Мәҙәниәт

“Иң изге фильм”

Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмы ошондай номинацияла еңеү яулаған. Картина Ҡырымда үткән “Артектың алһыу елкәндәре” халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә ҡатнашҡан. Төп ролде башҡарған 9 йәшлек Марта Тимофеева “Иң яҡшы актриса ҡыҙ” номинацияһында бүләкләнгән.

10 июл, 16:04

Асҡын районында Балыҡсы ырыуы йыйыны үтте

Асҡын районы Урмияҙ һәм Ҡашҡа ауылдарында тәүгә Балыҡсы ырыуы йыйыны уҙҙы. Унда билдәле тарихсылар, тел белгестәре, социологтар ҡатнашты. Ырыуҙаштар үҙҙәре тураһында яңы тарихи мәғлүмәттәр менән танышты. Теманың дауамы ғилми йүнәлешкә нигеҙләнгән ҡорҙан әҙерләнгән яҙмала.

09 июл, 22:23

Тәтешле районында «Табынфест» уҙҙы

Табын башҡорт ырыуы йәштәренең Тәтешле районында уҙғарылған форумы шулай тип аталды. Сараны төбәк-ара кимәлгә сыҡты, тиергә лә мөмкин. Сөнки унда Пермь крайы, Һарытау өлкәһенән, республиканың тиҫтәгә яҡын районынан вәкилдәр ҡатнашты.

09 июл, 22:22

Бөрйән районында лагерҙар «Йәйләү» программаһы менән эшләй

Күҙәмбәттә йәйге ял. Бөрйән районының «Ағиҙел» балалар һауыҡтырыу лагеры икенсе сменала эш башланы. Быйыл ул тәүгә яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы нигеҙендә ойошторола.

09 июл, 22:16

Башҡортостан йәштәре Күгәрсен районында йыйыла

Был аҙнала "Мораҙым тарлауығы"нда башҡорт йәштәре фестивале уҙғарыла. Күгәрсен районы хакимиәте белгесе Артур Әбдрәхимов.

09 июл, 12:07

Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитова «Таврида» форумында 650 мең һумлыҡ сертификат еңде

Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитова Ҡырымдан еңеү менән ҡайтты. «Таврида» Бөтә Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт йәштәр форумында яҡташыбыҙ 650 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

09 июл, 00:14

Белорет районының Ҡаһарман ауылында Шәғәле Шаҡмандың 500 йыллығына арналған саралар үтте

Шәғәле Шаҡман вариҫтары. Белорет районы Ҡаһарман ауылында Тамъян ырыуы башлығы Шәғәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Байрам тантанаһы республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе ырыуҙаштарҙы бергә йыйҙы. Ғалимдар билдәләүенсә, Башҡортостандың тиҫтәләп районынан тыш, Татарстанда, Силәбе, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә лә тамъян ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәй.

09 июл, 00:07

Өфөнән ҡурайсы Земфира Рәшитова “Таврида” йәш мәҙәниәт эшмәкәрҙәре форумында 650 мең һум грант отто

Уның проекты –“Miss International Өфө” тип аталған этник матурлыҡ һәм һәләт конкурсы.

08 июл, 11:10

Башҡортостандың тағы бер төбәге ауылдаштарын ҡорға йыйҙы

Был юлы байрам Әбйәлил районының Дәүләтша ауылында үтте. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Дәүләтша ауылы ҙур түгел, әммә уның урамдары, йорттары төҙөклөгө, күркәмлеге менән айырылып тора. Ауылда бөтәһе 51 өй, уларҙа йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Урында белем усағы, балалар баҡсаһы кеүек социаль обьекттар булмаһа ла, ерле халыҡ тыуған төйәген ташлап китмәй, сөнки Дәүләтша экологик яҡтан таҙа, күркәм ерҙә урынлашҡан, ауылды зәңгәр күлдәр уратып алған.

07 июл, 20:38

Башҡортостан делегацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районында

Аҫаба башҡорттар йәшәгән был төбәк Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй кеүек күренекле шәхестәрҙең тыуған төйәге булараҡ билдәле.

