Мәҙәниәт

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан Рәсәйҙә диктант яҙыу буйынса ике меңдән ашыу майҙансыҡ эшләне

Рухи хазина. Башҡортостан халҡы башҡорт, татар, рус, мари, удмурт, сыуаш телдәре буйынса белемен тикшереп ҡарай алды. Акцияны Үзбәкстан менән Ҡаҙағстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ҡеүәтләп сыҡҡан. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл танк дивизияһында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ ҙа саранан ситтә ҡалмай, хәрбиҙәр башҡорт һәм рус телдәрендә диктант яҙыуҙа ҡатнашты.

22 фев, 22:38

Башҡорт ырыуҙары хазинаһы

Ошо исем аҫтында Өфөнөң "Урал" халыҡ сәнғәте галерияһында сираттағы күргәҙмә эш башланы. Был юлы сара баш ҡалалағы "Селтәр" башҡорт халыҡ студияһының биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә арнала. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

22 фев, 09:20

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Башҡортостанда йәшәүселәр алты телдә диктант яҙҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сара 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды. Диктант тексы булараҡ яҙыусы Сабир Ҡадировтың «Урал бөркөтө» әҫәренән өҙөк һайлап алына. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

22 фев, 09:13

Баш ҡаланың Матбуғат йортонда күп функциялы медиа үҙәк барлыҡҡа киләсәк

Был турала Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ведомствоның киңәйтелгән ултырышында белдерҙе. Күҙалланыуынса, бинала заманса матбуғат үҙәктәре, ньюс-рум, журналистар өсөн китапхана барлыҡҡа киләсәк. Республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары ла бер ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ.

22 фев, 08:59

Илдең һәм йылдың төп ваҡиғаһы!

18 июлдән 1 авгусҡа тиклем Өфөлә VI Бөтә донъя Фольклориадаһы үтә. Унда донъяның 80 иленән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Башҡортостан Бөтә донъя этнокарнавалын ҡаршы ала.

21 фев, 16:49

Йыл ваҡиғаһының бер өлөшө бул!

Быйыл Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы символына конкурс иғлан ителде. Үҙегеҙҙең эскиздарығыҙ һәм фотоларығыҙҙы symbol@folkloriada2020.com электрон адресына юллағыҙ. Эштәр 2020 йылдың 31 мартына тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт Фольклориаданың рәсми сайтында: folkloriada2020.com.

21 фев, 16:48

«Һинән башҡа донъям япа-яңғыҙ»

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры ошондай атамалы проект тәҡдим итә. Тамашаның режиссеры, Башҡортосандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов.

21 фев, 15:07

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театры премьера тәҡдим итә

“Ғәҙел Ҡотойҙоң “Рөстәм мажаралары” әҫәре буйынса спектакль әҙерләнде. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. "Рөстәмдең сере" тураһында хәбәрсебеҙ Гүзәл Зарипова.

21 фев, 14:06

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

“Балалар” тип аталған башҡорт телен сабыйҙарға өйрәтеү интернет-порталы авторы Илдар Кинйәбулатов республика Башлығы грантына 5 йәнһүрәт, әлифба һәм йәнлектәрҙе өйрәнеү буйынса ике ҡушымта тәҡдим итәкән. 3 йәнһүрәт әҙер, тағы икәүһе тиҙҙән донья күрәсәк. Балалар өсөн проекттарҙың үҙ талаптары, ҡанундары бар, ти Илдар Кинйәбулатов .

21 фев, 13:42

Өфө Илдар Абдразаҡовтың өсөнсө Халыҡ-ара музыка фестивален ҡабул итте

Быйыл мәҙәни сара итальян композиторы Джузеппе Верди ижадына арнала. Яҡташыбыҙ, билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов ойошторған концерт, оҫталыҡ дәрестәре Екатеринбургта старт алғайны. Фестиваль 26 февралдә Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында тамамлана. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйылған «Аттила» операһы хаҡында киләһе репортаж.

20 фев, 23:00

Башҡортостанда «Мәктәп Фольклориадаһы» башланды

Уҡыусылар араһында милли мәҙәниәттәр байрамы 30 апрелгә тиклем үтә. Был турала бөгөн “Мәғариф сәғәте” ултырышында хәбәр ителде. Беҙҙең республикала быйыл йәй Бөтә донъя Фольклориадаһы уҙа. Мәктәптәр араһындағы фестиваль алдынан балаларҙы донъя халыҡтары мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу маҡсатынан ойошторола.

