Мөһим

Тамара Ғәниева Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булды

Хеҙмәттә хөрмәт ҡаҙанып. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр, грамоталар тапшырҙы. Табиптар, энергетиктар, төҙөүселәр һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре. Бер һүҙ менән әйткәндә, республиканың киләсәген, ныҡлы иҡтисад, йәшәү шарттары төҙөүселәр. Уларҙың һәр береһе Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән.

28 май, 23:15

Һуңғы ҡыңғырауҙарҙан һуң Башҡортостанда һабантуйҙар ҙа айыҡ үтәсәк

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай милли байрамда алкоголь һатыуҙы сикләү тураһындағы закон проектын әҙерләне. Был башланғыс менән республика етәксеһе сығыш яһаны. Мәктәптәрҙә уҡыу йылы тамамланған көндәрҙә лә ошондай уҡ тыйыуҙар ғәмәлдә булды. Әммә әлегә дөйөм ҡағиҙәне инҡар итеүселәр ҙә табылды.

27 май, 23:37

Өфөлә эре спорт һәм мәҙәниәт объекттары төҙөү планлаштырыла

"Төҙөлөш сәғәте" форматында үткән кәмәшмәлә "Ағиҙел" футбол стадионы, волейбол өсөн "Урал- арена", көрәш үҙәге һәм филармония бинаһының макеттары Радий Хәбировҡа тәҡдим ителде. Әйткәндәй, мәҙәниәт усағын Ағиҙел йылғаһы ярында төҙөү ҡарала. Республика етәксеһе спорт комплекстарында һәләтле йәш спортсылар тәрбиәләү өсөн мөмкинлек булдырыу кәрәклеген билдәләне.

27 май, 23:34

29 майҙа Мәскәү башҡорттары Башҡортостан исеменән ифтар үткәрә

Сара "Рамаҙан сатыры" мәҙәни-хәйриә проекты сиктәрендә ойошторола. Был көндө Мәскәү тамашасыларына республика сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт программаһы тәҡдим ителә, байрам табыны әҙерләнә.

27 май, 23:12

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин: «Республикала халыҡтың үлем кимәле кәмей, әммә тыуым аҙая»

Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән оператив кәмәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Республика етәксеһе тыуым кимәлен арттырыу буйынса аныҡ саралар күрергә ҡушты. Аборттар һанын ҡыҫҡартыу, ЭКО процедураларын йышыраҡ үткәреү һәм ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген ҡайғыртыу быға булышлыҡ итер тип күҙаллана.

27 май, 22:44

Башҡортостан муниципаль берәмектәрендә яңы вазифа барлыҡҡа киләсәк

Муниципаль берәмектәрҙә яңы вазифа барлыҡҡа киләсәк – эшҡыуарлыҡ буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары. Был турала Радий Хәбиров бөгөн "Минең бизнесым" үҙәген асҡанда белдерҙе. Ошонда уҡ эшҡыуарҙар менән көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Үҙәктә эшҡыуарҙарҙарға мәғлүмәт алырға ла, документтарҙы теркәргә лә, хатта эш урыны табырға ла мөмкин.

25 май, 21:32

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында квалификацияны күтәреү курстары тамамланды

Уҡырға бер ваҡытта ла һуң түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында курстарҙы тамамлаусыларға квалификацияны күтәреү тураһында танытмалар тапшырылды. Киләсәген журналистика менән бәйләргә теләүселәр, шулай уҡ үҙ эшенең оҫталары телерадио сәнғәт мәктәп-студияһында белемен камиллаштырҙы.

24 май, 21:26

Башҡортостан Хөкүмәте менән Евразия халыҡтары ассамблеяһы хеҙмәттәшлек итәсәк

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров менән ассамблеяның генераль секретары Андрей Бельянинов Мәскәүҙә ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был документ халыҡ-ара гуманитар һәм эшлекле хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, шулай уҡ туризм, мәғариф, мәҙәниәт, спорт кеүек күп төрлө өлкәләрҙә тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

24 май, 21:22

Радий Хәбиров: «Ағиҙел буйы халыҡтың яратҡан ял һәм күңел асыу урынына әйләнергә тейеш»

Республика етәксеһе был турала бөгөн йылға буйын нығытҡан гидротехник ҡоролманы ҡарағанда белдерҙе. Баш ҡала өсөн әһәмиәтле ҡоролма Башҡортостандың 100 йыллығына арнап төҙөлгән юбилей объекттарының береһе. Әле уның икенсе этабын сафҡа индереү бара.

