Мөһим

Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форумға әҙерлек аҙағына яҡынлаша

Иртәгә асыласаҡ сарала Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Форум сиктәрендә республика вәкилдәре тиҫтәләрсә осрашыуҙар, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең эре предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөргә йыйына.

05 июн, 22:59

Башҡортостандың алдынғы техник вуздары Дрезден университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Бөгөн Өфөлә республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары профессор Ханс Мюллер-Штайнхаген менән осрашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты Дрезден университетының медицина факультеты менән 20 йыл дауамында хеҙмәттәшлек итә.

05 июн, 23:05

Оло Тәләк фажиғәһенә 30 йыл

1989 йылдың 3 июненән 4-нә ҡараған төндә 1710-сы километрҙа, Новосибирск-Адлер һәм Адлер-Новосибирск поездары осрашҡан мәлдә магистраль газүткәргестән сыҡҡан газ шартлай. Уның ҡеүәтен Хиросималағы шартлауға тиңләйҙәр. Был фажиғә Рәсәй тарихындағы иң ҙур тимер юл һәләкәте тип иҫәпләнә. Ике составта барған 1284 кешенең 600-гә яҡыны һәләк була.

04 июн, 21:19

Ураҙа ғәйете уңайынан байрам саралары Өфөнөң «Башҡортостан» сауҙа үҙәге һәм «Ватан» этно-паркы майҙандарында үтте

Килгән халыҡ былау менән һыйланып ҡалманы, хәләл йәрминкәләрҙә ҡатнашып, концерт программаһын да ҡарап кинәнде. Байрам сараһы изге Ҡөрьәндән сүрә уҡыуҙан башланды. Көндөң болоҡһоп тороуына ҡарамаҫтан, халыҡ майҙанға күпләп йыйылды. Тотош ғаиләләре менән дә килеүселәр бар. Улар өсөн күңелдәренә ятышлы ҙур программа ойошторолдо.

04 июн, 21:16

Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ураҙа байрамын билдәләй

Ошо уңайҙан республика халҡын Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне. Ҡотлау тексы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

04 июн, 21:08

Оло Тәләк фажиғәһенә утыҙ йыл

1989 йылдың 4 июнендә СССР-ҙа күләмле техноген ғәҙәттән тыш хәл. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 600 кеше һәләк була, уларҙың 181 балалар. Фажиғәгә тарыған халыҡты ҡотҡарыусылар әле лә был бәхетһеҙ осраҡты ауырлыҡ менән иҫкә ала. Улар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

03 июн, 23:20

Радий Хәбиров Бөрйән районы халҡы проблемалары менән танышты

Айыҡ һабантуй маҡсатына иреште. Республика етәксеһе эш сәфәре менән Бөрйән районына барҙы. Радий Хәбиров урындағы социаль-иҡтисади хәл менән яҡындан танышты, һабантуйҙа таулы төбәктең ялан батырҙарын тәбрикләне.

03 июн, 22:49

«Өфө» аэропортынан Венаға тура авиарейс асылды

Бөгөн иртән Боинг 737-500 самолетында Башҡортостандан Австрияның баш ҡалаһына 84 кеше юлланды. Самолет Өфө аэропортынан 10 тула 15 минутта, ә Венала көндөҙгө 1-се 5 минутта ҡуҙғала. Ошо уңайҙан бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров "Өфө" аэропортына Венаға рейс ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

03 июн, 22:48

Башҡортостанда йәйге ял хәүефһеҙлеге етди күҙәтеү аҫтында

Балалар йәйге лагерҙарҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға тейеш. Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә профилле министрлыҡтарға хәүефһеҙлек мәсьәләһен етди контролгә алырға ҡушты. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостанда йәйге каникул мәлендә 3 меңгә яҡын ял-һауыҡтырыу учреждениелары эшләйәсәк, уларҙа барлығы 359 мең тирәһе бала ял итер, һаулығын нығытыр тип күҙаллана.

03 июн, 22:46

Бөгөн Мәскәүҙә V «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале асылды

Форумда Рәсәйҙең 52 төбәгенән 400 нәшриәт ҡатнаша, улар 100 меңдән ашыу китап тәҡдим итә. Фестивалдә бөтәһе 12 майҙансыҡта 700-гә яҡын әҙәби осрашыу, түңәрәктәр, дискуссиялар, концерт программалары ҡаралған. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте стенды "Рәсәй төбәктәре" исемле 17-се павильонда урынлашҡан.