20 фев, 19:05

Бөгөн мәшһүр шағир Рәми Ғариповтың вафат булыуына 43 йыл

Ижады торғонлоҡ йылдарына тура килгән әҙип, вафатынан һуң ғына танылыу алды. Шағирә Лариса Абдуллина әйтеүенсә, Рәми Ғарипов ата-әсәһенең генә улы түгел, ул - халыҡ улы.

20 фев, 18:05

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры премьера әҙерләй

Төрөк яҙыусыһы Решат Нури Гюнтекин әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Уйҙарымдан ғына юғалма” спектакле тамашасыларға 6-7 мартта тәҡдим ителәсәк. Режиссеры Илдар Ғиләжев. Романда Фәриҙә исемле ҡыҙҙың яҙмышы, хыялға ашмаған мөхәббәте тураһында бәйән ителә.

20 фев, 12:52

Фольклориада яҡынлаша

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында ирекмәндәр менән Бөтә донья фольклориадаһын ойоштороусыларҙың беренсе осрашыуы үтә. Фестиваль саралары республиканың барлыҡ муниципалитеттарында уҙа. Башҡортостан 10 фестиваль округына бүленгә...

20 фев, 12:47

«Бирешмә!» үҫмерҙәр премияһына ғаризалар 20 февралгә тиклем ҡабул ителә

«Тамыр» балалар телеканалы Бөтә Рәсәй «ТЭФИ» конкурсының төп наградаһы - Бронза Орфейға лайыҡ булған «Бирешмә!» үҫмерҙәр премияһын икенсе тапҡыр тапшырырға йыйына. Тормоштағы ауыр хәлдәрҙе еңеп сыҡҡан һәм уңышҡа өлгәшкән балаларға рәхмәт белдереүсе был сараны үҫмерҙәр – республикала популяр «Бирешмә!» сериалы геройҙары уйлап тапҡан.

20 фев, 11:37

Рәсәйҙең билдәле фоторәссамдары Башҡортостан тураһында альбом әҙерләй

Йыл дауамында улар төбәктең иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итеп, фотоға төшөрәсәк. Айырым иғтибар - урмандарға йүнәлтелә. Йәшел ҡалҡанды һаҡлауға бәйле ижади эштәр тупланасаҡ. Шулай уҡ ғинуарҙан Өфөлә фотосәнғәт мәктәбе үҙ эшен башланы. Уның сиктәрендә танылған фоторәссамдар оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.

19 фев, 23:24

Диуарҙа башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре

Мәскәүҙә йәшәгән фоторәссам Гөлназ Ғәлимуллина яңы проект тәҡдим итә. Ул халҡыбыҙ фольклорына нигеҙләнгән стена календары. Автор әйтеүенсә, унда башҡорт мәҡәлдәре туған телебеҙҙә, русса һәм инглизсә бирелгән, сәхифәләр сағыу фотоһүрәттәр менән биҙәлгән..

19 фев, 17:01

«Юлдаш плюс» интернет радиоһы тыңлаусылары менән бергә һырғалаҡҡа сыҡты

Йолаға әйләнгән сарала ҡыҙыҡлы уйындар, фотосессия һәм дәртле йырҙар йәштәрҙең кәйефен күтәрҙе.

19 фев, 11:40

Ейәнсура районы мәҙәниәт һарайында ике халыҡ коллективы уңышлы эшләй

«Йырау» фольклор ансамбле һәм «Сударушки» рус халыҡ йыр ансамблдәре. Тамашасы күңелен яулаған коллективтар егерме йыл элек барлыҡҡа килгән. Ейәнсураның халыҡ ынйылары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

19 фев, 11:39

Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһының программаһы иғлан ителде

Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр байрамы 18 июлдә “Өфө-Арена”ла тантаналы асыла. 18 июль илдә Фольклор көнө булараҡ билдәләнә. Бөтә төбәктәрҙә лә халыҡ ижады фестивалдәре ойошторола. 19 июлдә сарала ҡатнашыусылар Өфөнөң төп урамдарынан атлап үтә. “Ватан” этнопаркында “Фольклориада йөрәге” тигән үҙәк майҙансыҡ эшләй.

18 фев, 10:03