Мәҙәниәт

Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» таланттар фестивале үтте

Күгәрсен районында йылдан-йыл халыҡ моңон, йолаларын, көнкүрешен яҡтыртыусы саралар уҙғарылып тора. Райондың йөҙөк ҡашы, Мораҙым тарлауығы, тәбиғәт паркында үткән "Мораҙымдың моңло хазинаһы" район халыҡ таланттары фестивале шуларҙың береһе. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған ижади бәйге республиканың 100 йыллығына арналды.

25 июн, 22:56

Мәскәүҙә Өфөнөң “Ләлә” мәсете менән таныштырасаҡтар

Баш ҡалала миниатюралар күргәҙмәһе башлана. Царицын паркында илебеҙҙең иң билдәле мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡылары ҡуйылған.

25 июн, 13:17

“Аҡ тирмә” Башҡортостанда беренсе концерт күрһәтә

Мәскәүҙә эшләп килгән башҡорт фольклор коллективы иртәгә Ишембай ҡалаһында сығыш яһай. Ансамбль етәксеһе Гөлсинә Батыршина әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ошондай тамаша ҡуйырға тәҡдим ителгән.

25 июн, 10:10

Башҡортостанда ҡымыҙ этно-фестивале ойошторола

Июль аҙағында Өфөлә "Аҡбуҙат" ипподромында "Йәйләү" тип аталған байрам үткәрелә. Ул башҡорт ҡымыҙының данын киңерәк таратыу маҡсатынан уҙғарыла.

25 июн, 09:00

18-21 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янында уҙасаҡ “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумына заявкалар ҡабул ителә башланы

Йәштәр форумына Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 250 кеше килеүе көтөлә. Программала мәҙәниәт, шоу-бизнес, сәйәсәт һәм медиа өлкәләре вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған.

25 июн, 07:10

Австрияның баш ҡалаһында бөгөн милли байрам-Һабантуй уҙғарыла

Ул Башҡортостан республикаһының был илдә яңыраҡ асылған вәкиллеге ярҙамында ойошторола.

25 июн, 07:05

“Салауат йыйыны” батырына – башҡорт аты

29 июндә Салауат районында Салауат йыйыны үтә. Фольклор байрамы милли батырыбыҙҙың тыуыуына 265 йыл тулыуға арнала.

24 июн, 16:08

Өфөлә "Ватан" этнопаркында “Самрау” шоу-фестивале үтә

Ул 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында ойошторола. Байрам “Беҙ йәштәр – Башҡортостандың киләсәге” девизы аҫтында уҙа.

24 июн, 12:11

Ханты-Манси автономиялы округында һабантуй үтте

Нефтселәр төбәгендә йәшәүселәр йәнә һабантуйға йыйылды. Ханты-Манси автономиялы округының Мегион ҡалаһы халҡы йылдағыса боронғо байрамды халҡыбыҙҙың милли йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тап килтереп ойошторҙо.

22 июн, 22:24

Билдәле йырсы Зәйнетдин «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты

Беренсе каналдың иң билдәле уйын программаларының береһендә яҡташыбыҙ Зәйнетдин ҡатнашты. Бала саҡтан уҡ ошо барабанды үҙе өрөлтөп ҡарау хыялы менән янған егет, маҡсатын тормошҡа ашыра алды.

22 июн, 22:23

Мөнәжәғәт әйтеүселәр иң яҡшыларын асыҡланы

Стәрлебаш районы мәҙәниәт йортонда “Иман нуры” тип исемләнгән төбәк-ара конкурс үтте. Унда 140-ҡа яҡын бәйгесе һәм ижади коллектив ҡатнашты. Конкурс өс номинацияла ойошторолдо.

21 июн, 11:38

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 99-сы ижад миҙгелен яңы сәхнә әҫәре менән тамамлай

Был юлы ижади коллектив билдәле драматург һәм яҙыусы Салауат Әбүзәровҡа мөрәжәғәт иткән. Репертуар комедия жанры менән тулыланасаҡ. Премьера уңайынан бөгөн театрҙа матбуғат конференцияһы үтте.

20 июн, 23:46

Тынмаһын ҡумыҙ сыңы!

Бөгөн Мәсетле районында “Әй ауазы” төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы башланды. Ул башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.

19 июн, 18:08

Мәскәү метроһында милли биҙәктәр

Яҡташыбыҙ Гөлназ Ғәлимуллинаның “Монисто” күргәҙмәһе “Выставочная” метро станцияһында асылған. Унда башҡорт милли кейемендәге ҡыҙҙарҙың һәм ҡатындарҙың фотоһүрәттәре урын алған.

19 июн, 13:14

Журналистар йыйыны 26 июндә була

"Журфест" Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылында үтәсәк. Ул Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына һәм Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнала.

19 июн, 12:04

Мәскәү метроһының «Күргәҙмәләр» станцияһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды

"Монисто" күргәҙмәһенең авторы яҡташыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәй һәм халыҡ-ара телевизион конкурстар лауреаты Гөлназ Ғәлимуллина. Күргәҙмәгә башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәүестәрҙә төшкән геройҙар һынландырылған 30-лап фотоһүрәт ҡуйылған.

18 июн, 23:04

Салауат Әбүзәровтың “Бомба” әҫәре сәхнәләштерелә

Уны Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ҡуя.

18 июн, 16:15

Йылымға туристар йыйылды

Баймаҡ районы Йылым ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Әле бында туристик слет үтте.

18 июн, 15:18

Өфө районы Шамонин ҡасабаһы юбилейын һабантуй менән ҡаршыланы

Юбилей һәм байрам. Ун йыл элек Өфө районы Шамонин ауылында яңы тормош башланды. Республиканың социаль программаһы ярҙамында буш ятҡан ерҙәрҙә бик күп йорттар ҡалҡып сыҡты. Тиҫтә йыл эсендә Шамонин ауылы Башҡортостандың иң ҙур һәм төҙөк ауылына әйләнде. Ҡасабала йәшәүселәр юбилейын һабантуй менән билдәләне. Байрам сараһында ошо ауылда йәшәүсе беҙҙең коллегалар ҙа ҡатнашты.

17 июн, 22:49

Өфөлә «Ҡош юлы. балалар» проектының финалы үтте

Балалар башҡорт бард мәҙәниәтен үҙләштерә. Бөгөн баш ҡалала "Ҡош юлы. балалар" проектының финалы үтте. "Тамыр" телеканалы һәм "Ҡош юлы" йәштәр хәрәкәте ағзалары менән берлектә ойошторолған проект икенсе тапҡыр ойошторолдо.

15 июн, 21:08