01 июн, 22:13

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе эш сәфәре менән Бөрйән районында булды

Әбделмәмбәт ауылында Радий Хәбиров урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшмәкәрлеге менән танышты, мәҙәниәт йортонда ремонт барышын ҡараны. Бында ике фельдшер 900 самаһы кешене хеҙмәтләндерә, шул иҫәптән Бәләкәй Ҡыпсаҡ халҡын да. Модулле медпунктты төҙөү 2,8 миллион һумға төшкән. Төп проблемаларҙың береһе - ҡорамалдарҙың иҫкелеге.

01 июн, 21:56

Бөгөндән илдә роуминг ғәмәлдән сыға

Йәйҙең беренсе көнөнән Рәсәйҙә төрлө төбәктәрҙән мобиль телефонға ҡабул ителгән шылтыратыуҙар бушлай була.

01 июн, 10:01

Радий Хәбиров Молдова Президенты Игорь Додон менән осрашты

Ышаныслы хеҙмәттәшлек. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөлә үткән форумда Молдова президенты Игорь Додон менән осрашты. Эш барышында ике республика араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, сауҙа өлкәһен үҫтереү маҡсаттары ҡуйылды.

31 май, 22:29

Өфөнән Һайрановтар ғаиләһе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» ордены менән бүләкләнде

Награданы Мәскәүҙә ил Президенты Владимитр Путин үҙе тапшырҙы. Был орденды алыусы ғаилә республикала икәү. Теманың дауамы беҙҙең сайтта.

30 май, 23:29

3 июндән Ютэйр авиакомпанияһы Өфөнән Венаға тура авиарейс аса

Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, Воинг 737 самолеты аҙнаһына ике тапҡыр - дүшәмбе һәм йома көндәре осасаҡ. Һауа судноһы Өфөнән иртәнге сәғәт 10 тула 15 минутта, Венанан урындағы ваҡыт менән көндөҙгө 1-се 5 минутта юлланасаҡ. Самолеттарҙың һәр ҡайһыһы 126 пассажир һыйҙырышлы.

30 май, 23:01

Контитенталь хоккей лигаһы уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһаны

Уның һөҙөмтәләре буйынса иң көслө уйынсылар билдәләнде. КХЛ-дың иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһын иғлан итеү хоҡуғы Владислав Третьякка бирелде. Рәсәйҙең хоккей федерацияһы президенты конвертты асыр алдынан трофейҙың хужаһын төҫмөрләп тә өлгөргәйне. Шуға ла ҡағыҙҙа Юха Метсоланың исемен күреү менән данлыҡлы ҡапҡаһы һаҡсыһы бер аҙ юғалып ҡалды, хатта ул еңеүсенең фамилияһын да дөрөҫ уҡыманы.

29 май, 23:27

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан 31 майҙа Өфө үҙәгендә байрам саралары көтөлә

Салауат Юлаев майҙанында ул көндөҙгө cәғәт 11-ҙән өскә тиклем дауам итә. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 20 интерактив майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, төрлө конкурс-уйындар, каратэ буйынса турнир уҙғарыла. Һәр кем үҙенең ижади һәләттәрен күрһәтә аласаҡ.

29 май, 23:06

Өфө волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итәсәк

Бер нисә сәғәт элек кенә халыҡ-ара волейбол федерацияһы 2022 йылда үтәсәк турнирҙы уҙғарыу хоҡуғын алған ҡалалар исемлеген атаны. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Екатеринбург, Ҡазан, Красноярск, Новосибирск менән бер рәттән Өфө лә бар. Радий Хәбиров интернет сәхифәһендә ошо уңайҙан Башҡортостан халҡын тәбрикләне.

28 май, 23:44

Бөгөн Рәсәйҙә Сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә тантаналы саралар үтте. Тыуған ергә һәм халыҡҡа тоғролоҡ һаҡлаусы пограничниктар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

28 май, 23:22

Тамара Ғәниева Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булды

Хеҙмәттә хөрмәт ҡаҙанып. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр, грамоталар тапшырҙы. Табиптар, энергетиктар, төҙөүселәр һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре. Бер һүҙ менән әйткәндә, республиканың киләсәген, ныҡлы иҡтисад, йәшәү шарттары төҙөүселәр. Уларҙың һәр береһе Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән.

28 май, 23:15