Мәҙәниәт

Баймаҡ районында «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» исеме аҫтында ойошторолған күркәм байрам популярлыҡ яулай

Күптән түгел Өмөтбай ауылы халҡы сит тарафтарҙан ҡайтып еткән яҡташтарын ҡабул итте. Күренекле шәхестәре менән район, республикаға дан алған ике йөҙ йылдан ашыу тарихы булған Өмөтбай ауылы матур сара ойошторҙо.Ҡасандыр үҙендә тыуып үҫкән, хәҙер инде төрлө тарафтарҙа үҙҙәренең ғаиләләрен ҡороп йәшәгән ҡыҙҙарын, бер күрешеп алыу өсөн “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамына йыйҙы.

27 июн, 22:54

“Табын-фест” йәштәр фестивале саҡыра

Фестиваль Табын ырыуы быуындары араһында бәйләнештәр һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, әүҙем йәштәрҙе туплау, уларҙа әүҙем тормош позицияһы булдырыу өсөн ойошторола. Табын ырыуҙары берләшмәһе рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев һөйләй.

03 июл, 08:04

Әбйәлил районында «Һаумыһығыҙ ауылдаштар» байрамы ойошторолдо

Әбйәлилдә ауылдаштар гөрләй. Яҡташтар йыйыны быйыл райондың 12 ауылында үтә. Йорт-ҡураның, урамдарҙың тәртипкә килеүенә ҙур өлөш индергән, шәжәрәләр төҙөүгә этәргес яһаған, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған, ауылдаштарҙы бер ҡорға йыйған байрам Әбйәлилдең иң боронғо ауылдарының береһе Әбделмәмбәттә лә үтте. Яҡташтар осрашыуында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла ҡатнашты, ул байрам тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

02 июл, 23:48

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙҙы

Иң «ҡарт» ауыл йәшәрҙе. Бөрйән районының иң боронғо һәм ҙур ауылдарының береһе - Иҫке Монасипта «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙҙы. Бындай сара һуңғы тапҡыр ун ике йыл элек ойошторолған. Тиҫтә йыл эсендә тыныс ҡына йәшәп ятҡан ауыл байрам алдынан танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Сараны беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

02 июл, 22:00

“Тулҡын”да – Башҡортостан

Татарстандың “Тулҡын” радиоһында “Мораҙым” тапшырыуы эфирға сыға. Ул тыңлаусыларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра. Программаны яҡташыбыҙ Рәхимә Вәлиуллина алып бара.

02 июл, 16:07

Башҡортостанда яңы милли байрам була

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Торатау-Һабантуй тураһында тәҡдим әйтте. Бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ул был байрамды танытырға кәрәк, тип белдерҙе.

02 июл, 12:00

Башҡорт дәүләт академия драма театрына капиталь ремонт эшләнә

Ошо маҡсатта 441 миллион һум тотонола. Проект республика бюджетынан финанслана.

02 июл, 11:10

Башҡортостан делегацияһы Һамар өлкәһендәге һабантуйҙа сығыш яһаны

Һамар өлкәһендә ойошторолған Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында Башҡортостан делегацияһы уңышлы сығыш яһаны. Яҡташтарыбыҙ тирмәләр ҡороп, күрше төбәктә йәшәүселәрҙе милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырҙы.

01 июл, 23:52

Башҡортостанда ваҡытынан алда 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды

Сара август аҙағына тиклем дауам итәсәк. Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, гәзит-журналдарға донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенән ведомствоның сайтында йә иһә яңыртылған каталог буйынса почта бүлексәләрендә яҙылырға мөмкин.

01 июл, 22:40

6 июлдә Мәскәүҙә башҡорт һабантуйы үтә

Уның барышында спорт ярыштары ла ойошторола. Әле илдең баш ҡалаһында йәшәгән бер төркөм башҡорт йәштәре кәмәләрҙә ярышырға әҙерләнә. “Ағиҙел” командаһы капитаны Замир Йәминев.

