл министрлығы халыҡҡа иҫкәртеү яһай. Елдең тиҙлеге секундына 23 метрға етәсәк.

27 апр, 17:54

Урал йәне, Евразия йөрәге

Башҡорт ере, билдәһеҙ йәки өйрәнелмәгән Башҡортостан. Республиканың үҙ туристик бренды барлыҡҡа килде. Исем туйы, йәғни танышыу кисәһе бөгөн Өфөлә үтте. Брендты Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты заказы менән Парадокс Бокс компанияһы эшләгән.

26 апр, 23:14

Республика халҡын оҙайлы ялдар көтә

Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәм 9 май - Еңеү көнө ял һәм байрам көндәре булып тора.

26 апр, 21:53

Иртәгә Башҡортостанда һауа торошо 16 градусҡаса йылытасаҡ

Синоптиктар, республикала һауа торошоноң йылыныуын фаразлай. Иртәгә, 27 апрель, төбәктә һауа температураһы 16 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

26 апр, 16:04

Башҡортостан делегацияның Ҡытайға эш сәфәре дауам итә

Бөгөн Башҡортостан хөкүмәте, Сычуань-Сибай индустриаль паркы һәм Цзюньхэ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау компанияһы араһында Сибай ҡалаһында төҙөләсәк цемент заводы проекты үтәлеше буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

25 апр, 22:50

Бурыс күп, табиптар юҡ

Дауахана бурысын табиптар үҙ кеҫәһенән ҡаплай. Ишембай үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре сараһыҙлыҡтан беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Аҡ халатлылар әйтеүенсә, был көнгә уларҙы элекке баш табиптары ҡалдырған. Ул эшләгән осорҙа ла хәл шулай уҡ маҡтанырлыҡ булмаған.

25 апр, 21:17

ТНТ каналын ҡарамағыҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты халыҡҡа ошондай мөрәжәғәт менән сыҡты. Ул Руслан Белыйҙың милли батырыбыҙ Салауат Юлаев хаҡында һәм башҡорт теленә ҡағылышлы насар һүҙҙәр һөйләүе менән бәйле.

24 апр, 23:07

Көн һыуыта

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, был аҙнала Башҡортостан һалҡын һауа массаһы тәьҫирендә ҡала.

23 апр, 22:15

Үткән шәмбе, кәмитсе Руслан Белыйҙың һүҙҙәре өсөн ТНТ каналы башҡорт халҡынан ғәфү үтенергә тейеш ине

Һәр хәлдә, уның продюссеры ғәҙеллек талап итеп барған милләттәштәребеҙгә шулай тип вәғәҙәләгәйне. Панкратион, ҡағиҙәһеҙ һуғыш төрө менән шөғөлләнеүсе бер төркөм спортсылар гостролдәрҙә йөрөүсе кәмитсенең артынан Ульяновск ҡалаһына тиклем барып етте. Руслан Белый үҙе ҡасҡан, шулай ҙа уның директоры, хоҡуҡ һаҡсылары яҡлауында әлбиттә, башҡорт егеттәре менән әңгәмәләшергә ҡыйыулыҡ тапты.

23 апр, 22:04

2018 йылда бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы 13-15 процентҡа артасаҡ

Ағымдағы йылда бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артыуы көтөлә. Шулай итеп, хеҙмәт хаҡы инфляциянан 3,5 тапҡырға юғары буласаҡ.

23 апр, 13:56

Осрашыуҙа үҙен афробашҡорт тип таныштырған сит ил студентынан да һорау яңғыраны

Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәгә Ангола республикаһынан Башҡортостанда белем алыусы Матеуш Эштейта ла ҡушылды.

19 апр, 23:53

Ағиҙел күпере ҡасан асыла

Башҡортостан Башлығы менән әңгәмә барышында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын борсоған иң көнүҙәк һорау - Ағиҙел күперенән транспорт хәрәкәте тергеҙелеүе лә күтәрелде.

19 апр, 23:49

Республика башлығы менән тура бәйләнеш тамамланды

Халыҡты ниндәй һорауҙар борсой, Стәрлетамаҡ фажиғәһенән беҙ ниндәй һығымта яһаныҡ, Шихандар яҙмышы буйынса борсолорға кәрәкме? Рөстәм Хәмитов пенсияға йыйынамы? Ошондай сетерекле һорауҙарға яуап бирелде.

19 апр, 23:46

Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән әңгәмә: тура трансляция

Бөгөн 19:00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү башланды. Халыҡ менән бындай форматта аралашыу тәүгегә ойошторолмай, был күптән йолаға әйләнгән.

19 апр, 19:11

Руслан Белый милли геройыбыҙҙы һәм башҡорт телен мыҫҡыллаған өсөн яуап бирергә тейеш

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ТНТ каналы алып барыусыһына ҡарата сара күреүҙе талап итеп ҡултамғалар йыйҙы. Хат Рәсәй прокуратураһына ебәреләсәк. Уйламай һөйләгән һүҙ ниндәй эҙемтәләргә килтереүе мөмкин, Руслан Белыйҙы ниндәй яза көтә?

18 апр, 21:35

Тәфтиш комитеты Стәрлетамаҡ ҡала мәктәбендә теркәлгән ғәҙәттән тыш осраҡ буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатты

Енәйәт эштәре "Ике һәм унан да күберәк кешене үлтерергә маташыу" статьяһы һәм бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселекте иҫкәртеү органдарының яуаплы шәхестәре тарафынан күрһәтелгән вайымһыҙлыҡ факты буйынса асылған. Алдан хәбәр ителеүенсә, бөгөн иртән ҡаланың 1-се мәктәбендә 9-сы синыф уҡыусыһы бысаҡ менән уҡытыусыға һәм ике балаға ташланған. Һуңынан ул бүлмәгә ут төртөп, үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан.

18 апр, 20:38