07 июл, 20:35

Силәбелә башҡорт теле белгестәрен әҙерләй башлаясаҡтар

Улар республикала белем алырға теләй, төрлө милли конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнаша. Был йәһәттән быйыл Өфөнөң юғары уҡыу йорттары менән Силәбе дәүләт университеты араһында төҙөлгән килешеү оло әһәмиәткә эйә. Ҡабул ителгән документҡа ярашлы, яңы уҡыу йылынан күрше өлкәлә башҡорт теле белгестәре әҙерләнә башлаясаҡ.

05 июл, 23:14

«Көмөш Аҡбуҙат»ҡа Рәсәй йондоҙҙары Данил Спиваковский, Сергей Никоненко һәм Сергей Шакуров киләсәк

«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленә Өфөгә «Күркәм быуат» сериалында Сөмбөл ағай ролен башҡарыусы Селим Байраҡов махсус ҡунаҡ булараҡ саҡырылған.

05 июл, 23:12

Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла

Был турала республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында белдергәйне. Һәйкәлде баш ҡаланың Совет майҙанында урынлаштырыу ҡарала.

05 июл, 22:58

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында башҡорт йыйыны үтә

Сара август айына планлаштырылған. Нурсолтан ҡалаһының “Аҡбуҙат” башҡорт мәҙәниәте берләшмәһе рәйесе Урал Аҙнабаев әйтеүенсә, милләттәштәребеҙ туған телен өйрәнергә, рухи тамырҙарын белергә теләй.

05 июл, 15:06

Өфөгә кино төшөрөүселәр йыйыла

“Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторола. Уның маҡсаты - милли һәм этник кино төшөргән ижадсыларҙы танытыу. “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале башҡарма директоры Зөһрә Бураҡаева һөйләй.

05 июл, 15:00

Бөгөн Тәтешле районына “ТабынФест” йыйынында ҡатнашыусылар килә башлай

Сараның төп өлөшө иртәгә була. Унда Табын ырыуына ҡараған райондарҙан, күрше өлкәләрҙән йәштәр килә.

05 июл, 13:20

Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына әҙиптең тыуған ауылында яңы мәҙәниәт йорто барлыҡҡа килә

Шишмә районы Келәш ауылында төҙөлөш аҙағына яҡынлашып килә. "Бында Мостай Кәрим, шулай уҡ шағир Сәйфи Ҡудаш, йырсы Фәриҙә Ҡудашева һәм мәғрифәтсе Зыя Камалиға бағышланған музей экспонаттары урын аласаҡ", - ти Шишмә районы мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары Раушана Байғужина.

04 июл, 11:11

Өфөлә Башҡортостан фоторәссамдары союзы ағзаһы Юрий Астафьевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Фотоһүрәттәр менән ҡала үҙәк китапханаһында танышырға мөмкин. Ижади күргәҙмәлә башлыса Башҡортостандың күркәм тәбиғәте, урындағы халыҡтың көнкүрешен сағылдырған әҫәрҙәр урын алған. Күргәҙмә 27 июлгә тиклем эшләй.

03 июл, 21:21

Мәскәүҙә халыҡ-ара һабантуй байрамы үтә

Әҙерлек йылдам бара. Мәскәүҙә алдағы шәмбе үтәсәк халыҡ-ара һабантуй байрамы алдынан матбуғат конференцияһы үтте. Төрлө милләттәрҙе берләштергән күләмле сара быйыл республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арнала. Һабантуйҙа башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен һәм сәнғәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған бай программалы тамаша ойошторолоуы күҙаллана. Милли уйындарҙан һәм ҙур концерттан тыш, байрамда эшҡыуарлыҡ секцияһы ла асыҡ буласаҡ. Һабантуй сәхнәһендә ҡурайсы Роберт Юлдашев, билдәле йырсылар Айҙар Ғәлимов, Элвин Грей һәм башҡа артистар сығыш яһарға әҙерләнә. Үрҙә әйтелеүенсә, Мәскәү һабантуйы 6 июлгә тәғәйенләнгән.

03 июл, 21:19

Мәскәүҙә башҡорт һабантуйы үтә

6 июлдә илебеҙ баш ҡалаһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған халыҡ байрамы ойошторола. Ул башҡорт мәҙәниәтен һәм милли спорт төрҙәрен танытыу, республиканан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү, төбәктәр араһында мәҙәни һәм иҡтисади бәйләнештәр булдырыу маҡсатынан уҙғарыла.

03 июл, 09:01