Мәҙәниәт

Өфөлә “Урал батыр” байрамы үтте

21 февраль, М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында, туған телдәр байрамына арналған “Урал батыр” байрамы үтте.

22 фев, 09:22

Бөгөн Өфөнөң «Еңеү паркы»нда патриотик йырҙар яңғыраны

Тантаналы митингҡа йыйылыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары Миңлеғәле Шайморатов менән Александр Матросовтың батырлығын иҫкә алды. Сарала мәктәп уҡыусылары, хәрби-патриотик клуб ағзалары, шулай уҡ Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттарының ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты.

22 фев, 22:47

Рәми Ғарипов тәржемәһендәге Ғүмәр Хәйәм робағилары факсимиль баҫмала нәшер ителде

Китап З. Биишева ис. Башҡортостан дәүләт “Китап” нәшриәтендә баҫтырылды.

22 фев, 16:48

“Төнъяҡ Амурҙары” менән Табын ырыуының төбәк ойошмаһы башҡорт яугирҙәрен иҫкә алыу флешмобын үткәрҙе

23 февралдә бөтөн ил халҡы Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Тап ошо көндө 75 йыл әүәл башҡорт халҡының ҡаһарман улдары – 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов менән рядовой һалдат Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов батырҙарса һәләк булған.

22 фев, 14:10

«Башҡортостан - тыуған илем»

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең концерты үтте. Мәҙәни сараға баш ҡаланың яҡташтар клубы ағзаларынан тыш, Германияла, Японияла, Санкт-Петербургта йәшәүселәр һәм шулай уҡ Төркиәнән, Ирандан, Ҡалмыҡстандан ҡунаҡтар килде.

21 фев, 22:05

Яҙҙың тәүге көнөндә Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре башлана

Быйыл 85 йыллығын билдәләгән театр коллективы баш ҡалаға өс спектакль алып килә.

21 фев, 18:52

50 йыл ғүмерен башҡорт театр һәм кино сәнғәтенә арнаған йондоҙ

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакированың ижад кисәһе үтте. Тамашасыға ул тиҫтәләрсә ролдәре аша яҡшы таныш. Бигерәк тә Флорид Бүләктовтың «Мәскәү-васютки» спектакле халыҡ хәтерендә.

20 фев, 19:00

Баймаҡ ҡалаһында оҫта ҡуллы ир-егеттәр конкурсы ойошторолдо

Унда Урал аръяғы райондарынан йыйылған оҫталар үҙҙәренең эштәрен халыҡ иғтибарына сығарҙы. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

20 фев, 18:47

21 февраль – халыҡ-ара туған телдәр көнө

Туған телдәр байрамы 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО тарафынан раҫланды һәм йыл һайын билдәләнеп тора. Был көндө бөтә донъяла лекция, конференция, семинар, концерттар уҙғарыла.

20 фев, 17:07

З. Биишева ис. “Китап” нәшриәтендә Әғнәм Атнабаевтың китабы сыҡты

З. Биишева ис. “Китап” нәшриәтендә Әғнәм Атнабаевтың китабы сыҡты

20 фев, 16:37

Мәскәү тынмай туған моңдарҙан

“Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәге Мәскәүҙә “Башҡортостан – тыуған төйәгем” исемле концерт ҡуйҙы.

20 фев, 15:56

Иртәгә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан республиканың төп телеканалы үҙенең тиҫтәләгән проектында тамашасы иғтибарын милли-мәҙәни мөхитте һаҡлау һәм үҫтереү, туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләренә йәлеп итеү бурысы ҡуйҙы. Был көндө экран йондоҙҙары эфирға милли орнаменттар менән биҙәлгән кейемдәрҙә сығасаҡ. Шулай уҡ, тамашасылар һорауы буйынса «Йөрәк һүҙе» проекты эфирҙа ҡабатланып күрһәтелә.

20 фев, 10:50

Мәжит Ғафуриҙең мемориаль йорт-музейында ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк

Быйыл Мәжит Ғафуриҙең мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды. Ошо датаға арнап, 15-16 мартта БР Мәҙәниәт министрлығы Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрә.

20 фев, 10:09

Өфөлә «Бергә!» исеме аҫтында беренсе халыҡтар мәҙәниәте форумы старт алды

Халыҡ-ара тыуған телдәр көнөнә арналған осрашыу барышында республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарынан 400 ашыу студент Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары менән аралашты, үҙ проекттары менән таныштырҙы. Уларҙың барыһы ла Башҡортостанда эшләп килгән милли диаспоралар, яҡташтар һәм йәмәғәт ойошмаларының әүҙем вәкилдәре.

19 фев, 19:53

Мостай Кәрим ҡурсаҡ рәүешендә һынландырыласаҡ

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормошон һәм ижадын һүрәтләүсе спектакль ҡуйыласаҡ.

19 фев, 16:19

Башҡортостан журналисы ТӨРКСОЙ премияһына лайыҡ булды

Төркиәнең Кастамону ҡалаһында Магжан Жумабаев йылын асыу һәм матбуғат өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһын тапшырыу тантаналары уҙҙы. Премияға “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе, шағирә Лариса Абдуллина лайыҡ булды. Бындай билдә менән шулай уҡ Ҡаҙаҡстан, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Әзер...

19 фев, 11:53

Башҡортостан әҙәбиәтселәре Рәсәй языусылар союзының идаралығына инде

Мәскәүҙәге әҙәбиәтселәр йортонда Рәсәй яҙыусылар союзының 15-се съезды үтте. Йыйылышҡа шулай уҡ Ҡытай, Италия, Франция, Вьетнам, Сирия, Палестина һәм Белоруссиянан делегаттар ҡушылғандар. Башҡортостандан иһә БР яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, уның урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, “Бельские просторы” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Светлана Чураева ҡатнашты. Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең йәш яҙыусылар кәңәшмәһе булдырылды.

19 фев, 10:59

Өфө ҡыҙы – Рәсәй гүзәле

“Рәсәй гүзәле – 2018” бәйгеһендә Өфөнән 25 йәшлек Альбина Вәлиуллина еңеүсе тип танылды. Башҡа урындар киләһе тәртиптә килә: Грозный ҡалаһынан Залина Барахоева – икенсе, Краснодарҙан Алла Грибова – өсөнсө. Бәйге телевизион реалити-шоу форматында үтте, төрлө төбәктәрҙән 26...

19 фев, 10:58

Йыр-бейеү, ҡоймаҡ, ҡарасҡы яндырыу

Бөгөн республика халҡы масленица байрамын билдәләне. Көнсығыш славяндарҙа башланғыс алған сара йылдан-йыл беҙҙең тормошта нығыраҡ үтеп инә. Хатта, уның үҙебеҙсә атамалары ла барлыҡҡа килде, ҡышты оҙатыу йәки ҡоймаҡ байрамы.

17 фев, 22:40

Ауыл мәҙәниәт йорттары яңы һулыш ала

Ейәнсура районының Таҙлар ауылы клубында төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Быйыл урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында тамашасы һәм бейеү залдарын, иҫкергән электрүткәргестәрҙе яңыртыу ҡаралған. ауыл клубында әлегә тиклем дә эш тынмай. Былтыр клубтың ҡыйығы яңыртылған, матди-техник базаһы нығытылған.

17 фев, 21:47