23 май, 23:34

Башҡортостан прокуратураһы хеҙмәт хаҡын түләү буйынса халыҡ-ара асыҡ интерактив форумда ҡатнашты

Сара Түбәнге Новгород ҡалаһында генераль прокурор етәкселегендә үтте. Интерактив бәйләнеш форматындағы форум беренсе тапҡыр Волга буйы федераль округы прокуратураларын берләштерҙе.

23 май, 23:00

Республика район-ҡалаларында Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүсе һанлы технологиялар әҙерлеге тикшерелде

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе мониторлау һәм күҙаллау буйынса төбәк үҙәгенән ебәрелгән сигнал бар төбәктәрҙә лә яңғыраны. Республиканың төп телеканалы, "Юлдаш", "Спутник" һәм "Ашҡаҙар" радио каналдары аша ла хәбәр ителде. Хәүефле осраҡта, элемтә операторҙарына ла халыҡҡа хәбәр итеү бурысы ҡуйылған. Ғөмүмән, 50 радиорупор һәм 534 электр сиренаһы төбәктең 55 зонаһында бар.

23 май, 22:58

Инвесторҙар һәм эшҡыуарҙар өсөн бизнес-портал эшләй башланы

Республика Хөкүмәтендә Проект офисы ултырышында уның менән таныштырыу үтте. Порталда инвесторҙар өсөн ярҙам саралары һәм льготалар тураһында яҙылған, шулай уҡ эшҡыуарҙарға бизнес алып барыу алымдары күрһәтелгән.

23 май, 10:03

Радий Хәбиров «Берләштерелгән авиатөҙөлөш корпорацияһы» йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Анатолий Сердюков менән осрашты

Башҡортостанда "Ростех" корпорацияһы һәм республиканың власть органдары менән хеҙмәттәшлекте һөҙөмтәләштереү маҡсатында эшсе комиссия барлыҡҡа киләсәк. Был тәҡдимде Радий Хәбиров "Берләштерелгән авиатөҙөлөш корпорацияһы" йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Анатолий Сердюков менән осрашыуҙа индерҙе.

22 май, 23:10

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 47 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк

Был иһә беренсел медицина учреждениеларына булған ихтыяжды тулыһынса тиерлек кәметәсәк. Әле республикала 119 фельдшер-акушерлыҡ пункты авария хәлендә. Шуларҙың 58 файҙаланыуға яраҡһыҙ тип табылған. Мәсьәләне хәл итеү юлдары бөгөн "Сәләмәтлек сәғәте"ндә өйрәнелде.

22 май, 23:08

БСТ каналында иртә һайын башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙе сәләмләйбеҙ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙе сәләмләй. Көн дә иртән "Сәләм, республика!" проектында Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр эфирға сығасаҡ. Бөгөн тәүге тапшырыу Силәбе өлкәһенә арналды.

21 май, 23:05

Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

Быйылғы сарала төп иғтибар нефть-газ химияһы тармағында һанлы үҙгәреү тураһында фекер алышыуға һәм тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелде. Тәүге тапҡыр был юҫыҡта эш тәжрибәһен "Башнефть" компанияһы күрһәтте. Күләмле форумдың беренсе көнө тураһында тулыраҡ беҙҙең сайтта.

21 май, 22:55

Радий Хәбиров Рәсәй нефть-газ химия форумында ҡатнаша

Өфөлә үткән Рәсәй нефть-газ химияһы форумында Радий Хәбиров “Башнефть” компанияһы етәксеһе менән берлектә Илеш районында “Цифрлы ятҡылыҡ” системаһына старт бирҙе. Проект тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм компания күрһәткестәрен яҡшыртыу маҡсатында булдырылған. Ул шулай уҡ хәүефһеҙлекте тәьмин итә.

21 май, 16:00

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы бушлай бүленгән ер участкаһы урынына аҡсалата түләү тәҡдим итә

Был турала бөгөн, Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңшмәлә белдерелде. Һүҙ ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр хаҡында бара, республикала ер участкаһына сиратта 18 мең тирәһе кеше тора. Кәңәшмәлә шулай уҡ ауыл юлдарына ҡомташ түшәү, эш хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡаплау проблемалары ла ҡаралды.

20 май, 23:39

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 21 майҙан 22-нә ҡарай төндә төбәктә ҡырау төшөүе ихтимал

Иртәгә көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, айырым райондарҙа боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә нолдән 5 градусҡаса йылы, урыны менән 3 градусҡа тиклем һыуыҡ, көндөҙ 10-15 градус йылы. Шаршамбы шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғы р яуыуы, күк күкрәүе күҙаллана.

20 май, 23:14

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының телерадио сәнғәте мәктәп-студияһының сираттағы курсы тамамланды

Уҡыуҙар журналистика донъяһына яңы аяҡ баҫыусылар, шулай уҡ тәжрибәле телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн иҫәпләнгән. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

20 май, 23:01