Мәҙәниәт

Өфөлә Байыҡ балалар бейеү конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Бәйгенең гала-концерты "Ватан" этнопаркы майҙанында үтте. 500-ҙән ашыу бейеүсе бер сәхнәлә сығыш яһаны. Сағыу тамаша барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

21 июн, 23:23

Йәйге премьера

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары республика тамашасыһына яңы спектакль тәҡдим итә. Испан шағиры, драматург Александро Касона тарафынан 1949 йылда ижад ителгән пьеса башҡорт телендә "Иң бәхетле төн" исеме аҫтында сәхнәләштерелә. Премьера алдынан уҙғарылған генераль репетиция барышы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

19 июн, 23:12

Пермь крайында йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн Барҙа йыйыны үтте

Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы тәбиғәттең сәскә атҡан мәленә тура килә. Ул быйыл да меңләгән халыҡты, был тарафтарҙа һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрен йыйҙы. Байрамда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Сит өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хаты тапшырылды.

19 июн, 21:56

"Кесе Ватан мәҙәниәте"

Берҙәм Рәсәй партияһының 2017 йылдан ғәмәлгә ашырылған проекты тап шулай атала.

18 июн, 23:08

Баш ҡалала әкиәт геройҙары ҡатнашлығында байрам үтте

Дим районының мәҙәниәт һәм ял паркында әкиәт персонаждары ҡатнашлығында байрам сараһы уҙҙы. Сара тәүгә уҙғарылды. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.

18 июн, 10:31

Өфөлә Алексей Чаругиндың күргәҙмәһе үтәсәк

Нестеров исемендәге музейҙа һынлы сәнғәт күргәҙмәһе ойошторола. Сара 15 июлгә тиклем һәр теләгән кешене көтөп ҡала.

18 июн, 09:59

Башҡортостан журналистары һигеҙенсе тапҡыр һайбантуйға йыйылды

Байрам саралары Ҡариҙел районының "Звездный" физкультура һәм спорт үҙәгендә үтте. Һабайнтуйҙа федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение һәм радио хәҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Быйылғы журфест "Милли матбуғат мәҙәниәтте һәм этносты һаҡлаусы ҡорал!” тигән темаға арналды.

14 июн, 23:35

Ауыл юбилейы

Балтас районы Йәнтимер ауылында марый халҡының йәйҙе ҡаршы алыу йолаһы – Семык байрамы ойошторолдо. Милли байрам ауылға нигеҙ һалыныуға 290 йыл тулыуға арналды.

14 июн, 23:30

Өфөлә элекке мәҙәниәт министры урынбаҫары Лилиә Кәширинаның йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Республиканың элекке мәҙәниәт министры урынбаҫары Лилиә Кәширина 43 йәшендә генә беҙҙең аранан китеп барҙы. Уның бер улы ҡалды. Мәрхүмә менән хушлашыу бөгөн Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында үтте.

14 июн, 10:52

Байрамда Башҡортостандың дәүләт флагы менән

Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәүсе Силәбе өлкәһендә Рәсәй көнө киң билдәләнгән. Был көндө төбәктә Милли спорт төрҙәре фестивале, Халыҡтар дуҫлығы парады һәм төрлө концерт программалары ойошторолған.

13 июн, 21:59

“Юлдаш”тан ретро концерт

Өфөнөң Яҡутов ял һәм күңел асыу паркында "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре Совет районы хакимиәте менән берлектә, байрам уңайынан концерт ойошторҙо. Асыҡ һауалағы концертта ретро йырҙар яңғыраны. Мәҙәни сараның тематикаһы ла совет йылдарын сағылдырыу.

13 июн, 21:54

Өфөлә бишенсе көн

Сәнғәт фестиваленең сағыу, бай йөкмәткеле программаһында тамашасылар республиканың билдәле сәхнә йондоҙҙары, ҡурайсылары сығышанан тыш, сит ил музыканттары ижады менән дә яҡындан таныша алды. 1192 кеше милли кейем парадында ҡатнашып, Рәсәй буйынса милли костюмдарҙа иң ҙур әйлән-бәйлән рекордын ҡуйҙы. Бөгөн сәнғәт фестиваленең аҙаҡҡы көнө, ошо уңайҙан Өфө амфитеатрында гала-концерт уҙҙы.

12 июн, 23:27

Үткән заманға әйләнеп ҡайтыу

Бөгөн баш ҡаланың Яҡутов паркында башҡа байрамдар менән бергә Совет районының 80 йыллығы ла киң билдәләнде. Килгән ҡунаҡтар ретро-автомобилдәр күргәҙмәһенә тамаша ҡылды. Совет дәүерендәге транспорт саралары һәр ваҡыт халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға ла бөгөн "Победа", "Чайка" һәм "Волга" автомобилдәре эргәһендә фотоға төшөргә теләүселәр күп булды.

12 июн, 23:23

Этнотөн

Бөгөн Өфө амфитеатрында "Евразия йөрәге" фестивале дауам итте. Халыҡ-ара сараның 4-се көнө Этнотөн тип атала. Сараға сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән халыҡ фольклорын данлаусы коллективтар саҡырылған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы саранан тура трансляция ойошторҙо.

11 июн, 23:39

Өфөлә «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы төшөрөлә башланы

"Беренсе республика"- Башҡортостандағы 1920-1956 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Сценарий авторҙары - Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова, режиссеры Булат Йосопов. Ролдәрҙе театр актерҙары башҡара. Фильмдың нигеҙендә сәйәси репрессияға дусар булыусыларҙың яҙмыштары.

11 июн, 21:28

“Евразия йөрәге” фестивале дауам итә

Йәкшәмбе Өфө амфитеатрында үткән 2-се Симфоник төн фестивале Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына арналды. "Альма-матерға арнау тип исемләнгән программала уҡыу йортоноң сағыу ижади коллективтары ҡатнашты. Симфоник төн программаһын республиканың популяр артистары - уҡыу йорто педагогтары, уны тамамлаусылар һәм студенттарҙың сығыштары биҙәне.

11 июн, 21:24

Милли костюм парады

Баш ҡалабыҙҙа быйыл өсөнсө тапҡыр "Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә милли кейем парады үтә. Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән мәҙәни сара Салауат Юлаев майҙанынан башланып, Ватан этнопаркында дауам итә.

09 июн, 22:24

Өфөлә

Дүрт көн дауамында барасаҡ мәҙәниәт байрамына илдең төрлө төбәктәренән билдәле йырсылар һәм ижади төркөмдәр саҡырылған. Мәҙәни сара Симфоник төнөнән башланды. Тамашасылар асыҡ һауала классик музыка тыңлап, танылған опера йырсыһы Вероника Джиоева сығышын ҡараны.

08 июн, 23:43

«Башҡортостан» киностудияһы сценарийҙарға конкурс уҙғара

Фильмдар өсөн сценарийҙарға конкурс иғлан ителде. Сараны «Башҡортостан» киностудияһы һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.

08 июн, 16:05

Һабантуй мозайкаһы нурҙары

Силәбе ҡалаһының Александр Пушкин исемендәге баҡсала 14-се тапҡыр мәҙәни-спорт фестивале үтте. Күңелле сара Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре балалары өсөн уҙғарылды.

07 июн, 23:40