01 июл, 15:23

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе көнө «Самрау-шоу» музыкаль фестивале менән тамамланды

"Ватан" этно-паркы майҙанында үткән сара "Байыҡ" телевизион бәйгеһе бейеүселәрен бергә йыйҙы. Республика район-ҡалаларынан тыш, сит ил вәкилдәре лә сығыш яһаны. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

28 июн, 23:10

Стәрлетамаҡта - “Юлдаш” радиоһы фестивале

Беҙҙең команда танылған йырсыларҙан ҙур тамаша ойоштора. “Байрамда конкурстар үткәрәбеҙ, матур бүләктәр әҙерләнек, йырсыларҙың аҫылдарын алып барабыҙ”, - ти алып барыусы Йәмил Ишмөхәмәтов.

28 июн, 15:44

Өфөлә тарихсы-журналист Салауат Хәмиҙуллиндың ижад кисәһе үтте

Тарихсы Салауат. Баш ҡаланың "Родина" кинотеатрында хеҙмәттәшебеҙ Салауат Хәмиҙуллиндың ижад кисәһе үтте. Күңел ҡушыуы буйынса журналист булған тарихсы Башҡортостан телевидениеһында 1991 йылда эш башлай. Ул мәғрифәтселек, дини, этнография кеүек төрлө йүнәлештәге фильм-тапшырыуҙар авторы булараҡ билдәле.

27 июн, 23:41

6 июлдә Мәскәү ҡалаһының «Коломенское» музей-ҡурсаулығында башҡорт һабантуйы үтә

Быйылғы сара республиканың 100 йыллығына арнала. Илдең баш ҡалаһында йәшәүселәр һәм милләттәштәребеҙ иғтибарына ҙур концерт программаһы тәҡдим ителәсәк. Һабантуй майҙанын халыҡтың көнкүрешен һәм йолаларын сағылдырған тирмәләр биҙәйәсәк, ошонда уҡ халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, ҡунаҡтарға милли аш-һыу тәҡдим ителәсәк.

27 июн, 23:00

Өфөлә “Самрау-шоу” музыкаль фестивале үтә

Ҙур байрам иртәгә “Ватан” этнопаркында ойошторола. Ул киске һигеҙенсе яртыла башлана. Фестиваль бер юлы өс тамашаны берләштереп үткәрелә, ти байрамдың телевизион тапшырыуы режисссеры Альбина Ғәликәева.

27 июн, 18:06

Августта Өфөлә “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кино фестивале үтә

Быйыл ул форматын киңәйтә. Конкурс программаһында фильмдар ике номинацияла: социаль һәм мотивация, милли һәм этник кино йүнәлештәрендә планлаштырыла.

27 июн, 09:04

Рәсәй төбәктәрендә халыҡ байрамдары – һабантуйҙар бара

Быйыл улар республиканың 100 йыллығына арнала. 29 июндә Ленинград өлкәһендә һабантуй була. Унда Башҡортостандың Ғафури һәм Стәрлебаш райондары вәкилдәре ҡатнаша. Байрам барышында Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Ленинград өлкәһенең Дуҫлыҡ йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә.

27 июн, 08:00

Австрия баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре уҙҙы

Беҙҙең республиканан рәсми делегацияны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләне. Сәфәрҙең эшлекле программаһына ярашлы, Австрияның власть һәм бизнес даирә вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелде.

26 июн, 10:00

Өфөлә Заманса сәнғәт үҙәге барлыҡҡа килә

Үҙәк эшмәкәрлеге республикала музей-экспозиция эшенең яңы йүнәлеше булыр тип көтөлә. Бында донья музейҙары әҫәрҙәренән экспозициялар ойоштороу күҙаллана.

26 июн, 08:00

Башҡорт академия драма театры бөгөн «Бомба» спектакленең премьераһына саҡыра

Башҡорт академия драма театры бөгөн танылған башҡорт шағиры һәм драматургы Салауат Әбүзәр пьесаһы буйынса «Бомба» спектакленең премьераһына саҡыра.

26 июн, 07:00