Мөһим

Рәсәй хоккей командаһы Олимпия уйындары чемпионы

Финал уйынының һуңғы минуттарында Рәсәй йыйылма командаһы Германия уйынсыларын 4:3 менән еңде.

25 фев, 12:32

Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала ҡатнашты

Республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа тере сәскәләр һалды.

23 фев, 10:32

Башҡортостанда 30 градусҡа тиклем һыуыҡ буласаҡ

Иртәгә, 23 февралдә, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

22 фев, 14:19

Өфөлә тиҫтәләгән йорт һыуһыҙ ҡаласаҡ

“Өфө һыу каналы”, киләһе аҙнала йүнәтеү эштәре алып барыу сәбәпле, күпселлек өйҙәрҙә ваҡытлыса һыуыҡ һыу бирелеше туҡтатыласағын хәбәр итте.

22 фев, 12:20

Автомобилдәрҙең техник ҡарау ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Бөгөндән, авто ҡулланыусылар өсөн мотлаҡ процедура – техник ҡарауҙа үҙгәрештәр эшләй башланы.

22 фев, 11:44

Республикала быйыл өс йөҙҙән ашыу ауыл кооперативтарға берләшергә тейеш

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы министрлығы алдына ошондай бурыстар ҡуя. Берләшеү һөҙөмтәһендә өс меңдән ашыу кешенең эшкә йәлеп ителеүе көтөлә. Халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү ғаилә йылында ла тәүмаҡсаттарҙың береһе, тине төбәк етәксеһе. Сөнки эш урыны булып, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алып йәшәгән ғаиләләр генә ныҡлы һәм йәмғиәт тә сәләмәт була.

21 фев, 23:59

«Башҡортостан тауары» брендын Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә таратыуҙа республика хөкүмәте ярҙам күрһәтәсәк

Был туралағы юл картаһы бөгөн хөкүмәт президиумы ултырышында раҫланды. Әле бренд менән 300-ҙән ашыу предприятие файҙалана. Әммә исемлекте киңәйтеү мөмкинлектәре лә бар тиҙәр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында. Республика брендына эйә булыусыларға Башҡортостанда ғына түгел, тауарҙы Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәргә сығарыу буйынса ла ярҙам күрһәтеләсәк. Ул төбәктең төп экспорт ҡеүәтен сағылдырырға тейеш тигән фекерҙә белгестәр.

21 фев, 17:10

70 йыл иңгә-иң терәшеп

Интернет аша бөтә Рәсәйгә билдәле туҡһанышар йәшлек Ишбикә һәм Нурийән Абдразаҡовтар ғаилә тормошоноң 70 йыллыҡ юбилейын билдәләнеләр.

21 фев, 09:44

Башҡортостанда табиптарға яҙылыу номеры үҙгәрҙе

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 20 февралдән табиптарға яҙылыу номеры үҙгәрә. Хәҙер 09-383 урынына 13-01 һандарын йыйырға кәрәк. Кеҫә телефондары һәм “Башинформсвязь” менән ҡулланған станционар апарат абоненттары өсөн шылтыратыу бушлай. Берҙәм номер Башҡортос...

20 фев, 09:54

Элвин Грей үҙе тураһында сериал төшөрә

Видео көндәлектәрен, йырсы ғинуар башынан уҡ төшөрә башланы. Тәүге сығарылышта ул Таиландта ял итеүе, фатир һатып алыуы һәм яңы клип төшөрөүен күрһәтте. Тәүге сезонда утыҙышар минут барған 24 серия планлаштырылғаны билдәле.

19 фев, 22:46

Башҡортостанда ҡар һәм еңелсә буран көтөлә

Иртәгә, 20 февралдә, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһының республикала төндә -8, -13, аяҙытҡанда -19 градусҡаса түбәнәйеүе, көндөҙ 0, -5, урыны менән -10,

19 фев, 15:40

«Һылыуҡай–2018» республика гүзәллек бәйгеһендә еңеүсегә автомобиль бүләк итәсәктәр

Өфөлә сираттағы тапҡыр «Һылыуҡай–2018» республика гүзәллек бәйгеһе ойошторола. Башҡорт гүзәлдәре конкурстың кастингына саҡырыла.

16 фев, 09:20

“Масленица” байрамын Өфөлә ҡайҙа билдәләргә була?!

“Масленица” аҙналығы айҡанлы 18 февралдә Башҡортостандың баш ҡалаһында төрлө мәҙәни саралар үткәреләсәк. Рус традицион байрамын билдәләргә өфөләрҙе ике майҙансыҡҡа – “Ультра” сауҙа һәм “Башҡортостан” лайф-стайл үҙәктәренә – саҡыралар. Байрам сараларын “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” телеканалы һәм “Спутник ФМ” радиостанцияһы алып барыусылары уҙғара.

15 фев, 14:27

1 июлдән транспорт сараларының ҡағыҙ паспорттары бирелеүе туҡтатыласаҡ

2018 йылдың 1 июленән транспорт сараларының ҡағыҙ паспорттары бирелеүе туҡтатыласаҡ. Уларҙы электрон варианттары алыштырасаҡ.

15 фев, 10:40

Ан-148 самолетының һәләкәткә тарыу сәбәбе асыҡланды

Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттең төп сәбәбе булып тиҙлек датчиктарының туңыуы ихтималлығы асыҡланды. «Һарытау һауа юлдары»ның Ан-148 пилоттарына нәҡ улар яңылыш йүнәлеш биргәндер. Был хаҡта Дәүләт-ара авиация комитетының рәсми сайтында хәбәр ителә.

14 фев, 12:49

Тулала башҡорт балынан перәниктәр сығара башлаясаҡтар

“Баллы традициялар” Тула кондитер фабрикаһы башҡорт балынан перәниктәр етештерә башлаясаҡ.

14 фев, 10:49

Башҡортостанда робот хирургияһы үҙәге асыласаҡ

Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында робот ярҙамында операция үткәрелә.

13 фев, 16:32

Радик Юлъяҡшин үҙенең портретын төшөрөүгә конкурс иғлан итә

Дуҫтар! Шәп яңылыҡ! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин, ул да булһа Elvin Grey, көйәрмәндәре өсөн конкурс иғлан итә!

13 фев, 15:00

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президентына кандидаттар өсөн эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә уҙғара

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президентына дәғүә иткән кандидаттар араһында эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә уҙғара. Йәрәбәлә комиссия ағзалары һәм Дәүләт Башлығы урынына кандидаттарҙың ышаныслы вәкилдәре ҡатнаша.

13 фев, 14:05

Башҡортостанда Ан-148 авиаһәләкәтендә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә иғәнә йыйыу ойошторолдо

Йәкшәмбе, 2018 йылдың 11 февралендә, Мәскәүҙең Домодедово аэропортынан Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһына осҡан «Һарытау авиалиниялары» Ан-148 самолеты Раменское районында йығылып төштө. Бортта 65 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһы була. Уларҙың барыһы һәләк булды.

12 фев, 13:49