Мәҙәниәт

Бөрө ҡалаһында 26-сы тапҡыр «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы уҙҙы

Сараға Башҡортостан коллективтары ғына түгел, Ҡазан, Екатеринбург, Мари Эл республикаһы һәм Пермь крайынан да ҡатнашыусылар йыйылды. Ижади бәйгелә 300-ҙән ашыу артист үҙ көсөн һынаны. Ә Мәскәүҙән килгән махсус ҡунаҡ, йырсы Никита Малинин музыканттарға һөнәри кәңәштәр бирҙе. Фестивалдең гала концертын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

27 ғин, 21:19

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү” марафоны уҙғарыла. Уны 7 февралдә Ҡыйғы районы ҡабул итә. Төбәктә 5 район вәкилдәре сығыш яһай. Үрге Ҡыйғы ауылының “SVK” вокаль-инструменталь ансамбле лә марафонда ҡатнашырға әҙерләнә. Әлфирә Фәтҡуллина телефон аша хәбәр итә.

27 ғин, 18:39

Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһы мартта асыла

Бында 400-гә яҡын бала уңайлы шарттарҙа белем аласаҡ. Ҡыҙҙар һәм егеттәргә музыкаль дәрестәр бирелә, шулай уҡ бейеү һәм һынлы сәнғәт менән шөғөлләнәсәк. Музыкаль мәктәп директоры Әхиәт Ғәйетбаев һөйләй.

27 ғин, 16:37

Быйыл Башҡортостанда ике мәҙәниәт йорто төҙөлә

Яңы биналар Йылайыр һәм Илеш райондарында барлыҡҡа килә. Үткән йылда республикала “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса 5 учреждение файҙаланыуға тапшырылды. Улар араһында Салауат районы Мөрсәлим ауылы клубы, Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы заманса кино залы бар.

27 ғин, 16:23

СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың исеме мәңгелләштерелә

Февралдә Өфөлә ижадсыға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтә. Уның картиналары республиканың һәм Рәсәйҙең төрлө музейҙарында һаҡлана. Йөҙҙән ашыу рәсеме Әхмәт Лотфуллиндың тыуған еренә – Әбйәлилгә тапшырылған. Райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Рәмилә Лотфуллина һөйләй.

27 ғин, 15:56

Баймаҡта - "Ашъяулыҡ" проекты

Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре йәштәрҙе милли аш-һыу серҙәренә өйрәтә башлаған. Проектҡа “Ашъяулыҡ” тип исем биргәндәр. “Беренсе дәрестә ҡорот яһарға өйрәндек”, - ти “Әүлиә” ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Әнүзә Мәжитова.

27 ғин, 13:37

Өфөлә Рәми Ғариповтың ижадына арналған ҙур тамаша була

Кисә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бөгөн үтә. Был тамашаға билет алған һәр кем халыҡ шағиры тураһындағы нәфис фильмды төшөрөүгә үҙ өлөш индерә, ти сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова.

27 ғин, 11:43

Өфөлә билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллинға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтә

Сара 4 февралгә билдәләнгән, Өфөнөң Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда үтәсәк. Ижадсының башҡорт һынлы сәнғәте тарихынан тыш, тотош ил йылъяҙмаһын байытҡан картиналары бөгөн Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында һаҡлана. Ҡыл ҡәләм оҫтаһының күп кенә эштәре тыуған төйәге Әбйәлил районы музейында урын алған. Ләкин, уларҙы һаҡлау тейешле кимәлдә ойошторолмаған. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

25 ғин, 22:03

Өфөләге Нариман Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбендә композитор иҫтәлегенә бюст асылды

Был тантана уның 95 йыллыҡ һәм белем усағының бер быуатлыҡ юбилейына бағышланған. Композиторҙың Башҡортостандың академик мәҙәниәтенә индерелгән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

25 ғин, 22:01

Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында бөгөн һәләтле балаларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

«Мәрхәмәт» хәйриә фонды менән берлектә ойошторолған конкурс йыл дауамында барҙы. Быйыл ул башҡорт рәссамдарына арналғайны. Сара талаптарына ярашлы, балалар ижади эҙләнеүҙәренән сығып төрлө эштәрен тәҡдим итте.

25 ғин, 10:34

Иглиндар Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһын яуланы

Район мәҙәниәт йортоноң «Талисман» эстрада-вокал студияһы «Санкт-Петербург ARTSTART» икенсе халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа урындар алып ҡайтҡан.

25 ғин, 03:02

Кисә Өфөлә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең Халыҡ-ара конкурсы үтте

Милли мираҫты данлап. Быйыл ул унынсы тапҡыр ойошторолдо. Эпосты яттан ү һөйләүселәр араһында республика район-ҡалалары мәктәптәренән тыш, Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар ҙа булды. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

25 ғин, 03:01

Журналист, йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ишкининдың яңы китабы донъя күрҙе

«Ауыр микән башҡорт булыуҙары?» исемле дебют мәҡәләләр йыйынтығы дауалау курсы сығымдарын ҡаплау өсөн тотоноласаҡ.

25 ғин, 02:59

Өфөлә Рәми Ғариповтың ижадына арналған ҙур тамаша була

Билет алған һәр кем халыҡ шағиры тураһындағы нәфис фильмды төшөрөүгә өлөш индерә. Кисәнең сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова.

24 ғин, 16:37

Студенттарҙы байрамға саҡыралар

25 ғинуарҙа "Спутник ФМ" радиоһы уҡыусы йәштәр өсөн күңелле осрашыу уҙғара. Ул “Башҡортостан” лайфстайл үҙәге янындағы һырғалаҡта була. Сараны ойоштороусылар мауыҡтырғыс уйындар ойоштора. Ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнек, ти "Спутник ФМ" радиоһы алып барыусыһы Юлиә Иҫәнбирҙина.

24 ғин, 15:47

Башҡортостанда 8 театр федераль ярҙам ала

"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проектына ярашлы яңы әҫәрҙәр сәхнәләштереүгә аҡса бүленә. Был проектта ҡатнашыусылар араһында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла бар. Унда ике спектакль әҙерләнә. Театр директоры Альберт Имаметдинов.

24 ғин, 15:19

“Туған телгә йөҙ аҙым”

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм республика Яҙыусылар берлеге ошондай акция иғлан итте. Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғәниев.

24 ғин, 13:38

Илеш халҡы билдәле яҡташы Ринат Хәйриҙе иҫкә ала

Бөгөн башҡорт шағиры, яҙыусының тыуыуына 70 йыл тулыуға бағышланған ижади кисә уҙғарыла, ул әлеге минуттарҙа башланып тора. Район китапханасыһы Клара Хәлиуллина һөйләй.

24 ғин, 11:29

“Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Лина Ғәниева үҙенең ижад кисәһенә саҡыра

Өфө “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы, йырсы, республика конкурстары лауреаты Лина Ғәниева ғүмер байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн театрҙа ижад кисәһе үтә. Унда актрисаның дуҫтары, хеҙмәттәштәре, яҡындары һәм ижадын һөйөүселәр саҡырылған. Кисәгә килеүселәрҙе бай программа көтә, ти Лина Ғәниева.

24 ғин, 10:39

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында капиталь ремонт эштәре дауам итә

Проект республика бюджетынан финанслана. Әле элекке ҡоролмаларҙың һүтеү эштәре тамамланып, яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары алмаштырыуға өсөн әҙерлек бар. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейрова дауам итә.

23 ғин, 23:56