Мәҙәниәт

“Сарматтар вариҫтары” тигән этно-фольклор фестиваленең ваҡыты үҙгәрә

Ишембай районында иртәгә үтергә тейешле сара 29 июнгә күсерелә.

14 июн, 12:12

“Тамыр” “ТЭФИ” балалар премияһына дәғүә итә

Рәсәй милли телевидениеһы конкурсы еңеүселәре 18 июндә бүләкләнә. Конкурс финалына сығыусылар араһында “Тамыр" телеканалының ике проекты бар.

14 июн, 11:25

Ауылдарҙа 26 клуб төҙөлә

Башҡортостанда "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса, 287 миллион һум бүленә. Быйыл Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында һәм Салауат районы Мөрсәлим ауылында яңы мәҙәниәт усаҡтары төҙөлә. Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһе башлығы Петр Руднев һөйләй.

14 июн, 08:04

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивалендә тәүге тапҡыр «Беренсе бал» ойошторолдо

Байрамда ҡатнашыусы 650 кеше классик музыка көйҙәренә вальс бейене. Теманы Флорида Ким дауам итә. Өфөлә "Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивале дауам итә. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар бөгөн дә "Торатау" Конгресс холлы амфитеатрында йыйылды.

14 июн, 00:36

Канада башҡорттары ҡоролтайы рәсми теркәү үтте

Яңы йәмәғәт ойошмаһына юстиция министрлығы танытмаһы Оттава ҡалаһында тапшырылды. Яңы структура Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында эшләй. Уның рәйесе Канада халҡына милли кейемдәрҙе бүләк итте.

14 июн, 00:34

“Янған хат юлдары”

Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы шулай аталған автор йырҙары фестивале ойоштора.

13 июн, 15:15

Башҡортостанда "Евразия йөрәге" тибә

Халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында бер нисә ҙур тамаша ҡаралған. Сара уҙған көн милли костюмдар парады менән асылды.

13 июн, 10:04

Иртәгә Симфоник төндә Башҡортостандың Йәштәр симфоник һәм Милли симфоник оркестрҙары сығыш яһай

Артабан солистар Аскар Абдразаҡов, апалы-һеңлеле Терентьевалар һәм башҡалар дауам итә. 14 июндә танылған солистар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында республиканың 100 йыллығы уңайынан "Алға, Башҡортостан!" тигән концерт була.

12 июн, 23:48

Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында милли кейем байрамы уҙҙы

Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан 600-ҙән ашыу ижади коллектив ҡатнаша. Костюмдар парады Мәжит Ғафури исемендәге драма театры эргәһенән старт алып Салауат Юлаев майҙанында концерт менән тамамланды.

12 июн, 23:47

Рәсәй көнө уңайынан Әлшәйҙә байрам ойошторолдо

Тыуған илде хөрмәтләп. Рәсәй көнө уңайынан Әлшәйҙә байрам ойошторолдо. Райондың үҙәк майҙанында урындағы халыҡ һәүәҫкәр артистар концертын ҡарап, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашты. Сарала балалар һәм үҫмерҙәр төрлө спорт ярыштарында көс һынашып, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.

12 июн, 22:07

«Берҙәмлек» халыҡ-ара фестивале тамамланды

Быйыл ун бишенсе тапҡыр үткән "Берҙәмлек" фестивале үҙенсәлекле, бай программа менән айырылып торҙо. CIOFF - Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт советы календаренә ингән был сара 10 ил коллективын берләштерҙе.

12 июн, 22:04

Бөгөн Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале асыла

Ҙур тамаша алдынан "Торатау" Конгресс-холлында матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Белгестәр Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сараның үҙенсәлектәре һәм әҙерлек кимәле менән таныштырҙы. Дүрт көнгә иҫәпләнгән фестивалдә республиканың һәм Рәсәйҙең билдәле артистары сығыш яһаясаҡ.

12 июн, 22:01

Башҡортостан буйлап «Рәсәй йырҙары» исемле фестиваль-марафон үтә

Уның сиктәрендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина Мәскәү дәүләт академия театры коллективтары менән берлектә бушлай концерттар ойоштора. Программала Краснодар, Кемеров, Владикавказ, Абакан ҡалаларының фокльлор ансамблдәре, үҙешмәкәр артистары ла сығыштары ҡаралған.

11 июн, 23:07

«Берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусыларға Иглин районында «Этно-көн» ойошторолдо

Уның сиктәрендә Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Македония, Чили, Шри-Ланка, Көньяҡ Корея һәм Сенегал вәкилдәре мәҙәни программала ҡатнашты. Ҡунаҡтар Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, аш-һыуы менән танышты.

11 июн, 23:06

Өфөлә 21 сентябрҙә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңле» фильмы күрһәтелә

Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибиндың картинаһы быйыл киң прокатҡа ла сыға. Был турала бөгөн Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында белдерелде.

11 июн, 23:04

Мостай Кәримдең юбилейына әҙиптең тыуған ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөлә

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейын үткәреү уңайынан ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. Шишмә районы Келәш ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлә.

11 июн, 18:24

Бөгөн "Берҙәмлек" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусылар хәйриә концерты күрһәтә

Төрлө илдәрҙән Башҡортостанға килгән коллективтар Өфөлә балалар йорттары, социаль приюттар тәрбиләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр алдына сығыш яһай.

11 июн, 07:07

Салауат районы Яхъя ауылында беренсе тапҡыр «Шәжәрә» байрамы үтте

Туғанлыҡ хистәрен яңыртып. Салауат районы Яхъя ауылында беренсе тапҡыр "Шәжәрә" байрамы үтте. Ауылдаштар саф һауала тирмәләр ҡороп, оҙаҡ йылдар тулыланған нәҫел тамырҙарын барланы. Артабан беҙҙең сайтта.

10 июн, 23:05

Республикала йәйге лагерҙар асылды

Әле беренсе смена бара. Балаларҙың каникулы файҙалы һәм хәүефһеҙ үтһен өсөн төрлө саралар ойошторола.

10 июн, 16:42

Башҡортостанда ун кинозал 50 миллион һум ала

Кино фонды халыҡ һаны 500 меңдән артмаған ауыл һәм ҡалалар араһында конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итте. "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса һайлап алынған кинозалдарҙың һәр береһенә 5-әр миллион һум бүленә.

10 июн, 11:11