Мөһим

Башҡортостанда инвалидтар өсөн алты һайлау участкалары эшләй

Башҡортостанда, 18 мартта, насар күргән кешеләр өсөн алты махсус һайлау участкалары эшләп килә.

18 мар, 09:29

Башҡортостанда яңы КОИБ-тар ҡулланыла

Өфө ҡалаһының 33, Өфө районының 5 һайлау участкаһында яңы КОИБ-тар ҡуйылған. КОИБ – һайлау бюллетендәрен эшкәртеү буйынса яңы аппарат. Ул документтарҙы ҡабул иткәндән һуң QR кодлы протокол сығара, унда индерелгән һәм боҙолған бюллетен иҫәбе лә яҙыла.

18 мар, 10:12

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙары артынан йәмәғәт күҙәтеүселәре корпусы ҡарай

Ике меңдән ашыу кеше бер-нисә ай махсус өйрәнеү үтте. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының рәйес урынбаҫары Олег Галин билдәләүенсә, күҙәтеүселәрҙе уҡытыу буйынса ҙур эш башҡарылған.

18 мар, 08:53

Ял көндәрендә Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә

Шәмбе, 17 мартта, көндөң аяҙлы-болотло булыуы, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ, епшек ҡар һырынтыһы булыуы ихтимал, был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итте.

16 мар, 14:24

Башҡортостан Башлығы “БСТ” һәм “Рәсәй-24” каналдарына интервью бирҙе

Интервьюла Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың 2017 йылда ижтимағи-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне һәм Рәсәй Президенты һайлауҙарына әҙерлек хаҡындағы һорауҙарға яуап бирҙе.

16 мар, 00:38

Рәсәйҙә июндән юл билдәләре үҙгәрәсәк

Ғәҙәти аҡ төҫлө билгеләр менән бер рәттән һары һәм күк тамғалар барлыҡҡа киләсәк.

15 мар, 13:46

Билдәле диктор Әхәт Мортазин менән хушлашыу 15 мартта үтәсәк

Хушлашыу сараһы 15 мартта сәғәт 10:00 – 12:00 тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ойошторола. Әхәт Мотаһар улы мосолман зыяратында ерләнәсәк.

14 мар, 10:31

Республика телерадио сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

13 мар, 22:38

Һауа торошо

Иртәгә Республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

13 мар, 15:22

Башҡортостанда янғын һөҙөмтәһендә өйһөҙ ҡалған ғаиләгә ярҙам кәрәк

Ут тулыһынса йортто юҡ иткән, нигеҙ урынында күмерләнгән таҡталар ғына ятып ҡалған. Бәхеткә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

12 мар, 15:40

Сүриәлә ҡолаған Ан-26 самолетында Өфөнән дә кешеләр булған

ForumAvia интернет порталы 6 март Сүриәлә Рәсәйҙең хәрби самолеты ҡолауы һөҙөмтәһендә үлгән кешеләрҙең исемлеген сығарҙы. Унда 26 фамилия.

07 мар, 12:35

Байрам көндәрендә пенсия нисек таратыла?

Социаль түләүҙәрҙе “Рәсәй почтаһы” тарата. Пенсияны улар 6, 7, 9 һәм 10 март килтерәсәк.

06 мар, 12:17

Благоварҙа территориаль һайлау үҙәктәренә бюллетендәр таратылды

6 март Башҡортостандың территориаль һайлау үҙәктәренә бюллетендәр таратылды.

06 мар, 10:51

Һауа торошо

Иртәгә республикала көндөң болотло булыуы, урыны менән ҡар яуыуы, буран сығыуы, еңелсә боҙлауыҡ, юлдарға көрт һалыуы көтөлә.

05 мар, 15:27

Башҡортостанға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич килә

Михаил Бабич Өфөгә иртәгә, 2 мартта, килә. Был турала Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллектең матбуғат-хеҙмәте хәбәр итте.

02 мар, 12:12

Һәр водителдә ятылыҡты ҡайтарыусы жилет булырға тейеш

Рәсәйҙә юл йөрөү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелә. 18 марттан алып, төнөн авария, йә башҡа сәбәп буйынса машинаһынан сыҡҡан һәр водитель яҡтылыҡты сағылдырыу элементтары булған жилет кейергә тейеш.

01 мар, 11:51

Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһында теркәлгән юл-транспорт фажиғаһенә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе

Кәңәшмә “тынлыҡ минуты”нан башланды. Республика Башлығы аварияла һәләк булған һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтергә ҡушты, вафат булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары ебәрелде.

28 фев, 12:42

Көндәр әле генә йылымай

Иртәгә, 28 февралдә, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын.

27 фев, 15:07

Башҡортостанда көслө яуым-төшөм көтөлә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы республика халҡын көслө яуым-төшөм тураһында иҫкәртә. Юлдағыларға айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш ителә.

26 фев, 15:17

Рәсәй хоккей командаһы Олимпия уйындары чемпионы

Финал уйынының һуңғы минуттарында Рәсәй йыйылма командаһы Германия уйынсыларын 4:3 менән еңде.

25 фев, 12:32